Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан Милли Советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан Милли Советы
әзерб. آذربایجان میلی شوراسی
Нигеҙләү датаһы 27 май 1918
Рәсми атамаһы آذربایجان میلی شوراسی
Дәүләт  Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 7 декабрь 1918
 Әзербайжан Милли Советы Викимилектә

Әзербайжан Милли Советы[1] (әзерб. Azərbaycan Milli Şurası, آذربایجان میللی شوراسی), шулай уҡ Кавказ аръяғы мосолмандарының Ваҡытлы Милли Советы[2] йәки Милли Әзербайжан Советы булараҡ та билдәле[3] — Кавказ аръяғы сеймының элекке мосолман ағзаларының 1918 йыл 27 май үткән ғәҙәттән тыш ултырышында ойошторолған партия-ара сәйәси орган [2]. Әзербайжан Милли Советында төп урынды ул саҡта «Мусават» партияһы биләй. Иртәгәһенә, 28 майҙа Милли Совет Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә.

Советты ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 27 майында Тифлиста Кавказ аръяғы сеймының элекке мосолман ағзалары ғәҙәттән тыш ултырыш үткәрә. 4-се Дәүләт Думаһының элекке ағзаһы һәм Кавказ аръяғы сеймының элекке ағзаһы Мамед Юсуф Джафаров — ултырыштың рәйесе, Сеймдың элекке ағзаһы Рәхим-бәк Вәкилов секретары була[2].

Кавказ аръяғы сеймының «Мусават» федералистарынан һәм партияһыҙҙарҙың Демократик төркөмөнән Төрки демократик партияһы фракцияһы ағзалары: Хәлил-бәк Хасмамедов, Фатали-хан Хойский, Мехти-бәк Ғаджинский, Мехти-бек Ғаджибабабәков, Хосроу-бәк Солтанов, Нариман-бәк Нариманбәков, Джавад-бәк Мәлик-Еганов, Мир Гидаят Сәидов, Гамид-бәк Шахтахтинский, Шафи-бәк Рөстәмбәков, Г. М. Ахундзадә, Мостафа Мәхмүдов, Али Аскәр-бәк Мәхмүдбәков, Худадат-бәк Мәлик-Асланов; Мосолман социалистик блок партияһынан: Б. Ризаев, Джамо-бәк Ғаджинский һәм Магомед Магеррамов; «Иттихад» Рәсәй мосолмандары партияһынан: Мир Ягуб Мехтиев, Солтан Мәджид Ғәниев, Эйбат Гули Мамедбеков; меньшевиктарҙың «Гуммет» мосолман социал-демократик партияһынан: Әкпәр Аға Шәйхүлисламов, С. А. Агамалов[2] ҡатнаша.

Ултырыш Батумиҙан ҡайтҡан Кавказ аръяғы Үҙәк мосолман советы делегацияһы доклады менән асыла. Делегация ағзаһы Насиб-бәк Усуббәков төрөк солох делегацияһы исеменән «Төркиәнең Карказ аръяғы үҙаллылығын һаҡларға ныҡлы ҡарарын һәм йәш дәүләтте нығытыу, көсәйтеү һәм үҫтереү эшендә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген» тапшыра[2].

Докладты тыңлағандан һуң йыйылыш Кавказ аръяғы сеймының 1918 йылдың 26 майында үҙ-үҙен таратыуына бәйле килеп тыуған сәйәси хәлгә мөнәсәбәт мәсьәләһенә күсә. Мәсьәлә буйынса оҙаҡ ҡына фекер алышҡандан һуң, йыйылыш яңы ғына тарҡалған Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республикаһының барлыҡ мираҫын бүлешкәндә бөтә мосолмандар исеменән сығыш яһараға тейешле орган булдырыу кәрәклегенә иғтибар йүнәлтә һәм үҙен, кооптация хоҡуғы менән мосолмандарҙың Ваҡытлы Милли Советы тип иғлан итеп, Көнсығыш Кавказ аръяғына идаралыҡты үҙ ҡулына алыу тураһында бер тауыштан ҡарар сығара. Кооптация хоҡуғына 14 кеше ыңғай, 10 кеше кире тауыш бирә.

Артабан Милли Советтың президиумы һайлана. «Мусават» партияһы рәйес итеп Мамед Әмин Расулзадәне күрһәтә. Уның кандидатураһы, «Иттихад» Рәсәй мосолмандары партияһынан башҡа, бөтәһе тарафынан хуплана. Ябыҡ баллотировка менән, күпселек тауышты (22) алып, Расулзадә Милли Советтың рәйесе итеп һайлана. Ябыҡ баллотировка менән рәйестең урынбаҫарҙары: 1-се — Гасан-бәк Агаев, 2-се — Мир Гидаят Сәидов, секретарҙар: 1-се — Мостафа Мәхмүдов һәм 2-се Рәхим-бәк Вәкилов һайлана. Башҡарма комитет рәйесе итеп партияһыҙ Фатали-хан Хойский һайлана[2].

  1. Протоколы, 2006, с. 62
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Протоколы, 2006, с. 58
  3. Из радиограммы председателя Совета Министров Азербайджанской Республики Ф. Х. Хойского от 30 мая 1918: «…Национальный Азербайджанский Совет объявил 28 текущего месяца независимость Азербайджана, состоящего из восточного и южного Закавказья, и провозгласил Азербайджанскую Республику.» (См. Фатали-хан Хойский. Жизнь и деятельность (документа и материалы) / Главное архивное управление при Кабинете министров Азербайджанской Республики. — Баку: Издательство «Азербайджан», 1998. — С. 152. — 27 с.)