Әбү Бәкер Әр-Рази

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әбү Бәкер Әр-Рази
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

математик, химик, фәлсәфәсе, уйлап табыусы, табип

Тыуған көнө:

865[1]

Тыуған урыны:

Рей[d][2]

Ил:

Black flag.svg Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Вафат булған көнө:

15 октябрь 925[3]

Вафат булған урыны:

Рей[d][2]

Commons-logo.svg Әбү Бәкер Әр-Рази Викимилектә

Әр-Рази, Әбү Бәкер Мөхәммәт ибн Зәкәриә әр-Рази (ғәр. ابوبكر محمّد زکرياى رازى‎, 865, Рей, Иран — 925, шунда уҡ) — күренекле фарсы энциклопедиясы–ғалимы, табиб, алхимик, фәйләсуф. Европала латинлаштырылған Разес (Rhazes) исеме менән билдәле. Әр-Разиҙың күп кенә хеҙмәттәре X-XIII быуаттарҙа латин теленә тәржемә ителгән. Улар Көнбайыш Европа табибтары һәм алхимиктар тарафынан танылған. Әр-Разиҙы «табибтарҙың атаһы» тип йөрөткәндәр.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа күҙаллауында Әр-Рази
«Тыйб китабы»ның һуңғы бите

Әбү Бәкер Мөхәммәт ибн Зәкәриә әр-Рази Бөйөк Фарсы иленең Тәһран янындағы Рей ҡалаһында тыуған. Персияның үҙендә, хәҙерге Үзбәкстан һәм Тажикстан ерҙәрендә урынлашҡан боронғо ҡалаларҙа уҡып, төплө ғилем алған, метафизика, философия, шиғриәт, алхимияны үҙләштергән. Йәштән үк металдарҙы ҡиммәтләндереүсе «эликсир» табыу тәжрибәләре үткәргән. Утыҙ йәшендә Бағдадҡа тыйб фәнен (медицина) өйрәнергә киткән. Оҫта ҡуллы табиб булараҡ танылыу алған. Рей ҡалаһында, Бағдадта клиника менән етәкселек иткән.

Әр-Разиҙың философия, этика, теология, логика, медицина, астрономия, физика һәм алхимия фәндәре буйынса яҙған 184 әҫәре билдәле, 61-е хәҙерге заманға тиклем һаҡланып килгән.

Табиблыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренселәрҙән булып, сәсәк ауырыуы (рус. оспа) менән ҡыҙамыҡтың (рус. корь) танырға, күп кенә химик матдәләрҙе , шул иҫәптән алкоголь менән ккәрәсинде айырырға өйрәнгән. Эдвард Гранвидь Браун уны «беренсе һөнәри табиб булған», тип һанай. Медицина өлкәһендә ғәрәп телендә яҙылған төп китаптары — «Әл-Хәви» (Тыйб фәне буйынса китап) һәм 10 томлыҡ «Мансурға арналған медицина энциклопедияһы». Латин теленә тәржемә ителгәс, улар бер нисә йөҙ йыл буйына табибтар өсөн өҫтәл китабы булып торған. Әр-Рази шулай уҡ хастаханалар төҙөү, бының өсөн урын һайлау тураһында тәҡдимдәрен яҙып ҡалдырған. Табибтарҙың берәй йүнәлеш буйынса махсуслашыуын яҡлап, бер нисә китап яҙған («Бер табиб бар ауырыуҙы ла дауалай алмай»). Медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ярлыларҙың бер-береһенә ярҙам итеүе кәрәклеге тураһында ла хеҙмәттәр ҡалған («Медицина табибы булмаған кешеләр өсөн»).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглизсәгә тәржемә ителгән әҫәрҙәре:

  • Mofid al Khavas, The Book for the Elite.
  • The Book of Experiences
  • The Cause of the Death of Most Animals because of Poisonous Winds
  • The Physicians' Experiments
  • The Person Who Has No Access to Physicians
  • The Big Pharmacology
  • The Small Pharmacology
  • Gout
  • Al Shakook ala Jalinoos, The Doubt on Galen
  • Kidney and Bladder Stones
  • Ketab tibb ar-Ruhani, The Spiritual Physik of Rhazes.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рази// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 21-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]