Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Һабыр, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Физика
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы (5 сентябрь 1954 йыл, БАССР‑ҙың Матрай районы (хәҙер Йылайыр районы), Һабыр ауылы — 3 ғинуар 2005 йыл, Өфө), физик. Физика‑математика фәндәре докторы (2005)[1]. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәғарифы отличнигы (2000); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005); Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты(2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы 1954 йылдың 5 сентябрендә БАССР-ҙың Матрай районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуа. Һабыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университенының физика-математика факулттына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ фән менән ҡыҙыҡһына башлай. 1976 йылда был уҡыу йортон тамамлағандан һуң, университетта эшкә ҡалдырыла һәм ғилми эшмәкәрлеген дауам итә. 1994 — 95 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында Тәбиғи фәндәр факультеты деканы[2].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбсәләмовтың фәндәге эҙләнеүҙәре тау тоҡомдарында магнит үҙенсәлектәре формаштырыу моделдәрен әҙерләү менән бәйле. Әбсәләмов беренселәрҙән булып юғары баҫым аҫтында шыуҙырыу тәьҫиренең минералдарҙың магнетизмына йоғонтоһон өйрәнә. Ул уйлап тапҡан барий ферриты нигеҙендәге даими изотроп магниттарҙы эшләү технологияһы Октябрск ҡалаһындағы «Магнит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә производствоға индерелә. Әбсәләмов 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3]. 2004 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында «Влияние разрушения горных пород при повышенном давлении на их магнитные свойства» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4]


Науки о Земле (геодезические, геофизические, геологические и географические науки) — Геологические науки — Петрография — Состав и свойства горных пород — Электрические и магнитные свойства — Магнитные свойства Геофизика, геофизические методы поисков полезных ископаемых

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Магнитные свойства горных пород при высоких термодинамических параметрах. Саратов, 1988 (авторҙаш);
  • Магнетизм горных пород при высоких термодинамических параметрах. Уфа, 1997 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәғарифы отличнигы (2000);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005);
  • Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты(2010).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)

2. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)

3. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)

4. https://search.rsl.ru/ru/record/01002665009

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)
  3. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)
  4. https://search.rsl.ru/ru/record/01002665009