Әзербайжан келәме
Әзербайжан келәме — өбөрөһөҙ һәм өбөрөлө келәмдәрҙең төрлө төрҙәрен белдереүсе термин. Әзербайжан келәменең баҡы, гәнжә, ҡаҙаҡ, ширван, шәмәхә, ҡарабағ, ҡуба, әрдәбил[2] һәм тәбриз төрҙәре бар[3][4].
«Ираника» энциклопедияһы билдәләүенсә, XIX быуатта Кавказда келәм һуғыу башлыса Көнсығыш Кавказ аръяғында таралған булған, был төбәк әзербайжандарҙың ватаны булараҡ билдәле[5].
Боронғо әзербайжан келәмдәре Аҡ Йортта, АҠШ Дәүләт департаментында һәм донъяның күп музейҙарында, шул иҫәптән Баҡылағы Әзербайжан келәме һәм халыҡ ҡулланма сәнғәте дәүләт музейында, Нью-Йорктағы Метрополитен музейында, Бостон Нәфис сәнғәт музейында, Филадельфия Сәнғәт музейында, Париж Луврында, Лондон Виктория һәм Альберт музейында, Эрмитажда, Ватиканда һәм башҡа урындарҙа һаҡлана[6].
2006 йылда ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы булышлығында «Әзербайжан келәмдәре» тигән диск сығарыла, уға 215 һүрәт, 15 видеоклип һәм әзербайжан келәмдәре тураһында бер нисә мәҡәлә ингән[7]. 2010 йылдың ноябрендә Әзербайжанда традицион әзербайжан келәмдәре һуғыу сәнғәте ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мираҫы исемлегенә индерелә[8].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуаттан, Сәфәүиҙәр дәүләте барлыҡҡа килгәндән алып, әзербайжан келәмен һуғыу сәнғәте элек күрелмәгән камиллыҡҡа өлгәшә һәм сәнәғәт тармағына әйләнә[9][10]. Ул дәүерҙең миниатюралар төшөргән рәссамдары, каллиграфтары әзербайжан орнамент сәнғәте мәктәбен барлыҡҡа килтереүҙә мөһим роль уйнай. Был мәктәп Көнсығыш сәнғәтенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай һәм тәбриз мәктәбенең берҙәм стилен хасил итә[11][12].
XVI быуаттың икенсе яртыһынан Көньяҡ Әзербайжанда барлыҡҡа килгән афшан, лечек-турундж һәм гөлбендлик биҙәктәре Төньяҡ Әзербайжан келәмселәре (Ҡарабах, Баҡы, Ширван) тарафынан да ҡулланыла башлай. Бындағы оҫталар тәбриз келәмдәренең үҫемлекле орнаментына тиклем геометрик биҙәктәр ҡулланған була[13]. XVII быуатта Ҡазах, Бәрдә, Мүгән, Жәбрәил келәмдәре, ә XVIII быуат уртаһынан Шәмәхә, Шуша һәм Шәки келәмдәре лә билдәлелек ала.
XIX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында Кавказ аръяғы Рәсәй империяһына ҡушыла.
Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1843 йылда ғына ла Әзербайжандың Каспий буйындағы алты районында 18 мең дана келәм һәм келәм әйберҙәре етештерелә. Ширван һәм Губа келәмдәре — Баҡыла, Ҡазахтан һәм Гәнжәнән килтерелгән келәмдәр Тәбриздә һәм Истанбулда һатыла. 1850 һәм 1857 йылдарҙа тәүге халыҡ-ара Тифлис күргәҙмәләрендә әзербайжан оҫталарының уникаль тауарҙары приздарға лайыҡ була. Әзербайжан келәмдәре 1872 йылда Мәскәү политехник күргәҙмәһендә һәм 1882 йылда Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм сәнғәт күргәҙмәһендә күрһәтелә.
