Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх
Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх | |
араб. أبو عبيدة بن الجراح | |
Могила Абу Убайды | |
Леванттың наибы 634 — 638 | |
---|---|
Дауам итеүсе: |
? |
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Ғамир ибн Ғабдуллаһ ибне-Жәрәх әл-Фиһри әл-Ҡурайши |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Абдуллах ибн аль-Джаррах |
Бәрелештәр: |
Бәҙер һуғышы, Йәрмүк һуғышы, Осада Иерусалима[d] һәм Өхүд һуғышы |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Разное: | |
Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх Викимилектә |
Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх (ғәр. أبو عبيدة بن الجراح; рус. Абу Убайда ибн аль-Джаррах) — 583, Мәккә — 638, хәҙ. Иордания) — Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең сәхәбәләренең береһе, күренекле ғәскәр башлығы һәм сәйәсәт эшмәкәре. Тулы исеме: Әбу Ғүбәйдәт Ғамир ибн Ғабдуллаһ ибне-Жәрәх әл-Фиһри әл-Ҡурайши (أبو عبيدة عامر بن عبد الله بن الجراح الفهري القرشي).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбу Ғүбәйдәт тәүге мосолмандарҙың береһе була. Әбү Бәкер уны Усман ибн Әффан, Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм, Талха ибн Ғөбәйдулла, Ғәбдеррәхмән ибне Ғәүеф, Сәғд ибне Ғәби Вәҡҡас кеүек билдәле сәхәбәләр менән Пәйғәмбәр янына алып килә, һәм улар барыһы да ислам ҡабул итә.
Мосолмандарҙы йәберләүҙәр башланғас, бер төркөм мосолмандар менән Әбу Ғүбәйдәт тә Хәбәшстанға күсергә мәжбүр була. Һижрәт ваҡиғаһынан һуң, Мәҙинәгә күсә. Ғамир ибн Ғабдуллаһ унда бөтә көсө менән мосолман дәүләтселеген нығытыуға булыша, ул ваҡыттағы барлыҡ ислам һуғышында ла ҡатнаша. Бәҙер һуғышында, ни тиклем генә уның һөжүмдәренән ҡасырға тырышһа ла, мөшриктәр яғында йөрөгән атаһы менән һуғышырға мәжбүр була. Шунан һуң, Пәйғәмбәргә Мүжәдәлә сүрәһенең 22 аяты иңә.
Үхүд һуғышында Әбү Ғүбәйдәт Мөхәммәд ғәләйһиссәләм янында ҡалған ун сәхәбәнең береһе була. Бәрелештән һуң, Пәйғәмбәрҙең яңағына ҡаҙалған ике көбә (тимер күлдәк) ярсығын тешләп тартып сығара һәм шунда ике тешен юғалта.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб унан хәлифлеккә ант килтертергә теләй, ләкин Әбу Ғүбәйдәт Пәйғәмбәр имам итеп билдәләгән кешенән (йәғни Әбү Бәкерҙән) өҫтөнөрәк түгеллеген әйтеп, баш тарта.
Хәлифәттә Әбү Бәкер, һуңынан Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың кәңәшселәренең береһе була. Иран һәм Византияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ғүмәр р.ғ. уны Ярмуҡ һуғышында ғәскәр башлығы итеп билдәләй; мосолмандар византиялыларҙы еңәләр. Был еңеүҙән һуң, Әбу Ғүбәйдәт Фахел һәм Басанды, ә һижри 14 йылда Дамаскты ала. Шуның менән бергә уның етәкселегендә Хомс, Ҡотдос (Иерусалим) һәм Сүриәнең башҡа ҡалалары алына.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбу Ғүбәйдәт ибн Жәрәх һижри 18 йылда чума эпидемияһы ваҡытында 58 йәшендә вафат була. Уны Иерусалим эргәһендәге Бисан биҫтәһендә ерләйҙәр, йыназа намаҙын Мүғәз ибн Жәбәл уҡый.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде А. Абу Убайда ибн аль-Джаррах (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде А. А. Абу Убайда ибн аль-Джаррах // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8.
- Athamina, Khalil Abū ʿUbayda b. al-Jarrāḥ // Encyclopaedia of Islam, THREE
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абу Убайда ибн аль-Джаррах — доверенный уммы // Информационно-аналитический канал ANSAR
- Абу Убайда ибн Аль-Джаррах 2017 йыл 5 декабрь архивланған. на сайте islam-info.ru
- Абу ‘Убайда — сподвижник Пророка, мир Ему 2016 йыл 22 апрель архивланған. на сайте moona.ru
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |