Әзербайжан ашуғтары сәнғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әзербайжан ашуғтары сәнғәте
Commons-logo.svg Әзербайжан ашуғтары сәнғәте Викимилектә
Баҡыла Науруз байрамында ашуғ сығышы

Әзербайжан ашуғтары сәнғәте (әзерб. Azərbaycan aşıq sənəti) — әзербайжан ашуғтарының шиғриәт, төрлө тарихтар һөйләү сәнғәте, бейеү һәм вокаль инструменталь музыкаһы йыйылмаһы. Ашуғтар Әзербайжанда элек-электән «Эл анасы» (әзерб. El anası — «Халыҡ әсәһе») тип аталған, сөнки һәр ваҡыт халыҡтың өмөтөн белдергәндәр, мөхәббәт иркен яҡлағандар, тыуған илгә тоғролоҡ тураһында йырлағандар. Әзербайжан ашуғтары сәнғәте милли оҡшашлыҡ символы һәм әзербайжан теле, әҙәбиәте һәм музыкаһын һаҡлаусы тип һанала.

2009 йылlf Абу-Дабиҙа (БҒӘ) рухи мираҫты һаҡлау буйынса ЮНЕСКО комитетының дүртенсе сессияһында әзербайжан ашуғтары сәнғәте ЮНЕСКО-ның рухи мәҙәни мираҫы репрезентатив исемлегенә индерелә[1][2].

Ирекле ашуғтар ижады бик киң һәм төрлө йөкмәткеһе менән айырылып тора. Был сәнғәте үҙ эсенә халыҡтарҙың азатлыҡ һәм батырлығын маҡтаусы, шулай уҡ дуҫлыҡҡа һәм мөхәббәткә дан йырлаусы сатирик һәм юмористик йырҙар, эпик дастандарҙы ала. Ашуғ сәнғәте синтетик сәнғәт булып тора, ашуғ үҙе шиғыр яҙа, музыка ижад итә, сазда уйнай һәм үҙе бейей ҙә. Йыш ҡына ашуғ йырын балабанда уйнаусы һәм тынлы инструменттар ансамбле оҙата, әммә ашуғтың төп музыкаль инструменты булып саз тора.

Ашуғ ижадының иң киң таралған жанры булып дастан, атап әйткәндә, героик-эпик дастан һанала. Дастандарҙа вокаль-инструменталь өлөштәр шиғри диалог фрагменттары менән сиратлаша. XVI быуатта йәшәгән, феодал һәм сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкән әзербайжан халыҡ геройы Короглы тураһындағы дастан айырыуса билдәле. Унда Короглының батырлығына арналған бер нисә йыр бар. Бына ул йырҙар: «Короглы дженгиси», «Атлы Короглы», «Пияда Короглы», «Короглы» һ. б. Батырлыҡ темаһына бағышланған «Мисри» йыры ашуғтар диалогында йыш башҡарыла. Бындай диалогта айырым бер темаға импровизациялаусы ике, өс, хатта дүрт ашуғ ҡатнаша ала.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман энциклопедик һүҙлегендә «ашуғ» һүҙе ғәрәп һәм төрки «ашуғ» — «ғашиҡ» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ҙур энциклопедик һүҙлектә лә төрөк телендә лә «ашуғ» «ғашиҡ» тигәнде аңлата. Шулай уҡ, ғәрәп сығышлы «ашуғ» һүҙе тәүсығанаҡта «аллаһы тәғәләне мөккиббән китеп яратыусы, алла тип ялҡынланып яныусы» тиәнде белдерә, һуңынан ул төрөк телмәренә күсә, артабан әрмән һәм грузин телдәренә «йырсы-шағир» мәғәнәһендә инә. XII быуатта йәшәгән төрөк мистик шағиры Әхмәт Йәсәүи үҙенең «Хәҡиҡәткә ғашиҡтар» шиғырында суфый дәрүиштәрен «ашиҡтар» тип атай[3].

Ашуғ сәнғәте тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ашуғ Гурбани йәшәгән һәм ижад иткән XV-XVI быуаттарҙан[4] башлап, әзербайжан мәҙәниәтендә ашуғ традициялары үҫешә башлай, әммә был сәнғәт үҙе күпкә боронғораҡ тарихҡа эйә, мәҫәлән, озандар X—XI быуаттарҙа уҡ ижад итә.