Хәҙерге заманда келәм һуғыу тармағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат аҙағында келәм һуғыу Әзербайжанда иҡтисадтың иң мөһим тармаҡтарының береһенә әйләнә. Келәм һуғыу бөгөн Әзербайжандың күп төбәктәрендә уңышлы үҫә. Унда ике тиҫтәнән ашыу эреле-ваҡлы келәм һуғыу комбинаты бар. Атап әйткәндә, Губала, Ҡусарҙа, Көрдәмирҙә, Гәнжәлә, Шәмәхәлә, Дәвәчиҙә, Ҡазахта, Товузда, Шәкиҙә, Әрдәбилдә, Тәбриздә, Баҡыла келәм һуғыу производстволары эшләй, уларҙа келәм һуғыу сәнғәтенең борондан килгән традициялары үҫтерелә. Хәҙерге заман әзербайжан келәмдәре араһында «Әзер-Илмә» маркалылары айырылып тора, улар Атланта (АҠШ, 1997), Ганновер (ГФР, 1999) һәм Мәскәү (2003) ҡалаларында үткән сауҙа-күргәҙмәләрҙә уңышлы ҡатнаша. Был компанияның келәмдәре АҠШ, Германия, Франция, Төркиә, Рәсәй, Италия, Австралия, Япония, Швеция, Норвегия, КАР-ҙағы шәхси коллекцияларҙы биҙәй[14][15]. Әзербайжан келәмдәре 2010 йылдың ноябрендә Лондонда булған «Azerbaijan: Flying Carpet To Fairy Tale» күргәҙмәһендә һәм 2011 йылдың февралендә Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ алыуының 20 йыллығына арнап Парижда үткәрелгән тантанала ла ҡатнаша[16][17].
Әзербайжан келәменең төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орнаментика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәмдәре сағыу төҫтәр ҡатнашмаһынан хасил булған һутлы колорит менән айырылып тора. Әзербайжан келәмдәренең орнаменты төрөнә һәм ҡайһы төбәктә һуғылыуына ҡарап айырыла. Мәҫәлән, «Губа», «Ширван», «Ҡазах», «Зәнджан» келәмдәренә ҡатмарлы геометрик биҙәктәр хас, ул биҙәктәр хайуандар һәм кешеләрҙең схематик һындарынан, урталыҡта бер күсәргә теҙелгән күп мөйөшлө йәки йондоҙ һымаҡ медальондарҙан тора. «Тәбриз» һәм «Ҡарабах» келәмдәренә үҫемлекле орнамент хас. Әзербайжан келәменең эстетик принцибы яҫылыҡтағы «күренештәр», һүрәттәр ритмикаһы, келәм йөҙөнөң урта менән ситтәргә аныҡ бүленеүе, элементтарҙың теүәл геометрияһы кеүек һыҙаттарҙа сағыла.
Геометрик биҙәктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геометрик биҙәктәр келәмселектең баҡы, ҡазах, гәнжә мәктәптәрендә айырыуса йыш осрай. Биҙәктәрҙән сатраш менән һигеҙ ҡанатлы йондоҙ өҫтөнлөк итә. Сатраш тамырҙары менән политеизм ҡараштарына барып тоташа һәм бормаланып нурҙар һипкән күк үҙәген кәүҙәләндерә. Был символда шартлы рәүештә йондоҙҙар менән уратылған ҡояш йә күтәрелеп осоп киткән ҡоштар тубы күҙаллана. Келәм уртаһындағы һигеҙ ҡанатлы йондоҙ ғәҙәттә ромб һәм квадрат рәүешендәге шартлы фигуралар менән уратыла. Һуңыраҡ тәбриз мәктәбе йоғонтоһо аҫтында келәм ситтәренә үҫемлек биҙәктәре инә башлай[18].
Ислам символикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәмдәрендә ислам символикаһы ла осрай. Мәҫәлән, Фатима ҡулы, биш бармаҡ тигән символ, ул исламдың биш шартын һәм мосолмандар хөрмәт иткән биш шәхесте — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе, Али, Фатима, Хәсән һәм Хөсәйенде — кәүҙәләндерә. Келәмдәрҙең уртаһына ислам архитектураһы элементы «миһраб» төшөрөлә.
Үҫемлек донъяһы биҙәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәмдәре араһында тәбриз һәм әрдәбил келәмдәре төҫтәр һәм биҙәктәр байлығы менән айырылып тора. Уларҙы тәбиғәтте һәм уңдырышлылыҡты сағылдырған үҫемлек биҙәктәре биҙәй. Тәбриз келәмдәренең күбеһенең уртаһына шәжәрә ағасы баҫыла. Шулай уҡ ағастар, үләндәр, ҡоштар төшөрөлә. Дымһыҙ ҡоро тупраҡта үҫә торған нар ағасы тәбиғәт мөғжизәһе тип баһалана, ул тәбриз һәм ширван келәмдәрендә ла урын алған. Нар бигерәк тә Сәсәниҙәр дәүерендә юғары баһалана, зороастризм культында уға ҙур әһәмиәт бирелә, Сәфәүиҙәр осоронда келәмдәрҙә һәм миниатюраларҙа урын ала.
