Әзербайжан мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әзербайжан халыҡ бейеүе. "Евровидение 2012" . Баку

Әзербайжан мәҙәниәтеӘзербайжан халҡының һәм Әзербайжан биләмәһендә ҡасандыр булған дәүләттәрҙең мәҙәниәте.  Әзербайжандағы мәҙәниәт үҫеше Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы тарихтағы хәрби һәм сәйәси ваҡиғалар йоғонто яһай.

XIVXV быуаттарында Әзербайжанда йәшәүсе төп халыҡ - төрки телле әзербайжан этносы формалашыу менән уның мәҙәниәте лә барлыҡҡа килә. Уның мәҙәниәтен ғосман мәҙәниәтенән айырыуы бик ауыр. XV быуатта әзербайжан мәҙәниәтенең ике үҙәге формалаша — Көньяҡ Әзербайжан һәм Үҙәнле Ҡарабах. Әзербайжан мәҙәниәте XIVXV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән тигәндә, уның милли телгә бәйле әҙәбиәт һәм башҡа өлөштәрен күҙ уңында тотоу урынлы. Матди мәҙәниәтенә килгәндә, ул урындағы халыҡ төркиләшкәндән һуң да ғәҙәти булып ҡала. Әзербайжан мәҙәниәте үҙаллы булғас та иран һәм ғәрәп мәҙәниәте менән яҡын мөнәсәбәтен һаҡлап ҡала. Улар уртаҡ дин һәм дөйөм мәҙәни-тарихи традициялары менән дә нығытыла[1].

Археологик ҡаҙылмалар һәм һаҡланып ҡалған матди ҡомартҡылар Әзербайжан ерендә йәшәгән тарихҡаса (Гобустан ҡаҙылмалары), шулай уҡ албан осоро (Кум һәм Лекит ауылындағы ҡорамдар)[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94237237-1 [1]] халыҡтарының мәҙәни үҫешен иҫбатлай. Ислам дине таралыу менән мосолман мәҙәниәте үҫешә башлай: мәсет һәм мәҙрәсәләр, мавзолейҙар төҙөлә. Әзербайжан әҙәниәтенә совет осоро ла йоғонто яһай. XXI быуат мәҙәниәт өлкәһендә модернизация осоро[2].

Әзербайжан биләмәһендәге халыҡтар мәҙәниәтенең үҫеш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихҡа тиклемге осор мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гобустанданда ҡаялағы Һүрәттәр

Беҙҙең дәүергә тиклем 8-5-се  мең йыллыҡтарға ҡараған ҡаяға соҡоп эшләнгән һүрәттәр (хеҙмәт, көнкүреш, йола күренештәре) Гобустанда табылған. Яҡшы һаҡланған һүрәттәрҙә тәүтормош кешеләренең дини йолалары, төрлө хайуандарға һунар итеүҙәре сағыла һәм улар Әзербайжандағы биләмәлә мезолит осорондағы мәҙәниәтте күрһәтә. Бында балыҡ тотоуҙы, атта сапҡан һунарсыларҙы, «яллы» халыҡ бейеүен хәтерләткән түңәрәктәрҙе һ.б. күрергә була.

«Гавал чалан даш» — Гобустан ҡурсаулығындағы үҙенсәлекле таш бубен. Төрлө тауыш сығарған был таш плитаға һуғып ритуал бейеүҙәр һәм йолалар башҡарылған[3]. «Фируз» туҡталҡаһында табылған ҡәберлек мезолит осорондағы кешеләрҙең әхирәттәге тормошҡа ышаныуҙары тураһында һөйләй. 

Энеолит һәм иртә бронза быуатынан бик күп менгир, дольмен, кромлех, зооморф керамик һауыттар, биҙәүестәр, балсыҡтан һәм таштан кеше , хайуан һындары һаҡланған.

Кавказ Албанияһы мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Албаняҙыулы таш бағана өлөшө[4]. Мингечевир ҡалаһы янындағы Судагылан ҡаласығын асҡанда табылған[5]

Беҙҙең дәүер башында хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Кавказ Албанияһы барлыҡҡа килә. Уның баш ҡалаһы Кабала була (төҙөлөш ҡалдыҡтары һаҡланған)[6]. Урта быуат сигендә Күр йылғаһы буйында[7] башлыса кавказ албандары, нах-дағстан төркөмөнә ҡараған ҡәбиләләр; бөгөнгө дағстанлылар телендә һөйләшеүселәр йәшәгән[8]. Христиан динен ҡабул итеү менән албанлыларҙың күптәре әрмәнләшә, бер өлөшө грузинлаша (Иори һәм Алазан йылғалары араһындағылар). Билдәле булыуынса, антик осор аҙағында  Албанияның күп өлөшөндәге ҡәбиләләр өсөн әрмән теле «дөйөм тел» (lingua franca) була, ә Каспий яны тирәһендәгеләр иран телендә аралаша. IV быуат башында албандар христиан динен ҡабул итә[9].

Кум ауылындағы V—VI б.б. ҡараған сиркәү. Әзербайжандың Ках районы

Ислам инеү менән албандарҙың күп өлөшө ислам динен ҡабул итә һәм ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. 

Мосолман осоронда мәҙәниәттең үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нахичевандәге Мөмүнә ҡатын төрбәһе. XII быуат. Архитекторы Аджеми Нахчивани

Арран һәм Әрмәнстанды ғәрәптәр яулап (VII в.), ислам тарала башлағас, Әзербайжан биләмәһендә мосолман мәҙәниәте үҫешә башлай — мәсеттәр , манаралар, мәҙрәсәләр, мавзолейҙар төҙөлә.

IX—X быуаттарҙа  Ғәрәп хәлифәте ҡаҡшай башлағас, иран телле халыҡтар, күсмә төрки ҡәбиләләр, курдтар, албандар, әрмәндәр йәшәгән Әзербайжанда[10], ҙур булмаған бик күп дәүләттәр барлыҡҡа килә (Бәрдә, Шәмәхә, Байлакан, Гәнжә, Нахчиван ҡалалары менән). Уларҙа  нахчиван, ширван-апшерон кеүек билдәле архитектура-художество мәктәптәре үҫешә.

XI быуаттан XIII быуат башына тиклем Әзербайжан Сәлжүктәр дәүләтенә инә. Бында хакимлыҡ иткән илдегезидтар династияһы, фарсы-ислам цивилизацияһында юҡҡа сыға[11]. Был дәүерҙең күренекле мосолман ҡомартҡылары — Нахчивандағы мавзолейҙар (Мөмүнә ҡатын, Йософ ибн Кусейра төрбәләре, Джугалағы мавзолей), Баҡылағы Ҡыҙ ҡалаһы. XIII быуаттың тәүге сирегендә был ерҙәрҙе монголдар баҫып ала. XIII—XIV быуаттағы Кесранидтар дәүеренә Мардакяндағы түңәрәк һарай, Нардаран ҡәлғәһе, Пирсарет йылғаһы буйындағы Ханега, «Баил таштары» (Баҡы бухтаһындағы һыуға батҡан замок, XIII б.). Ошо уҡ осорға металдан яһалған нахчиван әйберҙәре, Байлакан һәм Гәнжә керамикаһы).

Был осорҙа Арран, Ширван территорияһында фарсы әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре - Низами Гәнжәүи (биш поэма авторы — Хамсе)[12], Хагани Ширвани, Бейлагани Муджиреддин, Мехсети Гәнжәүи, Ширвани Фалаки йәшәә һәм ижад итә.

Шәки хан һарайы. XVIII быуат. Архитекторы Шираз ҡалаһынан Хадали (Хажи)-Зейналабдин

XIV—XVI быуаттарҙа ҡалаларҙа таш һәм кирбес төҙөлөш сәнғәте үҫешә, уларҙың өлгөләренең береһе Баҡылағы Ширваншаһ һарайы (XV быуат уртаһында төҙөлгән). Мәктәп урындағы традицияларҙы дауам башняһы кәшәнәһен таба. XIV быуаттағы монгол дәүерендә  башнялы кәшәнәләр төҙөлә.  Маразалағы ике яруслы Тере Баба кәшәнәһе бик үҙенсәлекле (1402, төҙөүсеһе — Гаджи оҫтаның улы).

XVIIXVIII быуаттарҙағы иран-төрөк һуғыштары мәлендә эре төҙөлөштәр туҡтап тора, Имамзаде менән Гәнжәләге мәҙәни комплекс төҙөлөшө тамамланыуға бара, XVIII быуатта Шәки хан һарайы төҙөлә. Халыҡ ижады Лагич ауылындағы еҙ һауыт-һаба һәм ҡоралда сағыла. Шулай уҡ куба-ширван, бакы-апшерон, гәнжә-ҡаҙаҡ, карабах тибындағы келәмдәр; Шәки һәм башҡа әзербайжан райондарындағы сигеүҙәр үҙенсәлекле.

Яңы заманда мәҙәниәт үҫеше.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 Узеир Гаджибековтың «Аршин мал алан» опереттаһы геройҙары. XX быуат башы

Рәсәй дәүләте составына инеүе Әзербайжанға рус мәҙәниәтенә юл аса[13]. Был мәҙәниәттең башында мәғрифәтсе Мирза Фатали Ахундов (18121878) була. Ахундов — әзербайжан милли драматургияһына нигеҙ һала («Ботаник мосье Жорда», 1851; «Мулла Ибраһим Хәлил-алхимик» комедиялары, 1851, һ.б.).

Әзербайжан ерендә ижад итеүселәрҙән сатирик шағир Мирза Алекпер Сабир (18621911), яҙыусы Джалил Мамедкулизаде («Молла Насреддин» сатирик журналын сығарыусы), әрмән романсыһы Александр Ширванзаде (Александр Мовсесян, 18581935) һ.б атарға була. XX быуат авторҙарынан драматург Джафар Джаббарлы[14] (18991934), совет шағирҙары Самед Вурғун, Сулейман Рустам, Расул Рза, әрмән шағиры Леонид Гурунц (19121982), яҙыусы Леонид Зорин.

Әзербайжан милли операһына ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты Узеир Гаджибеков нигеҙ һала («Ләйлә һәм Мәжнүн», 1908; «Аршин мал алан», 1913; «Кёроглы», 1936). У. Гаджибеков шулай уҡ Әзербайжан гимны авторы. 1940 йылда А. Бадалбейли тәүге әзербайжан балетын ҡуя («Девичья башня»). XX быуатта шулай уҡ А. Г. Тер-Гевондян, С. Э. Алескеров кеүек композиторҙарҙың эше билдәле. и др. Йырсыларҙан был мәлдә Мөслим Магомаев, Рәшид Бәһбутов, Полад Бюль-Бюль оглы, Зейнаб Ханларова дан ала.

Баҡы ҡалаһында шулай уҡ  Мстислав Ростропович, Лариса Долина, Владимир Меньшов, юмор оҫтаһы Евгений Петросян тыуған. Совет заманында Юлий Гусман етәкселегендәге «Парни из Баку» КВН командаһы атамаһы данын артабан капитан Анар Мамедханов егеттәре дауам итә [15]. Әзербайжандың атҡаҙанған артистары Эльчин Азизов менән Динара Алиева Мәскәүҙәге Ҙур театр солистары. 2009 йылда Баҡыла Заман сәнғәте музейы асыла, унда авангард стилендә эшләүсе 800-ҙән ашыу әзербайжан рәссамдары һәм скульпторҙарының эше йыйылған.  

1953 йылдың майында Әзербайжан ССР-ының мәҙәниәт министрлығы булдырыла. 1988 йылдан мәҙәниәт министры вазифаһын йырсы һәм композитор Полад Бюльбюль оглы башҡара. Республика президенты Илһам Алиев указы менән 2006 йылда Мәҙәниәт Министрлығы нигеҙендә Әзербайжан Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министрлығы ойошторола. Шул йылдан уның министры Абүлфаз Караев. 2012 йылда Баҡыла Гейдар Алиев исемендәге Мәҙәни Үҙәк  асыла. 

