Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әзербайжан ССР-ы битенән йүнәлтелде)
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы
рус. Азербайджанская Советская Социалистическая Республика
әзерб. Азәрбајҹан Совет Сосиалист Республикасы
әзерб. Азәрбајҹан Республикасы
Байраҡ[d]Герб
Нигеҙләү датаһы 28 апрель 1920
Рәсми атамаһы Азербайджанская ССР[1], Azərbaycan Respublikası[1] һәм Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikası
Ҡыҫҡаса атамаһы Азербайджанская ССР, Азербайджанская ССР, Azərbaycan SSR, Азербайджанська РСР, ҶШС Озарбойҷон, РСС Озарбойҷон, ҶШСО, РССО, Azerbaycan SSC, Azərbojčon SSR һәм Азербайджаны ССР
Рәсми тел Әзербайжан теле һәм урыҫ теле
Гимн Әзербайжан ССР-ы гимны
Описание девиза Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d]
Девиз тексы Бүтүн өлкәләрин пролетарлары, бирләшин!
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Баҡы
Административ-территориаль берәмек СССР һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d]
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Әзербайжан
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Закондар сығарыу органы Верховный Совет Азербайджанской ССР[d]
Халыҡ һаны 70 378 676 кеше[2]
Валюта Совет һумы[d]
Алмаштырылған Әзербайжан
Алыштырған Әзербайжан Демократик Республикаһы[d] һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 18 октябрь 1991
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине атеизм һәм атеистическое государство[d]
Тема иҡтисады экономика Азербайджанской ССР[d]
Карта
 Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы (әзерб. Азәрбајҹан Совет Сосиалист Республикасы, хәҙер Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikası, ҡыҫҡаса Әз. ССР-ы) — 1920 йылдың 28 апреленән 1991 йылдың 30 авгусына тиклем Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР составындағы республика.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан ССР-ы 1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолатылыу менән үк ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан 1936 йылдың 5 декабренә тиклем Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында була, ә 1936 йылдың 5 декабрендә союздаш республика булараҡ СССР-ға туранан-тура инә. Кавказ аръяғының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан була. Төньяҡтан РСФСР составындағы Дағстан АССР-ы, төньяҡ-көнбайышта Грузин ССР-ы, көньяҡ-көнбайышта Әрмән ССР-ы һәм Төркиә, көньяҡта Иран менән сикләшкән була. Көнсығышта республика ярҙарын 86,6 мең км² майҙанда Каспий диңгеҙе йыуа. Уның һайығыуы арҡаһында һәм диңгеҙҙәге утрауҙар иҫәбенә Әзербайжан территорияһы ваҡыт үтеү менән 3,5 мең квадрат километрға ҙурая. 1969 йылдың 1 ғинуарына республика халҡы 5042 мең кеше тәшкил итә. Баш ҡалаһы — Баҡы. Әзербайжан ССР-ы составына Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе инә. Республикала 60 район, 57 ҡала (1913 йылда — 13), 119 ҡала тибындағы ҡасаба була.

1991 йылдың 5 февралендә Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың исемен «Әзербайжан Республикаһы» (урыҫса «Азербайджанская Республика»)[3] итеп үҙгәртеү тураһында СССР Конституцияһының 71-се статьяһына ҡаршы килгән ҡарар ҡабул итә.

1991 йылдың 19-21 авгусындағы ГКЧП-ға бәйле ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәй, йәғни 30 августа Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың бойондороҡһоҙлоғын иғлан итә[4]. Илдә 8 сентябрҙә үткән һайлау һөҙөмтәһендә, 98,5 процент тауыш йыйып, быға тиклем Әзербайжан ССР-ы президенты һәм Әзербайжан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булған Аяз Моталибов үҙаллы Әзербайжандың беренсе президенты итеп һайлана.

«Союздаш республиканың СССР-ҙан сығыуы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законы менән ҡаралған процедуралар үтәлмәгәнлектән, Әзербайжан Республикаһы (Әзербайжан ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә Советтар Союзы тарҡалғансы формаль рәүештә СССР составында ҡала.

Административ төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика Конституцияһына ярашлы, Әзербайжан ССР-ы «эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең социалистик дәүләте, ССР Союзы составына ингән союздаш совет социалистик республикһы» була. Дәүләт власының юғары органы — Әзербайжан ССР-ының бер палаталы Юғары Советы, ул дүрт йылға бер һайланған, вәкәләтлек нормаһы — 12,5 мең кешенән 1 депутат. Юғары Совет сессиялары араһында Дәүләт власының юғары органы функцияларын Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы Президиумы тормошҡа ашырған. Юғары Совет республика хөкүмәтен — Әзербайжан ССР-ы Министраҙар Советын төҙөгән, Әзербайжан ССР-ы закондарын ҡабул иткән. Райондарҙа, ҡалаларҙа, ҡасаба һәм ауылдарҙа, шулай уҡ Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһендә урындағы власть органдары — халыҡ тарафынан ике йылға бер һайланған хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары булған. Әзербайжан ССР-ының Юғары Советының Милләттәр Советы 32 депутаттан торған. Бынан тыш Әзербайжан ССР-ы составына ингән Нахичеван АССР-ынан 11 һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһенән 5 депутат Милләттәр Советына ингән булған.

Конституцияға ярашлы, Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы тарафынан 5 йыллыҡ срокка һайланған Әзербайжан ССР-ының Юғары суды республикала юғары суд органы булған. Уның составында 2 суд коллегияһы (граждан һәм енәйәт эштәре буйынса) һәм Пленум эшләп килә. Бынан тыш Юғары судтың Президиумы ла булған. Әзербайжан ССР-ы прокуроры, шулай уҡ Нахичеван АССР-ы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе прокурорҙары 5 йыллыҡ срокка СССР Генераль прокуроры тарафынан тәғәйенләнгән.

Республика филателияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]