Хайуандар донъяһы биҙәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәмдәрендә ҡош, айырыуса бөркөт һәм тауис ҡоштары йыш һынландырыла. Бөркөт тәбриз келәмдәрендә йыш осрай һәм батшаның көс-ҡеүәтен, дәрәжәһен сағылдыра. Һуңыраҡ бөркөт һүрәте һаҡлағыс талисман мәғәнәһен ала. Тауис ҡояш илаһилығын кәүҙәләндерә, бынан тыш «тауис күҙе» бәлә-ҡазанан да һаҡлаусы тип һаналған. Һарыҡ-кәзәле биҙәктәр борон күсмә тормош алып барған теге йәки был ҡәбиләнең тамырҙарына ишаралай. Техник мөмкинлектәрҙә сикләнеү арҡаһында һарыҡ-кәзәнең тотош кәүҙәһе шартлы «S» рәүешендәге мөгөҙ менән дә алмаштырыла. Аждаһа ла шулай стилләштереп төшөрөлә. Талисман тәғәйенләнешле тәүге келәмдәр Әзербайжандың батша һарайы мануфактураларында XVII быуатта һуғыла[20].
Башҡарыу техникаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәмдәре башҡарыу техникаһы буйынса ике төргә бүленә: өбөрөһөҙҙәргә («балаҫ», «жәджим», «сумах», «килим», «зили», «верни» һ.б.) һәм өбөрөлөләргә (ҙурҙары — «хали» бәләкәйерәктәре — «халча»)[21].
Өбөрөлө келәмдәрҙе һуғыу ҡатмарлыраҡ: уларҙа төйөндәр «төркибаф» тип аталған төйөн (симметриялы «төрки төйөнө») менән бәйләнә, күп төрлө биҙәктәр, төҫтәр һәм сюжеттар ҡатнашмаһы шул ысул менән хасил ителә. Икешәр буй епкә өбөрө төйөнө һалына, шулай итеп келәмдә теләгән формалағы һәм үлсәмдәге һүрәттәр барлыҡҡа килтерелә. Бик борон барлыҡҡа килгән һәм тәүләп Әзербайжанда ҡулланылған «Төркибаф» техникаһы XV-XVI быуаттарҙа камиллаштырыла һәм уны ҡулланып бик тығыҙ ебәк келәмдәр һуғырға мөмкин була[22]. Тәбриз мәктәбенең ҡайһы бер келәмдәре асимметриялы «фарсбаф» («фарсы төйөнө») менән һуғылған. Әзербайжан өбөрөлө келәмен айырып торған үҙенсәлек уның бик ҙур тығыҙлыҡлы булыуынан ғибәрәт. Келәмдең тығыҙлығы квадрат дециметрға тура килгән төйөндәр һаны менән үлсәнә. Төйөндәр ни тиклем тығыҙ үрелһә, келәм шул тиклем затлыраҡ тигән фекер киң таралған. Ләкин ҡайһы бер сәнғәт белгестәре был критерийҙы хата тип һанай[23]. Ҡайһы төбәктә эшләнгәненә ҡарап, келәмдең һәр квадрат дециметрына 1.600-ҙән (40 х 40) 4.900-ға (70 х 70) тиклем өбөрөлө төйөн тап килә. Өбөрөлө келәмдәр үлсәмдәре менән дә айырыла: бәләкәйҙәре — халча, гәба, намаҙлыҡ, тахт-өҫтө, дошанак һәм ҙурҙары — даст халы, геба.
Ирандың сәнғәт буйынса ғалимы Кәрим Мирзаи әзербайжандарҙың шаһсевән тигән этнографик төркөмөнөң XVII быуаттан алып келәмселек үҫешенә яһаған йоғонтоһон өйрәнә һәм[24] әзербайжан келәмдәрен башҡарыу техникаһы буйынса төркөмләй: «Борчалы-Ҡазах» тибы; А тибы — губа келәме «гөмөл»; А-1 тибы — «муған келәме»; А-2 тибы — «зәнжан келәме»; А-3 тибы — «сарбанд келәме»; Б тибы — «шуши хан келәме»; Б-1 тибы — «тәбриз келәме»; Б-2 тибы — «сарбанд тәбриз келәме»; В тибы — «губа алпан келәме»; В-1 тибы — «зәнжан-алпан»; Г тибы — «дербент бутаһы»[25].