Архитектура һәм һынлы сәнғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҡылағы Ҡыҙ ҡалаһы. XII быуат. Архитекторы Масғуд Дауыт оглы

Иң боронғо ҡоролмаларҙан Әзербайжандағы Кум һәм Лекит ҡорамдары, Ҡыҙҙар ҡалаһы һаҡланған[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94237237-1 [1]]. Шулай уҡ ҡәлғәләр: бешбермак, гильгильчай (Чираг-гала) һәм башҡа[16]. Боронғо ислам биналарынан VIII быуаттағы Ахсу һәм Шемаха йома мәсете[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94237237-1 [1]].

Исмаилия бинаһы. XX быуат башы. Архитектор Иосиф Плошко

Баҡы ҡаланың заманса йөҙөн булдырыуҙа "модерн" стилендәге иң матур биналарҙың береһе булған Маилов театры авторы архитектор Баев Николай Георгиевич. Шулай уҡ Гавриил Тер-Микелов биналары: Йәмәғәт Йыйылышы Клубы (хәҙер Филармония), Тифлис Банкының Баҡылағы бүлексәһе (һуңыраҡ "Балалар донъяһы"), Коммерция училищеһы (хәҙер Педагогия институты) һәм башҡалар. Иосиф Гославский проекттары: ҡыҙҙар өсөн мосолман мәктәбе (хәҙер Фәндәр Академияһының ҡулъяҙмалар Институты), Тагиев театры ( Павел Когновицкий менән берлектә). Баҡы шулай уҡ башҡа архитекторҙарҙың да эштәре менән үҙенсәлекле: Касым бәк Гаджибабабеков (Низами Музейы), Зивер бәк Ахмедбеков (Тәзәпир Мәсете), Павел Залесский (ҡала училище бинаһы), Александр Никитин (Диңгеҙселәр клубы,  "Метрополь"ҡунаҡханаһы), Иосиф Плошко (поляк костелы, "Феномен" кинотеатры, "Яңы Европа" ҡунаҡханаһы, Мухтаров һарайы) һәм башҡалар[17].

Файл:Здание Академии наук Азербайджана.jpg
Бина Әзербайжандың Милли фәндәр академияһы. 1960 йй. Архитекторы Микаэль Усейнов

М. Г. Гаджинский, К. Исмаилов һәм КербалаиСефихан  Карабаги кеүек архитекторҙар һәм инженерҙар төҙөгән биналарҙа романтика менән бергә традицион элементтар берләштерелгән[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94238238-1 [1]].

Хәҙерге заман төҙөлөшөнә авангард архитектор Константин Иванович Сенчихин ҙур өлөш индерә.  Уның эштәре: Әзербайжан медицина институты, Дзержинский ис. клуб, "Динамо" спорт комплексы, Мәҙәниәт һарайы (Локбатан) һ . б.).

Баҡы ҡалаһының заманса йөҙөн булдырыуҙа иң ҙур өлөштө СССР-ҙың халыҡ архитекторы Микаэль Усейнов индерә. Уның проекттары буйынса төҙөлгән күп йорттар ҡаланың визит карточкаһы булып тора. Совет дәүере архитекторҙарынан шулай уҡ Әзербайжан ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дадашев Садых, Әзербайжандың атҡаҙанған архитекторы Талаат Ханларов.

Живопись[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәки хан һарайы, XVIII быуат башы—XIX быуат
А. А. Азимзаде. «Бай йорттағы Рамаҙан айы». 1932

Декорация стилендә яҙыусы рәссамдарҙан Эривани Кадым Мирза, Мир Мохсун Навваб, Ғәмбәр оҫта Карабағи билдәле.

1900-20 йылдарҙа демократик ысынбарлыҡ йүнәлешендә яҙған рәссамдар — график А. А. Азимзаде һәм тәүге профессиональ белемле әзербайжан рәссамы Б. Ш. Кенгерли. Улар Әзербайжан совет һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалған . Киндергә майлы буяу менән төшөрөү буйынса заман сәнғәтенә үҙешмәкәр рәссам Гусейнзаде Алибек һала (18641940)[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94241241-1 [1]]. Тәүге махсус белеме булған азербайджан ҡатын-ҡыҙ рәссам Кашиева Кейсар (18931972).