Озандар — уғыҙҙар араһында айырым рухи йоғонтоға эйә, гопуз атамалы уйын ҡоралына ҡушылып хикәйәләүсе уғыҙ сәсәндәре һәм йырсылары. Уларҙың билдәле һәйкәлдәренә «Ҡорҡот ата китабы» героик эпосы ҡарай. Тарихта Деде Ҡорҡот, Деде Ғәббәс, Деде Ядигяр, Деде Ғасым, Деде Керем («деде»" һүҙе уғыҙҙарҙа «рух атаһы» тигәнде аңлата) кеүек озандар билдәле. XVII быуатта озандар тулыһынса тарихи аренанан китә. Бының сәбәбе булып төрөк-уғыҙ йәмғиәтендә ислам дине һәм уның идеологияһы йоғонтоһоноң көсәйеүе тора. Ислам идеяһына йүнәлтелгән ғәрәп теле һәм әҙәбиәте һәм, ғөмүмән, мәҙәниәте таралыуы озан сәнғәте нигеҙҙәрен боҙа.

Гурбани дәүерендә үҙҙәренең сығышын гопузда уйнап башҡарған озандарға алмашҡа сазда уйнап йырлаған ашуғтар килә.

Ашуғ музыкаһы жанрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли шиғриәттең төп жанрҙары — гошма, дастан, устаднаме, шулай уҡ уларҙың шиғри формаһы — герайлы, дивани, гошма, теджнис — ашуғтар ижадының иң яратҡан төрө[5].

Гошма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был шиғыр һалыуҙың иң таралған халыҡ формаһы. "Гошма"ларҙа ижектәр һаны ун бергә етә. «Гошма» бер нисә төрсәгә бүленә: «гүзәлләмә» — был гүзәл һүҙенең — матурлыҡ тигән мәғәнәнән сығып, тәбиғәт матурлығын йәки кешенең иҫ киткес үҙенсәлектәрен һүрәтләүсе форма; «ҡосаҡлама» — был форма героик эштәрҙе йәки батырҙарҙың үҙҙәрен данлаусы форма, «ташлама» — ижтимағи йәки кешегә хас кәмселектәрҙе тәнҡитләп күрһәткән төр, «ағыт» — иҫкә алыу йыры.

Дастан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнсығыш шиғриәтендә генә түгел, көнбайыш поэзияһында ла (шул иҫәптән халыҡ ижадында ла) билдәле жанр. "Дастан"дарҙа ашуғтар героик эштәр, мөхәббәт тарихы, мөһим тарихи ваҡиғалар тураһында бәйән итә. Стилистик һәм ижек яғынан "гошма"ны хәтерләтә, әммә уларҙан дүрт юллыҡтар һаны, тематикаһы, мәғәнәһе һәм музыкаль темаһы менән айырыла.

Остаҙнамә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Остаҙнамәләрҙең традицион темалары йыр-нәсихәт һәм йыр-вәғәздәрҙән тора.

Гүзәлләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гүзәлләмә — "гошма"ның бер төрсәһе, һәм ул тәбиғәт матурлығын йәки кешенең иҫ киткес үҙенсәлектәрен тасуирлай.

Башҡарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саз — ашуғтың төп ҡоралы

Әзербайжан ашуғтарының башҡарыу манераһы урындағы ижад үҙенсәлеге менән айырылып тора. Мәҫәлән, Гәнжә, Келбажар, Ғазы, Товуз, Борсалы төбәктәрен сағылдырған ашуғтар үҙҙәренең индивидуаль оҫталығы менән айырыла һәм фиҙакәрлек менән ашуғ сәнғәте традицияларын һаҡлай. Йыш ҡына ашуғ һөйләгәнде балабанда уйнаусы һәм тынлы инструменттар ансамбле оҙата, әммә ашуғтың төп музыка ҡоралы — саз. Төп әзербайжан халыҡ уйын ҡоралдары: тар, деф (муғамсылар триоһында), саз (ашуғ ижадында), нагара, Гоша-нагара (байрам йолаларында).

Ашуғтар ижади һәләттәре буйынса түбәндәгесә айырыла:

  • 1. Ашуғ-шағир халыҡта «Оҫта ашуғ» (оҫта ашуғ) — дастандар, каравелли, шиғырҙар, йырҙар ижад итә, сазда уйнап йырлай, башҡарыуҙы бейеү хәрәкәттәре менән оҙата.
  • 2. Ашуғ-инструменталистар. Атаҡлы ашуғтарҙың әҫәрҙәрен тарата, сазда уйнап, ҡайһы берҙә бейеп ебәреп, йырлайҙар.
  • 3. Ашуг-хикәйәсе, сазда уйнап, ҡайһы берҙә яңғыҙ (соло) сығыш яһай, шулай уҡ ашуғтың башҡарыуын, уның менән йәнәш бейеп хәрәкәт итеүсе дудуксы оҙата.