Әзербайжан келәме мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжанда бер-береһенә йоғонто яһаған һәм бер-береһен байытҡан келәмселек мәктәптәре була. Әлеге ваҡытта художество-техник үҙенсәлектәре буйынса танылған ете мәктәп бар: Баҡы, Губа, Ширван, Гәнжә, Ҡазах, Ҡарабах һәм Тәбриз мәктәптәре[26][27][28][29].
Ширван келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ширван мәктәбе Шәмәхә, Мараза, Ах-су, Көрдәмир, Ғазимәммәт (Ғаджиғабул), Гөйчай ҡалаларын һәм яҡын-тирә ауылдарҙы солғай. Ширван мәктәбенең композициялары: Мараза, Гобустан, Биджо, Ширван, Көрдәмир, Шильян, Ширалибәйли, Чуханлы, Сор-Сор, Ғаджиғабул, Набур, Исрафил, Арджиман, Пирхасанлы, Джагирли, Джәмджәмли, Шилйан һ.б.[30]
Ширван келәмдәре бай композициялы һәм дизайнлы. Улар башҡа илдәргә лә һатылған.
Техник тасуирламаһы: был келәмдәргә бер квадрат дециметрға 3000 төйөн һыйҙырта торған үҙенсәлекле һуғыу ысулы хас, буй ебе йөндән дә, кизе-мамыҡтан да була, һоҫа арҡауҙы ике йә өс тапҡыр ташлай, төйөндәр симметриялы, нескә үрелешле, һыйпағанда келәм ҡулға айырыуса йомшаҡ.
Төҫтәре: ҡуңыр төҫтәр ҙә, аҡһылдары ла ҡулланыла; йәшел ҡатнаштырылған ҡыҙыл менән зәңгәр төҫтәр ерлектең төп төҫтәре булып тора, ҡайһы берҙә һары, зәғферән, аҡһыл зәңгәр, фил һөйәге төҫтәре лә ҡулланыла. Ситтәрендәге ҡара һәм ҡоңғорт йәшел төҫтәр ҡабарынҡы итеп күрһәтә. Муғани келәмдәрендә һары һәм ҡыҙыл төҫтәр ҡуйы зәңгәр менән ҡатнаштырыла.
«Овчулуг» келәме, Ширван мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | 2004 йылдың 29 апрелендә Сотби аукционына ҡуйылған намаҙлыҡ. Ширван мәктәбе. 1875 йыл | Шәмәхәнән «Сумах» исемле йөн келәм. Ширван мәктәбе. XIX быуат | Шәмәхә келәме. 1850 йыл |
Ҡарабах келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарабах мәктәбенә Әзербайжандың көньяҡ-көнсығышындағы Шуша, Малыбәйли, Гиров, Дашбулағ, Довшанлы, Туг, Туглар, Морадханлы, Гадрут, Ғасымушағы, Кубатлы, Ғозак, Мирсәйид, Багирбәйли, Ханлығ, Тутмаз ҡала һәм ҡасабалары инә. Билдәле композициялары: Аран, Бахчадагөлләр, Балығ, Буйнуз, Барда, Бахманлы, Ҡарабах, Годжа, Ҡасымушағы, Ламбараны, Муған, Талыш, Лампа, Малыбәйли, Хангарвард, Ханлығ, Хантырма, Челеби, Шабалыдбута һ.б.
XIX быуат аҙағында Я. Зедгенидзе Шушала келәм һуғыу менән башлыса әзербайжандар шөғөлләнеүен билдәләй[31].
«Шәддә» (әзерб. ŞəddəŞəddə) — Ҡарабахтың иң билдәле келәм төрө[32].
«Муған» келәме. Ҡарабах мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Ханлығ» келәме. Шуша. XIX быуат | «Шабалыт бута» келәме. XVIII быуат. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | XIX быуаттың аждаһалы йөн келәме «Сумах». Келәмгә «S» рәүешендә аждаһалар төшөрөлгән[33] | «Сахсыдагөлләр» келәме. Ҡарабах мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы |
Губа келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Губа мәктәбе Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышын солғай. Уға Губа ҡалаһы менән уның тирәһендәге ауылдар, Дивичи ҡалаһы һәм шул тирәләге ауылдар ҡарай. Дербент келәмдәрен дә ошо мәктәпкә индерәләр.
