Әжекәй ауыл Советы (Мәсетле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әжекәй ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Әжекәй
Административ-территориаль берәмек Мәсетле районы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452553
Карта

Әжекәй ауыл Советы — Мәсетле районы составындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы) Почта индексы — 452553. ОКАТО коды— 80242803000.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында »Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендәге Законына  ярашлы  ауыл биләмәһе статусына эйә булды[1].  2008 йылда Әжекәй ауыл Советы һәм Яңы Мөслим ауыл Советы Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әжекәй ауылы — административ үҙәк (38б ҡушымта); (16.07.2008 № 22-з һанлы БР Законы)[1]

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
19892002[2]2009[2]2010[3]
719750730684

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[4]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

34) Мәсетле районы буйынса:

а) Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мөслим, Әжекәй ауыл Советтарын, «Оло Ыҡтамаҡ» атамаһын һаҡлап, берләштерергә, административ үҙәкте Оло Ыҡтамаҡта урынлаштырырға. Әжекәй ауыл Советының Әжекәй ауылын, Яңы Мөслим ауыл Советының Яңы Мөслим ауылын Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы составына индерергә.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Әжекәй ауыл Советын һәм Яңы Мөслим ауыл Советын алып ташларға.

б) Оло Аҡа ауыл Советының Ключевой ауылын Абдулла ауыл Советы составына тапшырып, Оло Аҡа һәм Абдулла ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Свердловск өлкәһе, Әләгәҙ ауыл Советы, Оло Аҡа  ауыл Советы, Ҡорғат ауыл Советы, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы, Ростов ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш булды. («Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»»)[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
  5. Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з „О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан“