Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улы
| Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1922 |
| Тыуған урыны | Яңы Күл, Рәсәй |
| Вафат булған көнө | 1995 |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улы (рус. Абушахмин Гандалиф Гайнисламович) (1922—1995) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәндәлиф Ғәйнислам улы Әбүшаһмин 1922 йылда БАССР-ҙың Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған.
1942 йылда Нуриман районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы составында һуғыша.
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Ғәндәлиф Ғәйнислам улы Әбүшаһмин БАССР-ҙың Нуриман районындағы Баһау Нуриманов исемендәге колхозыда тракторсы-машинист булып хеҙмәт итә.
Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары айҡанлы, БАССР ауыл хужалығы атҡаҙанған механизаторы почётлы исеменә лайыҡ була, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Жуков миҙалы[3]
- БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1980)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1983)[1]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Нуриман районы Яңы Күл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 7. Номер документа 84.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абушахмин Гандалиф Гайнисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Абушахмин Гандалиф Гайнисламович 2021 йыл 23 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Фотография Абушахмина Гандалифа Гайнисламовича
- Гандалиф Абушахмин 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- Бессмертный полк. 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Нуримановский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5