Губа келәмдәре ҡатмарлы медальондар менән биҙәлә. Композициялары төрлө. Аҡһыл төҫтәрҙән ҡуйыға тиклем төрлө төҫтәр ҡулланыла[34]. Геометрик биҙәктәр һәм орнаменттар киң таралған, хайуандар һәм үҫемлектәр ҙә һүрәтләнә. Билдәле композициялар: Гедим-Минаре, Гимил, Алпан, Голлу-чичи, Пирабадил, Ғаджиғайыб, Грызһ.б.[35].
Техник тасуирламаһы: бәрхәт һымаҡ оҙон, тығыҙ өбөрө, «лулбаф» техникаһы ҡулланыла, был техника келәмдең ныҡлығын тәьмин итә. Буй ебе — йөн, арҡауы — йөн һәм кизе-мамыҡ.
Төҫтәре: уртаһының ерлеге сағыу, ҡайһы берҙә күҙ яуын алырлыҡ зәңгәр. Биҙәктәре асыҡ булып айырылып тора, ҡайһы берҙә һары менән йәшелдең төҫмөрҙәре ярҙамында баҙыҡландырыла. Тәбиғи йөн, ҡыҙғылт һары, фил һөйәге төҫтәре лә осрай.
«Пирабадил» келәме. Губа мәктәбе. XX быуат башы. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Гимил» келәме. Губа мәктәбе. 1902 йыл. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Герат-Пирәбәдил» келәме. Губа мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Ләджәди» келәме. Губа мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы |
Ҡазах келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡазах мәктәбе Әзербайжандың Ҡазах, Ағстафа, Товуз райондарын, Грузияла Борчалы, Әрмәнстанда Гокчи өлкәһен солғай.
Композициялары: Шыхлы, Борчалы, Ғаймағлы, Ғарағоюнлу, Ғараязы, Ғарачоп, Ғачаган, Дагкесемен, Демирчиләр, Кемерли, Гокчали, Салахлы һ.б.
Ҡазах келәмдәре араһында «йондоҙло келәмдәр» (ингл. Star-kazak rugs, нем. Stern-Kasak Kaukasus) айырылып тора.
Техник тауирламаһы: ҡазах келәмдәре ҡаты йөндән туҡыла, үлсәмдәре әллә ни ҙур түгел (1,5*2,0 йәки 2,20*2,60 метр), симметриялы үрелә, уртаса тығыҙлығы бер квадрат дециметрға — 800—1000 төйөн, ҡулға йомшаҡ, әммә бик ауырҙар, һоҫа ебе икенән һигеҙгә тиклем, буй ебе йөндән, тупаҫ үреүле.
Төҫтәре: башлыса тәбиғи буяуҙарға манылған ептәр ҡулланыла, ҡыҙыл, зәңгәр, фил һөйәге төҫлө ерлек киң таралған, хроматик палитраһы бай: зәңгәр, йәшел, һары, асыҡ зәңгәр, аҡһыл көрән, көрән, ҡара.
«Шыхлы» келәме. Ҡазах мәктәбе. XIX быуат | «Фәхрәле» келәме. Ҡазах мәктәбе. XIX быуат[36]. | Грегори Кимблдың шәхси коллекцияһындағы келәм. Ҡазах мәктәбе. 1900 йыл[37]. | «Ҡазах» келәме. Ҡазах мәктәбе. XVIII быуат. Төрөк һәм ислам сәнғәте музейы, Стамбул |
Баҡы келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡы мәктәбе Апшерон ауылдарын: Горадил, Новханы, Сураханы, Хилибута, Нардаран, Бүлбүлә, Фатмаи, Мардакан, Кала, Хила солғай. Апшерондан ситтәге Хызы төбәге лә ошонда инә. Шулай уҡ Гади, Хил, Кеш, Фындыган кеүек келәмселек үҙәктәре уға ҡарай.
Келәмдәре йомшаҡ, төҫтәре сағыу, үҙенсәлекле геометрик биҙәклеләр. Үҫемлек биҙәктәре лә осрай. Йыш ҡына медальоны тура дүрт мөйөшлө йә алты мөйөшлө. Ситтәрен йыш ҡына йүгереп барған эт, бөркөт суҡышы, тешле йә шәшке рәүешле япраҡ кеүек һүрәттәр биҙәй.
Техник тасуирламаһы: уртаса йыуанлыҡтағы ептән һуғылалар, буй ебе йөн һәм кизе-мамыҡ, йөнө сифатлы, йомшаҡ, һоҫаһы ике ҡатлы еп менән бәйләнә, төйөнө симметриялы.