Ашуғтар яңғыҙ ғына түгел, ләкин ғәҙәттә дүрт башҡарыусынан — ашуғтан, ике дудуксынан һәм барабансынан торған ансамблдә сығыш яһай[6]. Ашуғ ансамблен шулай уҡ саз менән балабан һәм һуҡма инструменттар тәшкил итә[7].

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алескер ашуғ, XIX—XX бб. ашуғы һәм риүәйәтсеһе.

Ашуғтар репертуары дастандар менән генә сикләнмәй; уның жанрҙары төрлө һәм тематикаһы буйынса ижтимағи яҡтан һәр саҡ үткер һәм бик аныҡ. Улар әкиәт (нагыл), мөхәббәт-лирик йырҙар, маҡтау йырҙары (гүзәлләмә), нәсихәт йырҙары (остаҙнамә), сатирик әҫәрҙәр белә. Биш юллыҡ (мөхәммәс) һәм ике юллыҡ (дүбәйт) шиғри формалары ярҙамында ижад итә, шулай уҡ ирен ҡымтыуҙы талап итмәгән фонемаларҙан төҙөлгән (додах-деймез) шиғырҙы киң ҡуллана. Күп ашуғтар 50-60 дастан, тиҫтәләгән хикәйә, повесть һәм әкиәтте (мәҫәлән, Гокчиҙың билдәле Алескер ашуғы) хәтерендә тотҡан.

Элек ашуғтар сәйханаларҙа, ҡаруанһарайҙарҙа, баҙар майҙандарында сығыш яһаған. Уларҙың репертуарында матур шиғри өлгөләр күп булған. Ашуғ көйләүе музыкаль яҡтан үтә ҡатмарлы түгел, әммә улар ритм буйынса аныҡ. Был көйҙәр традицион һәм быуындан-быуынға тапшырылып килә. Шулай ҙа ҡайһы бер мотивтар героик шиғырҙар өсөн, икенселәре — лирик шиғыр өсөн генә тәғәйенләнгән. Бер үк төрлө көйҙәрҙе төрлө ашуғтар төрлөсә башҡара һәм улар ашуғтың шәхси зауығына һәм темпераментына бәйле. Ашуғ ижадының киң таралған жанры мөхәббәт лирикаһы була. Әммә ашуғ музыкаль-поэтик ижадының иң ҡыҙыҡлы формаһы булып шиғыр турниры — дәйешмә йәки башҡортса — әйтеш тора, һүҙ бәйгеһендә ҡатнашыусы ашуғтар йомаҡ ҡойоп, бер-береһенә һорау биреп һәм яуаплап ярышалар. Әгәр ҡаршы торған ашуғтың әйткәненә икенсеһе шиғри формала яуап бирә йә йомаҡты сисә алмаһа, ул еңеүсегә сазын бирергә тейеш булған, ә еңелеүсе ашуғ исемен юғалтҡан.

Үткән осор башҡарыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Әзербайжанда профессионал ашуғтарҙы ике категорияға бүләләр: башҡарыусы ашуғтар һәм шағир ашуғтар. Тәүгеләре, профессионал риүәйәтсе-башҡарыусы булараҡ, шиғри ижад менән шөғөлләнмәйҙәр. Үҙҙәренең индивидуаль һәләтенә таянғанлыҡтан һәм туған фольклорының үҙенсәлеген бар нескәлегендә аңлағанлыҡтан, улар дастандарына һәм хикәйәттәренә, бигерәк тә сәсмә формаларына, төрлө вариациялар һәм үҙгәрештәр индергән. Ә ашуғ шағирҙар, киреһенсә, риүәйәтсе эшмәкәрлеге менән бер рәттән, шулай уҡ шиғри ижад менән дә шөғөлләнә. Әзербайжанда бындай ашуғтарҙы остаҙҙар тип йөрөтәләр, әзербайжан теленән тәржемә иткәндә, «данлыҡлы оҫта» тигәнде аңлата. Остаҙҙарҙың ашуғ ижады серҙәренә өйрәтерлек мәктәптәре булған. Һәләтле шағирҙар Гүрбани (XVI быуат), Туфарғандан Ғәббәс ашуғ (XVII быуат), Хесте Ҡасум (XVIII б.), Валех ашуғ (XVIII быуат), Алескер ашуғ (18211926), Бозалғандан Ғөсәйен ашуғ (18751949,) Саят Ноуа һәм бик күп башҡа һәләтле шағирҙар остаҙ тип аталған. Улар ашуғ шиғриәтенә генә йоғонто яһап ҡалмай, бөтөн әзербайжан яҙма әҙәбиәтенә ҙур йоғонто яһай.

Репертуарында әзербайжан телендә күп һанлы йырҙарын тәҡдим иткән әрмән милләтле башҡарыусылар ҙа әзербайжан ашуғы тип аталған, ә ҡайһылары, мәҫәлән, Авак Азарьян хатта әзербайжан телендә ижад иткән.

Хәҙерге заман башҡарыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжандың иң күренекле ашуғтарының береһе — ул Әзербайжан халыҡ артискаһы Бриллиант Дадашева. Шулай уҡ Борчалыла (Грузия) тыуып үҫкәнӘзербайжан парламенты депутаты Зәлимхан Яғуб ашуғ исемен йөрөтә. Хәҙерге замандың билдәле ашуғтары: Зөлфиә, Илһам Аслан, Али Товузлы һ. б.

Тимер шаршау осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

30-сы йылдарҙан башлап, СССР халыҡтарының бөтөн халыҡ музыка мәҙәниәте кеүек, ашуғ музыкаһы ла, дәүләттең ныҡ ҡаты контроле аҫтына алына, һәм шул арҡала үҙенең иң яман осорон кисерә. Оҙаҡ йылдар дауамында әзербайжан милли музыкаһының халыҡ-ара аренаға юлы ябыҡ була. Халыҡ аңына ашуғ музыкаһы һәм муғам тураһында, камиллашмаған, артыҡ ябай, тигән фекер көсләп һеңдерелә, әммә айырым көстәрҙең «тырышлығы» барыбер интеллигенцияның күп өлөшөнөң ауыҙ-тел музыка традицияһы менән ҡыҙыҡһыныуын кәметмәй.

Ашуғтар музыкаһын тергеҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылда Баҡыла үткән Евровидение фестивале көндәрендә саз уйнаусы ашуғ

XX быуаттың етмешенсе йылдарында ЮНЕСКО тырышлығы менән муғам тергеҙелә башлай. ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 1971 йылда Мәскәүҙә, 1973 йылда Алматыла һәм 1978 һәм 1983 йылдарҙа Сәмәрҡәндтә традицион музыка буйынса тәүге халыҡ-ара симпозиумдар һәм фестивалдәр үтә.

Ашуғ музыкаһы фестивалдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылдың июлендә Сумгғайыт ҡалаһының Ғөзәйер Ғаджибәков исемендәге мәҙәниәт һарайында «Сазын, созюн сехриня гял!» тип аталған ашуғ музыкаһы байрамы үтә. Фестиваль "Республика ашуғтары берләшмәһе"нең ҡала бүлексәһе инициативаһы менән уҙғарыла, байрам дан килеп сыға. Концертта Али Товузлы, Илһам Аслан, шулай уҡ «Пәрей ғызлар» мәжлесе ағзалары Тэлли Борчалы, Кәмәлә Ғубадлы кеүек ашуғтар һәм шағирҙар сығыш яһай. Улар юғары импровизация оҫталығы һәм фольклорҙы белеүен күрһәтә.

Шағирә Ғәнирә Мәхтиханлы Әзербайжан ашуғтары берләшмәһенең Сумғайыт бүлеге рәйесе булып тора. Ҡалала ошо халыҡ сәнғәте менән мауыҡҡан профессионалдар — 20-нән артыҡ ашуғ бар. Улар ашуғ музыкаһын әүҙем пропагандала ҡатнашалар, предприятиеларҙа, хәрби частарҙа шефлыҡ концерттары менән сығыш яһай.[8]

Донъяға танылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан үҙ аллылыҡ алғандан һуң ғына Әзербайжан мәҙәниәтен донъяға танытыу мөмкинлеге асыла, бының өсөн әзербайжан ашуғтарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә һәм донъя буйлап гастролдәр ойошторола.

