Әбү Суфыян ибн Хәрб
Әбү Суфыян ибн Хәрб | |
ғәр. أبو سفيان بن حرب | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 565[1] |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз[1] |
Вафат булған көнө | 640, 653[1] или 650 |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Харб ибн Умайя[d] |
Бер туғандары | Харис ибн Харб[d] һәм Умм Джамиль бинт Харб[d] |
Хәләл ефете | Хинд бинт Утба[d] һәм Сафия бинт Абуль-Ас[d] |
Балалары | Мүәвиә ибн Әбү Суфыян, Рәмлә бинт Әбү Суфьян[2], Язид ибн Абу Суфьян[d], Зияд ибн Уммея[d] һәм Джувайрийя бинт Абу Суфьян[d] |
Һөнәр төрө | сауҙагәр |
Сәләмәтлек торошо | Һуҡырлыҡ[3] |
Һуғыш/алыш | Ур һуғышы, Хүнәйнә һуғышы, Осада Таифа[d] һәм Йәрмүк һуғышы |
Кунья | Абу Суфьян[d] |
![]() |
Әбү Суфыян ибн Хәрб әл-Өмәүи, Әбү Суфыян булараҡ билдәле (ғәр. أبو سفيان;рус. Абу Суфьян ибн Харб
565, Мәккә — 650, Мәҙинә) — Мәккә хакимы (622—630). Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң килешмәҫ дошмандарының береһе була. Мосолмандар Мәккәне яулап алғандан һуң ислам ҡабул итә. Улы Мүәвиә ибн Әбү Суфыян Өмәүиҙәр династияһының беренсе хәлифе була.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һижрәгә тиклем 56 йыл самаһы элек (565 йыл тирәһе) Мәккәлә тыуған. Өмәүиҙәр затының бай һәм абруйлы ғаиләһенән була. Сауҙа маҡсатында каруандар менән Сүриәгә йыш бара. Мәккәлә уҡый һәм яҙа белгән, белемле бик аҙ кешеләрҙең береһе була[4].
Әбү Суфыян оҙаҡ ваҡыт ҡорайыштарҙың сәйәси лидеры һәм мосолмандарҙың дошманы була. Әммә эҙәрлекләүҙәр ваҡытында мосолмандарҙы үҙе язалауы тураһында бер хәбәр ҙә юҡ[4].
Бәҙер һуғышында ҡорайыштар тар-мар ителә, башлыҡтары Әбү Жәһел үлтерелә. Бынан һуң Мәккә етәкселеге Әбү Суфыянға күсә. Ул етерлек көслө армия әҙерләй, һижрәнең 3-сө йылында мосолмандарға ҡаршы сыға һәм Өхүд һуғышында уларҙы еңә.
Өхүд эргәһендәге һуғыштан һуң Әбү Суфыян Мәккәне мосолмандар яулап алғанға тиклем 5 йыл дауамында башлыҡ булып тора[4].
Ислам динен ҡабул иткәндән һуң Әбү Суфьян мосолмандар менән бергә Хүнәйнә янындағы алышта һуғыша, Таифты ҡамауҙа ҡатнаша. Һуңынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр уны идарасы сифатында Нәжрәнгә ебәрә.
Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәләр ваҡытында Әбү Суфыян дәүләт вазифаларын биләй.
70 йәшендә ул Сүриәлә Византияға ҡаршы һуғышҡан мосолмандар армияһы составында була. Улы Йәзид Йәрмүк янындағы алышта ғәскәргә етәкселек итә. Был һуғышта Әбү Суфыян да ҡатнаша. Икенсе улы Мүәвиә 100 йыл тиерлек Хәлифәт менән идара иткән Өмәүиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы була[4].
Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әбү Суфыян 91 йәшендә Мәҙинәлә вафат була[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Али-заде А. Абу Суфьян ибн Харб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Умм Хабиба бинт Абу Суфьян (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ арабская Википедия (ғәр.) — 2003.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [36 Абу Суфьян ибн Харб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |