Эстәлеккә күсергә

Әбүғәлисина кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбүғәлисина кәшәнәһе
Нигеҙләү датаһы 1951[1][2][3]
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Әбүғәлисина[1][2][3]
Дәүләт  Иран[4][1][2][…]
Административ-территориаль берәмек шахрестан Хамадан[d][4][1]
Урын Хәмәдан[4][1][2][…]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1843 метр[5]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Тимербетон[1][6] һәм гранит[d][1][6]
Архитектор Хушенг Сәйхун[1][2]
Архитектура стиле архитектура Ирана[d][1][2][3]
Рәсми асылыу датаһы 29 апрель 1954[2]
Мираҫ статусы Иран милли мираҫы[d][4][1]
Бейеклеге/буйы 23 метр[7][8]
Майҙан 3090 квадрат метр[1],
1792 квадрат метр[1]
Вид в ночное время
Панорамный вид
Изображение знака с названием места или объекта
Указания, как добраться خ بوعلی، وسط میدان بوعلی[4][1]
Зимнее изображение
Изображение входа
Изображение модели
Карта
 Әбүғәлисина кәшәнәһе Викимилектә

Әбүғәлисина кәшәнәһе (рус. Мавзолей Абу́ Али́ Хусе́йна ибн Абдуллы́ ибн Си́ны, фарс. ابو علی حسین بن عبدالله بن سینا آرامگاه, Aramgah-e Abū ‘Alī Husein ibn ‘Abdallāh ibn Sīnā; Европа тарихнамәһендә Әбүғәлисина кәшәнәһе булараҡ билдәле) — ғалим, дәүләт эшмәкәре, музыкант, математик һәм шағир Әбүғәлисинаның ҡәберлеге. Ирандың Хамадан ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан һәм бер нисә залы булған тура мөйөшлө ҡоролма, уның өҫтөндә 23 метр бейеклектәге конус формаһындағы башня бар. 1997 йылдың 11 майында кәшәнә Ирандың милли мәҙәни мираҫы 1869-сы һанлы реестрына индерелә.

Боронғо аҡыл эйәһенең мәрмәр ҡәбер ташы менән ҡәбере кәртәләнгән һәм түңәрәк бүлмәләрҙең береһенең уртаһында урынлашҡан. Стеналарҙа Әбүғәлисинаның табип практикаһында ҡулланған гербарийҙары эленгән. Түбәне колонналар терәп тора. Галереяның һул яғында — уның яҡын дуҫы Әбү Сәйет Дахдуктың ҡәбере, уның йорто хәҙер был комплекс торған урында була. Ихатаға инеү урынында XX быуат башындағы иран шағиры Ареф Казвиниҙың ҡәбере урынлашҡан[9].

Комплекстың башҡа биналарында китапхана (8000-гә яҡын китаптан тора) һәм боронғо аҡыл эйәһенең тормошо тураһында һөйләүсе ҙур булмаған музей урынлашҡан. Уның хеҙмәттәре, шул иҫәптән СССР-ҙа рус телендә нәшер ителгәндәре бар. Залдарҙың береһендә Әбүғәлисинаның ҡулъяҙмалары, шулай уҡ төбәктә табылған төрлө артефакттар, шул иҫәптән йәше өс мең йыллыҡ балсыҡ һауыттар, тәңкәләр ҡуйылған. Музей ҡыйығынан ҡалаға һәм Алванд тауына күренеш асыла[10].

Шулай уҡ биләмәлә Әбүғәлисина рецептары буйынса әҙерләнгән үләндәр һәм дарыуҙар һатыусы магазин бар. Күп һанлы ағас ултыртылған ихатала бейек постаментҡа ҡулына китап тотҡан ғалимдың мәрмәр статуяһы ҡуйылған (һәйкәл дөйөм алғанда бейеклеге — 3,9 м, ауырлығы яҡынса — 4 тонна).