Тәүге профессиональ рәссамдарҙың береһе Азим Азимзаде Баҡы художество училищеһын аса. XX быуаттың икенсе яртыһында билдәле рәссамдарҙан Таһир Сәләхов, Бахлулзаде Саттар, Микаил Абдуллаев, Видади Нариманбеков, Расим Бабаев, Санан Курбанов һәм Тоғрул Нариманбеков[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94241241-1 [1]].

Скульптура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Natavan xurshud.jpeg
Натаван Хөршидбану һәйкәле . Баҡы (скульптор Ғүмәр Эльдаров, 1960)

Урта быуаттарҙа төрлө тораҡтарҙа таш һындар ҡуйылған, йәғни баба (әзер.«баба»)[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94240240-1 [1]]. Үҙәндәрҙә, урман һәм тауҙарҙа байлыҡ символы һаналған һарыҡ, эйәрләнгән ат һындары ҡуйылған. Ҡәбер таштары, диуарҙар рельеф биҙәктәр менән һырланған, был биҙәү бигерәк тә Апшерон ярымутрауындағы ҡорамаларҙа ҡулланыла[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94240240-1 [1]]. Баҡылағы Ширваншах һарайы музейындағы ғәрәп яҙыулы «Баил таштары» (XIII б.) кеше һәм төрлө хайуан һындары менән биҙәлгән[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94240240-1 [1]].

XIX-XX быуаттарҙа скульпторҙар йорттарҙы тарихи стилдә биҙәүҙе тергеҙә башлай. Тәүге профессиональ скульптор Зейнал Абдин бек Алиев 1920 йылдан эмиграцияла йәшәй[18]

Халыҡ кәсептәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Келәм һуғыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Малыбейли ауылындағы келәм. Карабах мәктәбе. XX быуат башы

Әзербайжан келәме - ҡул эштәренең бер төрө. Келәм һуғыу Куба, Ширван, Гәнжә, Казах, Карабах, Баҡыла киң таралған. Ҡарабахта, мәҫәлән, Көнбайыш Европала һәм Америка баҙарҙарында юғары баһаланған ебәк келәмдәр һуғыла[19].

Милли кейем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан ҡыҙы Баҡылағы Науруз байрамында

Тел һәм әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тел[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нахчиван ҡалаһында туған телгә һәйкәл

Әзербайжан теле Әзербайжанда дәүләт теле тип һанала. Ул Ирандың төньяҡ-көнбайышында, шулай уҡ Грузия, Төркиә һәм Рәсәйҙә (Дағстандың көньяғында) киң таралған. Әзербайжан теле төрки телдәрҙең көньяҡ-көнбайыш тармағындағы  уғыҙ телдәре төркөмөнә ҡарай. Телдең 4 диалекты бар: көнсығыш (баҡы, дербент, куба һәм шәмәхә диалекты, муган һәм ләнкәран һөйләше), көнбайыш (ҡарабах, гәнжә һәм казах  диалекты, айрум һөйләше), төньяҡ (шәки диалекты, закатал-ках һөйләше), көньяҡ (нахчиван, тебриз һәм ордубад диалекты, ереван һөйләше).

Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы («төрки»  терминология). 1918 йылдың 28 майы

Әзербайжан үҙаллылыҡ алғандан һуң әзербайжан теле Әзербайжан Республикаһының дәүләт теле тип иғлан ителә. Президент Гейдар Алиев указы менән 2001 йылдың 9 авгусында "Әзербайжан алфавиты һәм теле көнө" булдырыла. Ул йыл һайын 1 августа билдәләнә[21].

Әзербайжанда шулай уҡ талыш, цахур, авар, тат һәм башҡа телдәр киң таралған. Талыш телендә "Талыш седо" (Талыш тауышы) гәзите сыға, радиотапшырыуҙар алып барыла. Мәғариф министрлығы бойороғо менән 2003 йылда 1-4-сы кластар өсөн талыш телен уҡытыу программаһы раҫланған[22]. Лезгин телендә "Самур" гәзите сыға. Лезгин мәҙәни үҙәге "Ени самух" һәм "Алпан" гәзиттәрен ойошторған. Кусар районында лезгин теленгә "Кусар" гәзите баҫыла[23]. Бынан тыш райондың бөтә мәктәптәрендә ун синыфтарҙа ла лезгин теле уҡытыла. Авар мәҙәни үҙәге (Баҡы) авар телдәрендә 300 дана тираж менән "Авар" гәзитен сығара[24]. 1996 йылда Баҡыла цахур телендә әлифба баҫыла. Удиндарҙың  "Орайин" йәмғиәте дәүләт иҫәбенә удин телендә әҙәбиәт һәм уҡыу әсбаптары әҙерләп сығара. Республикалағы урыҫ теллеләр өсөн туған тел урыҫ теле.

