Әбләшев Раиф Ғабдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбләшев Раиф Ғабдулла улы
Тыуған көнө

8 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

РСФСР, Пермь өлкәһе, Барҙы районы, Удик (Елпачиха) ауылы

Вафат булған көнө

24 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (49 йәш)

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әбләшев Раиф Ғабдулла улы (8 ноябрь 1950 йыл — 24 октябрь 2000 йыл) — фоторәссам һәм фотокорреспондент. 1991 йылдан Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбләшев Раиф Ғабдулла улы 1950 йылдың 8 ноябрендә Пермь өлкәһе Барҙы районы Удик (Елпачиха) ауылында тыуған.

Мәктәпте тамамлағас, 1967 йылда Көңгөр ҡалаһының 58-се художество училищеһына уҡырға керә һәм уны «таштың йомшаҡ тоҡомдарын художестволы эшкәртеү буйынса оҫта» һөнәре буйынса 1970 йылда тамамлай[1].

Хеҙмәт юлын Көңгөр заводында таш буйынса художестволы изделиеларҙы ҡырҡыусы булараҡ башлай[1].

1978 йылдың апрелендә Көңгөр тыуған яҡты өйрәнеү музейына биҙәүсе-рәссам вазифаһына эшкә алына һәм бында 7 йыл дауамында эшләй. Артабан Көңгөр разведка быраулау идаралығының электр ҡоролмалары цехында фотолаборант булып эшләй, ә 1987 йылдың октябренән 4 разряд фотографы вазифаһына күсерелә[1].

1987 йылдың декабренән 2000 йылдың октябренә тиклем Көңгөр ҡалаһының «Искра» гәзите редакцияһында фотокорреспондент булып эшләй[1].

СССР-ҙа, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҡара-аҡ фотографиялар оҫтаһы булараҡ танылыу ала, бер нисә тапҡыр халыҡ-ара, Рәсәй, өлкә кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай. 1978 йылда «Ватан» («Отечество») республика фотоконкурсында «Кунгур уходящий» фотографиялар серияһын күрһәтә һәм еңеү яулай.

1978 йылда Көңгөр ҡалаһында шәхси күргәҙмәһе асыла. 1982 йылда «Звезда» гәзитенең фотоконкурсы еңеүселәренең береһе була, 1984 йылда Пермь өлкәһенең «Йәш Гвардия» ойошмаһы һәм ВЛКСМ өлкә комитеты уҙғарған публицистик эштәр конкурсында еңеү яулай. 1984 йылдың көҙөндә Пермь ҡалаһының Журналистар йортонда шәхси күргәҙмәһе уҙа. 1996 йылда уның эштәре Пермь фоторәссамдарының Бөйөк Британияның Оксфорд ҡалаһы Хәҙерге заман музейында уҙғарылған күргәҙмәлә күрһәтелә[1].

Рәиф Ғабдулла улы ҡала башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт советы ағзаһы, «Сылва» фотоклубының художество етәксеһе була. Фотограф булараҡ, «Старина Кунгур», «Возрождение Белогорского монастыря» һәм башҡа китаптарҙы төҙөүҙә ҡатнаша.

2000 йылдың 24 октябрендә фажиғәле рәүештә һәләк була. Удик (Елпачиха) ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Людмила, улдары — Александр (1974 йылда тыуған) һәм Ренат (1989 йылда тыуған).

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2005 йылдың 7 октябрендә Көңгөр ҡалаһында «Искра» гәзите редакцияһының бинаһында уға арналған мемориаль таҡтаташ асыла.
  • 2005 йылдың 18 октябрендә Мәскәү ҡалаһында «ФотоСоюз» галереяһында уның шәхси күргәҙмәһе асыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 8 НОЯБРЯ – 60 ЛЕТ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ КУНГУРСКОГО ФОТОХУДОЖНИКА РАИФА АБЛЯШЕВА. Газета «Искра» Кунгур (11 август 2010). Дата обращения: 20 ноябрь 2018. 2018 йыл 8 май архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Слово о кунгурском фотохудожнике // Рассвет. — 1998. — 18 июля.
  • Пожарская С. Два полюса чувств в снимках Раифа Абляшева // Журналистика и медиарынок. — 2005. — № 11.
  • Никольский С. Кадры из жизни // Звезда. — 2006. — 16 февр.
  • Тайна Раифа Абляшева : фотоальбом / Вступ. статья Р. Белова. — М. : «Лазурь», 2006. — 128 с.: ил.
  • Уразов Э. Возвращение : [О выставке работ Раифа Абляшева в Бардымском краеведческом музее] // Расссвет. — 2006. — 17 февр. — С. 1.
  • Чувызгалов В. Памяти мастеров // Луч. — 2007. — Ноябрь. — С. 7.
  • Творчество и любовь // Рассвет. — 2010. — 5 ноября. — С. 2.
  • Раиф Абляшев (1950—2000) // Лики Кунгура : фотоальбом. — СПб : Маматов, 2012. — С. 114—120.
  • Справочник о деятелях и работниках культуры и искусства, писателях и краеведах Бардымского района. — Барда, 2014.