Төҫтәре: бик ныҡ аҡһыл төҫтәр ҡулланыла, зәңгәр, аҡһыл зәңгәр, аҡһыл көрән, фил һөйәге, һары, шоколад көрәне, таҙа ҡыҙыл төҫтәр аһәңле ҡушыла.
«Сураханы» келәме. Баҡы мәктәбе. XX быуат башы. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Баҡы» келәме. Баҡы мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Хила-Афшан» келәме. Баҡы мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Хила-бута» келәме. Баҡы мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы |
Гәнжә келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәнжә келәм мәктәбе Гәнжә ҡалаһын һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙы, шулай уҡ Кәдәбәк, Геранбой, Шәмкир, Сәмүх райондарын солғай. Был мәктәптең үҙәге булып Гәнжә ҡалаһы иҫәпләнә. X—XI быуаттарҙа уҡ Гәнжәлә ебәк еп, йөн һәм ебәк келәмдәр етештерелә.
Композициялары: Гәнжә, Гедим Гәнжә, Голкенд, Фәхрәли, Чәйкәнд, Чайлы, Шадили, Чирағлы, Сәмүх һ.б. «Фәхрәли» намаҙлығы художество сифаты һәм нәфис стиле менән айырылып тора.
Техник тасуирламаһы: формаһы оҙонса, өбөрөһө оҙон ҡалдырып киҫелә, үрелеше симметриялы, фактураһы ҡулға тупаҫ һәм көпшәк, буй ебе йөн, һоҫаһы ике епле салыулы һәм арҡаулы, үрелеше тупаҫ йә ярым нескә.
Төҫтәре: ҡазах келәмдәренә ҡарағанда төҫтәре сағыуыраҡ һәм ҡуйыраҡ, зәңгәрҙең төрлө төҫмөрҙәре киң ҡулланыла, шулай уҡ ҡыҙыл, йәшел, һары, аҡһыл көрән, ҡара һәм көрән төҫтәре күп осрай.
«Фәхрәли» келәме. Гәнжә мәктәбе. 1926 йыл. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | Балаҫ келәм. Гәнжә ҡая мәктәбе. 1880 йыл. Сотби аукционы, № 07977. | «Кедабек» келәме Гәнжә мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Гәнжә» келәме. Гәнжә мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Чирахлы» келәме. Гәнжә мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы |
Тәбриз келәм мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбриз келәмдәре етештерелгән ҡалалар — Тәбриз, Әрдәбил, Марага, Маранд, Мака, Хой, Урмия, Зәнжан, Гараджа, Хериз, Сараб, Әхмәдабад, Мириш, Ахар, Сельмас, Гораван, Сенна, Ҡарадағ һ.б. Билдәле композициялары: Тебриз, Бахшайыш, Гередже, Гораван, Герис, Лечектурундж, Афшан, Агаджлы, Овчулуг, Дордфасил (әзерб. Dörd fəsil - Четыре времени годаDörd fəsil — Четыре времени года).
Тәбриз борондан өбөрөһөҙ келәмдәр етештереү үҙәге булып танылған. Келәмселек үҫешенә төрки йоғонтоһо көслө була[38]. XI һәм XII быуатьар Тәбриз келәм һуғыу мәктәбенең яңынан тыуыу осоро тип ҡарала. XIII быуатта монгол-татар баҫҡыны осоронда келәм һуғыу эше һүлпәнләнә. Әммә күп һанлы төрки монгол ғаиләләренең күсеп ултырыуы һәм һалымдар инһен өсөн кәсептәрҙе тергеҙеү ихтыяжы төрлө кәсептәрҙең, шулай уҡ келәмселектең ҡабат үҫеш алыуына килтерә. Башҡа илдәр менән сауҙа көсәйә. Ошо осорҙа төбәктең сәнғәтенә ҡытай уйғурҙары һынлы сәнғәтенә хас биҙәү элементтары килеп инә.
Тәбриз келәмдәрен шаһ һарайы өсөн һуҡтырғандар, шунлыҡтан эшкә иң оҫта келәм һуғыусылар алынған. XVII быуат аҙағынан «тәбриз келәмдәре» сит илгә сығарыла башлай. XIX быуат аҙағында күпселек Тәбриз келәм цехтары һәм оҫтаханалары инглиз-швейцар «Zigler» һәм немец «PETAG» («Persiche Teppiche AG») компаниялары контроле аҫтына эләгә. Тәбриздә келәм һуғыу традициялары бөгөн дә үҫә, унда күп һанлы келәм һуғыу фабрикалары эшләй[39].