Фольклор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Күроғлы» эпосынан. Рәссамы А. Гаджиев

Халыҡ ижадынан хеҙмәт, тарихи, лирик, йола, шаян йырҙарҙы, легендаларҙы, тарихи-батыр эпик әҫәрҙәрҙе (дастан), әкиәттәрҙе, юморескаларҙы (ләтифа), мәҡәл һәм әйтемдәрҙе, йомаҡтарҙы билдәләргә була.

Төрки телдәге тәүге ҡомартҡы тип «Ҡорҡот ата китабы» — уғыҙ ҡәбиләләре эпосы һанала. Эпос Урта Азияла барлыҡҡа килеп уғыҙҙар тығыҙ йәшәгән Әзербайжан ерендә формалаша.

Әзербайжан фольклорында Күр оғлы (Короглу), Асли һәм Керем, Ашик-Гариб, Шах Исмаил һәм башҡа дастандар төп урын алып тора. Күп дастандарҙа булып үткән ваҡиғалар һүрәтләнә. Лирик халыҡ поэзияһында баяти һәм гошма жанрҙары билдәле. XVI — XVII быуаттарҙа халыҡ йыраусылары— ашуғтарҙың ижады яҙып алына. Гурбани, Сары-ашуг, Аббас Туфарганлы, Валех кеүек ашуғтар билдәле.

Әзербайжан әкиәттәре йөкмәткеһе буйынса шартлы рәүештә өс төргә бүленә: «хайуандар тураһында әкиәттәр», «ябай халыҡ тураһында әкиәттәр» һәм «тылсымлы әкиәттәр»[25]. Халыҡ әкиәттәрендәге Джиртдан, Тык-тык Ханым, Мелик-Мамед, Овчи-Пирим, Гекчек Фатма кеүек геройҙар билдәле.

Урта быуат әзербайжан әҙәбиәте [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан телендәге шиғриәткә нигеҙ һалыусы тип Хөрәсәндә  XIII — XIV б.б. шағиры Гасаноглы Иззеддин һанала[26][27]. Шулай уҡ XIV—XV бб. йәшәгән Имадеддин Насими ҙур өлөш индерә (төрки шағир[28][29][30]). Юсиф Маддах төрки телендә «Варга һәм Гөлша» эпик поэмаһын яҙа. Әзербайжан телендә лирик поэмаларҙы Хагиги псевдонимы менән Ҡара Ҡуйлылар дәүләте солтаны Джаханшаһ[31], шулай уҡ Аҡ-Ҡуйлылар дәүләте хакимы Солтан Ягуб яҙа[32]. Солтан Ягуб һарайына шағир Кишвери яҡын була, ул Навои стилендәге лирик яҙмалар авторы[33].

Әзербайжан ерендә йәшәгән авторҙар араһында шулай уҡ Сәфәүиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы Исмәғил I шаһты атарға була, ул Хатаи псевдонимы менән «Дахнаме» («Ун хат») поэмаһын яҙа. Уның һарайында «батшалар шағиры» тип йөрөтөлгән Хабиби йәшәй[34]. Шул уҡ осорҙа Ираҡта шағир Фүзули ижад итә, ул әзербайжан, фарсы, ғәрәп телдәрендә берҙәй оҫта яҙыша[35][36].

XVII—XVIII быуаттарҙа Иран Әзербайжанында Саиб Тебризи, Говси Тебризи, Мухаммед Амани, Тарзи Афшар, Тасир Тебризи ижад итәләр. Шағир Месихи «Варга һәм Гөлша» поэмаһын ҡалдыра[37].