  • 2009 йылдың майында Гейдар Алиев фонды ярҙамы менән Луврҙа әзербайжан ашуғтарының концерты үтә.[9]
  • 2 февралдә музей үҙәгендә «Әзербайжан ашуғ музыкаһы антологияһы» дискыһының презентацияһы була[10]
  • 2009 йылдың ноябрендә әзербайжан ашуғтары төрлө илдәрҙең музыканттары ҡатнашҡан Дербент ҡалаһы музыка фестивалендә сығыш яһай.[11]
  • 2009 йылдың көҙөндә Бөйөк Британияла Әзербайжан көндәре сиктәрендә Лондонда әзербайжан ашуғтары сығыш яһай.[12]
  • Францияла әзербайжан сығышлы Фредрик Ғазахбейле «Газах» музыкаль ижади төркөм төҙөй һәм уның программаһына ашуғ музыкаһын индерә. Төркөм солистарының береһе француз Мелука Обри Микаил Азафлының «Аманды» йырына тауыш яҙҙыра. Йырҙар «La fibre» альбомына индереләсәк. Уларҙың «Фото» тип аталған тәүге альбомына синтез индереү әзербайжан һәм француз милли музыкаһы синтезы ингән.[13][14]
  • Төркиәнең Сивас ҡалаһында уҙғарылған күренекле Русат ашуғ иҫтәлеген хөрмәтләү сараһында Нахичевандан килгән әзербайжан ашуғтары сығыш яһай. Программа сиктәрендә ашуғтар әзербайжан халыҡ йырҙарын башҡара[15].

Әзербайжан ашуғтары исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Имран ашуғ
  • Гүрбан ашуғ
  • Абдулла ашуғ
  • Ғәббәс Туфарғанлы ашуғ
  • Һары ашуғ
  • Валех ашуғ
  • Лала ашуғ
  • Меҫкен Мөхәммәт
  • Хесте Ҡасум
  • Шикесте Ширин
  • Пәрей ашуғ
  • Алескер ашуғ
  • Али ашуғ
  • Алы Ғызылвенкле ашуғ
  • Арзу Гүрбани
  • Арзу Мелек
  • Асад ашуғ
  • Әхмәт ашуғ
  • Басти ашуғ
  • Ислам ашуғ
  • Ғөсәйен Бозалғанлы ашуғ
  • Ғөсәйен Сарачлы ашуғ
  • Ҡәмәндәр ашуғ
  • Ғожа ашуғ
  • Мулла Жума ашуғ
  • Муса ашуғ
  • Мостафа ашуғ
  • Шамшир ашуғ
  • Зәрниғәр Дербендлы
  • Ровшан Ибраһимзаде
  • Самира ашуғ
  • Адалат ашуғ
  • Азафлы ашуғ
  • Зәлимхан Яғуб

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ашугское искусство внесено в Репрезентативный список Нематериального культурного наследия ЮНЕСКО. Day.az, 30.09.2009 г.
  2. Азербайджанское ашугское искусство на сайте ЮНЕСКО
  3. Санубар Багирова. Anthology of ashiq — Maison des Cultures du Monde / Министерство культуры и туризма Азербайджанской Республики, 2008. — Б. 61. — 88 б.
  4. Anthology of Ashiq Ҡалып:Webarchive
  5. menu=5&submenu=47&lang=rus Tourism.AZ — ФОЛЬКЛОР
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Касимов төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. К. А. Касимов. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Азербайджанцы. Народное творчество / Под редакцией Б. А. Гарданова, А. Н. Гулиева, С. Т. Еремяна, Л. И. Лаврова, Г. А. Нерсесова, Г. С. Читая — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — Б. 158. — 684 б.
  8. Праздник ашугской музыки: Шоу-бизнес, 14 июля 2004
  9. В Лувре состоится концерт азербайджанских ашугов | В Лувре состоится концерт азербайджанских ашугов | Ежедневный информационный ресурс — «Azeri.ru — Азербайджанцы в России»
  10. ttp://1news.az/culture/20090202123045514.html
  11. Азербайджанские ашуги на музыкальном фестивале в Дербенте | Культура — Zerkalo.az
  12. В Лондоне выступили азербайджанские ашуги — ANSPRESS.COM
  13. Во Франции прозвучит ашугская музыка " BAKU-ART.az
  14. Азербайджанские ашуги выступят на международном фестивале в Париже: Культура, 14 мая 2009
  15. Нахчыванские ашуги выступили с концертом в Сивасе

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]