Парк менән биналар комплексы 3090 м² майҙанды биләй, шуларҙың 1972 м² — ҡәберлек менән ҡоролма[9].

Башта, XIX быуат уртаһына тиклем, Әбүғәлисина һәм Әбү Сәйет Дахдук ерләнгән урында дүрт аркалы көмбәҙле кәшәнә булған. Һуңыраҡ Фәтәли шаһтың ейәнсәре Негяр бойороғо буйынса ҡәберҙәр мәрмәр плитәләр менән ҡаплана, ә өҫтән ҡәберлек көмбәҙе төҙөлә[11].

Яңы бина 1952 йылда төҙөлә, ул 1950 йылда ер тетрәү ваҡытында емерелгән иҫкеһен алмаштыра. Проект авторы Иран архитекторы һәм скульпторы — Хушанг Сейхун.

Әбүғәлисинаның төрлө белем тармаҡтарындағы ҡаҙаныштарын таныу символик рәүештә һүрәтләнә — өҫкә ҡарай күтәрелеүсе, көмбәҙ менән тоташтырылған 12 колонна. Улар ул ваҡыттағы белемдең 12 төп тармағын символлаштыра, бөйөк ғалим уларҙы яҡшы белгән[12]. Әбүғәлисина вариҫтарына бай ижади мираҫ ҡалдыра: 450-нән ашыу хеҙмәт, шуларҙың 240-ҡа яҡыны һаҡланған. 150 китап фәлсәфәүи, донъяға ҡарашҡа арналған; шуларҙың 40-ы медицинаға, 50-һе башҡа фәндәргә арналған. Беҙҙең көндәргә тиклем уның тәғлимәттәре тулыһынса асылмаған һәм тейешле баһа алмаған[13].

Заманса төҙөлөш материалдарын ҡулланыу конструкцияны еңел, шул иҫәптән зауыҡлы итеп эшләргә мөмкинлек бирә.

Иран сығанаҡтары раҫлауынса, яңы комплекс бөйөк аҡыл эйәһенең мең йыллығы уңайынан асыла[12].

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 https://iranarchpedia.ir/entry/17118
  2. 1 2 3 4 5 6 7 http://www.caoi.ir/en/projects/item/71-avicenna-mausoleum-hamadan-houshang-seyhoun.html
  3. 1 2 3 https://www.iranicaonline.org/articles/hamadan-vii
  4. 1 2 3 4 5 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ir&srlang=fa&srid=1869 — 2017.
  5. GeoNames (ингл.) — 2005.
  6. 1 2 https://civilica.com/doc/1042546/
  7. http://www.shabestan.ir/TextVersionDetail/37493
  8. https://www.isna.ir/news/8511-08074.50966
  9. 1 2 Мавзолей Авиценны. Информационно-исторический портал «Кодждаро» (Иран). Проверено 26 февраля 2017 года 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
  10. Хамадан. Сайт туристического агентства «Хамсафаранальборз» (Иран). Проверено 27 февраля 2017 года 2021 йыл 13 июнь архивланған.
  11. Древняя фотография мавзолея Ибн Сины. Информационное агентство «Фарда». Проверено 28 февраля 2017 года 2017 йыл 8 июль архивланған.
  12. 1 2 Архивная копия от 1 март 2017 на Wayback Machine Почему у Мавзолея Авиценны 12 колонн. Сайт информационного агентства «Афтаб Ньюс». Проверено 27 февраля 2017 года 2017 йыл 1 март архивланған. Архивная копия от 1 март 2017 на Wayback Machine
  13. Павлович Т. П., Пилипцевич Н. Н., Ушакевич И. Г., Халямина И. И. «Канон врачебной науки» Авиценны 2017 йыл 10 май архивланған.. — «Здравоохранение», научно-практический рецензируемый ежемесячный журнал. Республика Беларусь. 8/2014 г. стр. 63.

Ҡалып:Страна в темах