«Гараджа» келәме. Тәбриз мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы[40] | «Тәбриз» келәме. Тәбриз мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы[41] | «Герис» келәме. Тәбриз мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы[42] | «Бахшайыш» келәме. Тәбриз мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы[43] |
Әрдәбил келәмдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге [[Иран]дың] Әрдәбил провинцияһында һуғылған келәмдәр Әрдәбил келәмдәре тип йөрөтөлә. Билдәле композициялары: Әрдәбил, Шәйех Сафи, Шаһ Аббас, Сараби, Зәнджан, Мир, Ачма-юма.[44].
«Шәйех Сафи» келәме, 1539. Әрдәбил мәктәбе, Виктория һәм Альберт музейы |
«Шаһаббасы» келәме. Әрдәбил мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Мирь» келәме. Әрдәбил мәктәбе. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы | «Ҡарадағ келәме». XIX быуат башы. Риппон Босвелл аукционы |
Әзербайжан келәмдәрендә билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүи һүрәте төшөрөлгән келәм
-
«Сафиаддин Урмави» келәме. Баҡы мәктәбе. 1975 йыл. Әзербайжан келәме һәм халыҡ-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейы.
-
Композитор Узеир Ғаджибәков
-
Ленин рәсеме төшөрөлгән келәм.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Роя. Тагиева. Азербайджанский ковёр. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Элм», 1989, рис.36
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. Б) Ардебильская группа. Б.: «Гянджлик», 1983.
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Гянджлик», 1983.
- ↑ Encyclopedia of the Peoples of Africa and the Middle East, 2009. Page 81 (Azeris):
- ↑ Encyclopaedia Iranica. Caucasian Carpets. Richard Wright. 2011 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ Richard Rothstein & Co. New York. About Caucasian Rugs and Persian Rugs 2012 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Бюро ЮНЕСКО в Москве 2007 йыл 10 сентябрь архивланған.
- ↑ ЮНЕСКО-Пресс. Праздники, методы исцеления и ремесленные навыки и кулинарное мастерство обогатят Репрезентативный список нематериального наследия. 17.11.2010
- ↑ Siawosh AZADI; Latif KERIMOV; Werner ZOLLINGER. Azerbaijani-Caucasian Rugs. — Switzerland Ulmke Collection, 2001. — p. 135. — ISBN 3-925813-10-1 / 9783925813108
- ↑ Britannica Encyclopedia. Iran. Shah Abbas.
- ↑ Britannica Encyclopedia. Tabriz school.
- ↑ Р. Тагиева — Азербайджанский ковёр, Баку, 2003, стр. 158—163
- ↑ Siawosh AZADI; Latif KERIMOV; Werner ZOLLINGER. Azerbaijani-Caucasian Rugs. — Switzerland Ulmke Collection, 2001. — p. 135. — ISBN 3-925813-10-1 / 9783925813108
- ↑ Caspian Energy Agency. Интервью генерального директора ООО «Азер-Илмэ» Видади Мурадова.(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт ООО «Азер-Ильме» 2012 йыл 24 июль архивланған.
- ↑ В Лондоне азербайджанский ковёр поможет совершить путешествие в волшебную сказку.Trend.az, 02.11.2010
- ↑ В Париже состоялась торжественная церемония, посвященная 20-й годовщине восстановления независимости Азербайджана. 2018 йыл 27 октябрь архивланған.Azerbaijan.az, 19.02.2011
- ↑ Мехди Зариф. Ковры. Перевод с итал. И. Замойской. — М:АСТ, 2006 — стр. 19 — ISBN 5-17-033764-7
- ↑ Л. Керимов. Азербайджанский ковёр / Научный редактор проф. Мурсал Наджафов. — Баку: Гянджлик, 1983. — Т. II.
