Әзербайжанда урыҫ теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әзербайжанда урыҫ теле
Әзербайжан почта маркаһы, 2013-1102
Әзербайжан почта маркаһы,2006

Әзербайжан граждандарының 150 меңдән күберәге өсөн урыҫ теле туған тел булып тора, уларҙың күпселеге — этник урыҫ, шулай уҡ урыҫлашҡан әзербайжандар, лезгиндар, аварҙар, украиндар, йәһүдтәр һәм башҡалар ошо телде туған теле һанай. 1994 йылда икенсе тел сифатында урыҫ телендә Әзербайжан халҡының 38 %-ы ирекле һөйләшә алған[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ теле XIX быуаттың беренсе яртыһында Көньяҡ Кавказдың урыҫ колонияһына әйләнеүе менән бәйле. 1830-сы йылдарҙа уҡ инде хәҙерге Әзербайжан территорияһындағы күп кенә ҡалаларҙа урыҫ мәктәптәре асыла. Әзербайжандар араһында белемде урыҫ телендә алыу 1887 йылға тиклем популярлыҡ һәм ышаныс менән файҙаланмай. Был Һәбиб-бәк Мәхмүтбәков һәм Солтан-Мәжит Ғәнизадә Баҡыла беренсе донъяуи рәсәй-әзербайжан (урыҫ-мосолман, урыҫ-татар) училищеһына нигеҙ һалғансы дауам итә. Училищела уҡытыу урыҫ телендә бара (әзербайжан теле дәрестәре инә), программа тап мосолман халҡының мәҙәни ҡиммәттәренә һәм традицияларына ярашлы була [2]Совет осорона тиклем Көньяҡ Кавказда 240 шундай мәктәп булған, шул иҫәптән 1901 йылдан ҡыҙҙар мәктәптәре лә эшләп килгән. 1894 йылда тәүге урыҫ-әзербайжан китапхана-уҡыу бүлмәһе асыла[3] 1918 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡытта бойондороҡһоҙ Әзербайжан Демократик Республикаһында әзербайжан теле илдә дәүләт теле тип иғлан ителә, әммә урыҫ телендә эш ҡағыҙҙары ҡулланыу урыҫ кадрҙары әзербайжан телен өйрәнгәнсе генә рөхсәт ителә [4]

Совет осоронда Баҡыла урыҫ халҡы күбәйеү, урыҫ телендә уҡытыуҙың перспективалары һәм белем сифаты, урыҫ әҙәбиәтен иркен файҙалана алыу ҡала халҡының бик әүҙем урыҫлашыуына булышлыҡ итә. Бының һөҙөмтәһендә ХХ быуат уртаһында Баҡы ҡалаһында милләткә бәйһеҙ субкультура формалаша, космополит һәм урыҫ теллелек айырым сифаттарға әүерелә [5][6] һәм шул төшөнсәләр нигеҙендә «айырым милләт — баҡылар» барлыҡҡа килә[7][8], ул урыҫ, әзербайжан, әрмән, йәһүд һәм башҡа милләттәрҙе берләштерә. Урыҫ теле Баҡыла өҫтөнлөк алыуы уны башҡа милләттәрҙең дә туған тел тип һанауына, «урыҫ телле әзербайжандар» йәки «урыҫ теллеләр» барлыҡҡа килеүенә килтерә [9] Әзербайжанда 1970 йылда 57,5 мең әзербайжан (йәки 1,3 %) урыҫ телен туған теле тип атаған булған[10] Советтар Союзы тарҡалыу һөҙөмтәһендә улар, урыҫтар кеүек үк, эмиграцияға китергә мәжбүр була. Әгәр 1989 йылда урыҫ теллеләр әзербайжан халҡының кәм тигәндә 1%-ын тәшкил итһә, 1999 йылға уларҙың һаны 2,7 мең кеше ҡалған, йәғни 0,04 %. Бынан тыш, 1999 йылда 29 мең Әзербайжан украиндарынан 67 % - ы туған тел тип урыҫ телен атаған[11]

Урыҫ телле әзербайжан әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан авторҙарының урыҫ телендәге тәүге хеҙмәттәре XIX быуатта күренә башлай. Мәҫәлән, Әхмәт-бәк Жаваншир 1883 йылда «1745-1805 йылдарҙа Ҡарабах ханлығының сәйәси хәле тураһында» тарихи очерк яҙа.Әзербайжан драматургы Мирза Фатали халыҡ араһында урыҫ телен таратыу буйынса күп көс һалаб. Йылдан-йыл урыҫ телендә яҙыусы авторҙар арта бара [12] Урыҫ телле әзербайжан әҙәбиәтенең формалашыуы тулыһынса совет осорона тура килә. Был осорҙоң сағыу вәкилдәре булып Имран Касумов, Һәсән Сәидбәйли, Маҡсуд һәм Рустам Ибраһимбәковтар, Иван Третьяков, Мансур Вәкилов, Чингиз Һүсәйенов, Натик Расулзаде, Лев Аскеров, Владимир Кафаров, Алла Ахундова тора; советтан һуңғы осорҙа Чингиз Абдуллаев, Александр Хакимов, Дмитрий Дадашидзе, Һәсән Кулиев, Игорь Ревва, Динара Каракмазли уларҙың традицияларын дауам итә. СССР тарҡалғас, урыҫ телендә яҙған йәш авторҙар Вячеслав Сапунов, Марина Янаева, Яна Кандова, Рена Юзбаши, Насиба Ализаде], Самит Алиев, Нателла Османлы, Элизабет Тюдор, Натик Джафаров, Нигяр Гасанзаде, Гюлюш Агамамедова һәм башҡалар килеп сыға

2003 йылда «Луч» урыҫ телле әзербайжан яҙыусылары ассоциацияһына нигеҙ һалына һәм Әзербайжан яҙыусылар союзының мәскәү бүлексәһе ойошторола, 2004-тә — «Содружество литератур» шағир һәм яҙыусылар ассоциацияһы төҙөлә.«Литературный Азербайджан» журналы, «Мир литературы» гәзите сығарыла, «Луч» Вәғиф исемендәге һәм «Гранат» тигән премия булдырған[13] 2009 йылдан Урыҫ китабы йорто эшләй 

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Logo YouTube por Hernando.svg Видео Русские в Азербайджане,или статус русского языка.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сюни, Рональд и др. «Армения, Азербайджан и Грузия». DIANE Publishing, 1996; с. 103.
  2. Баку и немцы[1]
  3. Азербайджан во второй половине XIX века
  4. Aryeh Wasserman. «A Year of Rule by the Popular Front of Azerbaijan». Yaacov Ro’i (ed.). Muslim Eurasia: Conflicting Legaies. Routledge, 1995; p. 153
  5. Румянцев, Сергей. Столица, город или деревня. Об итогах урбанизации в отдельно взятой республике на Южном Кавказе.
  6. Мамардашвили, Мераб. «Солнечное сплетение» Евразии.
  7. Ульяна Чертовских, Лада Стативина. Азербайджан потерял Насибу Зейналову.
  8. Новые возможности для нацменьшинств в Азербайджане
  9. Ариф Юнусов. Этнические и миграционные процессы в постсоветском Азербайджане.
  10. Alexandre Bennigsen, S. Enders Wimbush. [2]
  11. Ариф Юнусов. Этнические и миграционные процессы в постсоветском Азербайджане.
  12. Энциклопедия «Кругосвет». Азербайджанская литература.
  13. Сергей Чупринин. Русская литература сегодня: Зарубежье