Әбүбәкеров Мөнир Риза улы
Әбүбәкеров Мөнир Риза улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 7 март 1954 (66 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Арҡауыл ауылы |
Һөнәр төрө | табип, рәссам, дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт медицина университеты |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
Әбүбәкеров Мөнир Риза улы (7 март 1954 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, рәссам.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөнир Риза улы Әбүбәкеров 1954 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа.
1971 йылда ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1972—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетында белем ала.
Хеҙмәт юлын Салауат районында санитар-эпидемиология станцияһында санитар табибы булып башлай. 1987 йылда Салауат район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана, 1991—1992 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була.
1991 йылдан — Һаҡлыҡ банкыһының Салауат районы бүлексәһе управляющийы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998 йылда кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 17 йыл эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйының Маҡтау ҡағыҙы.
Ҡыҙыҡһыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл пейзажын һүрәтләргә ярата. Уның эштәрендә ысынбарлыҡ, тәбиғилек асыҡ сағылыш таба. Салауат районының Малаяҙ ауылында, Салауат Юлаев музейында, Янғантауҙа, Өфөлә күргәҙмәләре үтә[1]. «Бесән мәле» (2016), «Ҡылған» (2015), «Ҡурай менән натрюрморт» (2017), «Уралда май» (2017), «Ҡышҡы миләш» (2018), «Хәтер» тип аталған эштәре билдәле.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- * Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2020)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Махмутов Наиль Мазитович Любимые художники Башкирии — Уфа: Лето, 2012. — Б. 117—121. — 288 б. — ISBN 978-5-87308-038-0.