- ↑ Мехди Зариф. Ковры. Перевод с итал. И. Замойской. — М:АСТ, 2006 — стр. 16-19, 188 — ISBN 5-17-033764-7
- ↑ Л. С. БРЕТАНИЦКИЙ, Б. В. ВЕЙМАРН. ОЧЕРКИ ИСТОРИИ И ТЕОРИИ ИЗОБРАЗИТЕЛЬНЫХ ИСКУССТВ. Искусство Азербайджана. Стр. 116—117
- ↑ Siawosh AZADI; Latif KERIMOV; Werner ZOLLINGER. Azerbaijani-Caucasian Rugs. — Switzerland Ulmke Collection, 2001. — p. 39. — ISBN 3-925813-10-1 / 9783925813108
- ↑ Интервью Марка Патлиса и Натальи Некрасовой. Кум, Кашан, Исфаган, Тебриз. Журнал «Деньги» № 15 (75) от 24.04.1996
- ↑ Hali.com. Remembering Latif Kerimov and a new Carpet Museum for Baku 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ Karim Mirzaee, Tehran Art University. «Azerbaijani Carpet from Darband to Sarband via Shahsavans». Azerbaijanian carpet. — Baku:Elm, p. 118—119. — ISBN 5-8066-1758-0
- ↑ С. М. Мурзина, кандидат педагогических наук, доцент кафедры декоративно-прикладного искусства и технической графики художественно-графического факультета ГОУ ВПО «Орловский государственный университет» 2009 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Л. С. БРЕТАНИЦКИЙ, Б. В. ВЕЙМАРН. ОЧЕРКИ ИСТОРИИ И ТЕОРИИ ИЗОБРАЗИТЕЛЬНЫХ ИСКУССТВ. Искусство Азербайджана. Стр. 117
- ↑ Технические характеристики и цветовая гамма в описании школ приведены по Мехди Зариф. Ковры. Перевод с итал. И. Замойской. — М: АСТ, 2006 — ISBN 5-17-033764-7
- ↑ John Kimberly Mumford. Oriental rugs. — P:Scribner’s Sons. — 1902.
- ↑ Rugs and carpets from the Caucasus. Rugs and carpets of Azerbaijan. Aurora Art Publishers. Leningrad, 1984.
- ↑ Зедгенидзе Я. «Производство ковровъ и паласов в городе Шуше Елисаветпольской губернии». СМОМПК, 1891, выпуск 11, стр.3
- ↑ Грузинский национальный музей(недоступная ссылка) (инг.)(англ.)
- ↑ Kilim. The Complete Guide. Alastair Hull and Jose Luczyc-Wyhowska. — London: Thames & Hudson Ltd, 1993. — Page 240.
- ↑ Kilim. The Complete Guide. Alastair Hull and Jose Luczyc-Wyhowska. 1993 Thames & Hudson Ltd, London. Pages 240—250
- ↑ Развитие искусства ковроделия в Азербайджане 2018 йыл 15 май архивланған.
- ↑ Hagop Manoyan rugs gallery. Product IC: 697 2015 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ The Kimbles collection. A CLOUDBAND KAZAK RUG, circa 1900. Sotheby’s Auctions lot 46, 02.04.2004.
- ↑ Encyclopedia Iranica. Carpets. The Il-khanid and Timurid Periods. Eleonora Sims. 2008 йыл 17 декабрь архивланған. (недоступная ссылка с 03-04-2011 (4992 дней))
- ↑ Andrew Burke, Mark Elliot. Iran. Volume 5 — p. 64 — P: Lovely planet, 2008 — ISBN 9781741042931
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Гянджлик», 1983, рис.133
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Гянджлик», 1983, рис.129
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Гянджлик», 1983, рис.130
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. VI. Тебризский тип. А) Тебризская группа. Б.: «Гянджлик», 1983, рис.131
- ↑ Лятиф Керимов. Азербайджанский ковёр. Том III. стр. 264—265
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- The traditional art of Azerbaijani carpet weaving in the Republic of Azerbaijan ЮНЕСКО (инг.)(инг.)
- Азербайджанский ковёр в Большой советской энциклопедии БСЭ
- Азербайджанский ковёр в New York Magazine. № 38, 27.09.1993. New York Magazine (инг.)(инг.)
- Азербайджанский ковёр в New York Magazine. № 16, 17.04.1995. New York Magazine (инг.)(инг.)
- Ковры Азербайджана Gov.cap.ru
- Российский этнографический музей. Ткачество. 2013 йыл 11 апрель архивланған. Российский этнографический музей
- The development of carpet weaving in Azerbaijan 2012 йыл 12 июнь архивланған. Azerbaijan.az (инг.)(инг.)
- Сайт Министерства культуры Азербайджана «Азербайджанские ковры» 2011 йыл 7 август архивланған. Министерство культуры и туризма Азербайджана
- Тагиева Р. Искусство азербайджанского ковроткачества в контексте межцивилизационного диалога // Кавказ и глобализация. 2009. № 2-3. С.153-169.