XVIII быуатта Ширван мәктәбе шағирҙары Шакир, Нишат, Махджур ижад итә. Әзербайжан әҙәбиәтендә реализмға карабах ханы Молла Панах Вагиф нигеҙ һала[38]. Уның дуҫы Молла Вели Видади һуғыштарҙы тәнҡитләүсе шиғырҙар яҙа[39]

Хәҙерге әзербайжан әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мирза Фатали Ахундов — Әзербайжанда реалистик проза һәм драматургияға нигеҙ һалыусы[40]

XIX быуатта Әзербайжан ере Рәсәй империяһы составына ингәс, урындағы халыҡ фарсы традицияларынан өҙөлөп урыҫ-европа традицияларына күсә башлай. Был осорҙа Гасым-бек Закир, Сеид Абульгасым Небати, Сеид Азим Ширвани, Хөршидбаныу Натаван, Аббасгулу ага Бакиханов, Мирза Шафи Вазех, Исмаил-бек Гуткашынлы, Джалил Мамедкулизаде ижад итә. Быуат уртаһында әзербайжан драматургияһы барлыҡҡа килә[41]. Был осорҙа 1850-1857 йылдарҙа алты комедия, бер повесть яҙған Мирза Фатали Ахундовты, «Фахреддин ҡайғыһы» трагедияһының авторы  Наджаф бек Везировты, билдәләргә була [42]. Иранском Әзербайжанында шағир Сеид Абдулгасем Набати менән шағирә Хейран ханым билдәле. Шул мәлдә ашуғ поэзияһы ҙур урын алып тора. Әзербайжан ашуғтарынан Алескер, Наджафкули, Гусейн Бозалганлы һәм башҡалар киң билдәле.

XX быуат башында әзербайжан әҙәбиәтенә прогрессив романтизм нигеҙ һалыусы Мөхәммәт Хади, шулай уҡ Джавид Гусейн, Микаил Мушфиг, Ғәббәс Сиххат ижад итә башлай. Совет Азербайжанындағы күренекле эшмәкәрҙәрҙән тәүге халыҡ шағиры Вурғун Сәмәд Вурғун, Сөләймән Рөстәм, Расул Рзу, Мамед Саид Ордубади, Мирза Ибраһимов, Бәхтийәр Вахабзаде һ. б. Был осорҙа Иран Әзербайжанында Мөхәммәд Хөсәйен Шахрияр, Самед Бехранги һ. б. ижад итә.

Хәҙерге әзербайжан яҙыусыларынан урыҫ телле уҡыусылар араһында кинодраматург Рөстәм Ибраһимбәков һәм детектив романдар авторы Сыңғыҙ Абдуллаев танылыу ала. Шиғриәттә Нариман Гасанзаде, Хәлил Рза, Новруз Джабир, Вагиф Самедоглы, Нусрат Кесеменли, Ровшан Рамиз, Гамлет Исаханлы, Зелимхан Ягуб һ. б. билдәле.

Әзербайжан халыҡтары әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зульфугар Ахмедзада — XX быуаттағы талыш шағиры

Башҡарыу сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мугам башҡарыусылар: ханенде Сәйет Шушинский (һулдан икенсе) үҙенең ансамбле менән. 1916 йыл
Ашуғтар Наурыз байрамында . Баҡы
"Ләйлә һәм Мәжнүн" тәүге әзербайжан операһынан күренеш

Бейеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе

Балет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Ҡыҙҙар ҡалаһы", А.Бадалбейли. (1940) Тәүге әзербайжан балетынан күренеш

Театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Коса-коса" халыҡ тамашаһы. Рәссамы Азимзаде А., 1930
Аббас-Мирза Шарифзаде  шәйех ролендә. "Шәйех Санан" операһы ( Гусейн Джавид)

Кино[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Севиль" тауышһыҙ фильмы. Джаббарлы Джафар әҫәре буйынса төшөрөлгән. (1929 йыл, режиссеры А Бек-Назаров, Балаш ролендә (уртала) — А. Герайбейли)
Расим Балаев Нәсими ролендә. "Нәсими" фильмы (1973, режиссеры - Г. Сеидбейли)
Әзербайжан яҙыусыһы Вәзир Юсиф Чеменземинли ғаиләһе менән. Шуша. XX быуат башы
Азим Азимзаде. "Ҡатын-ҡыҙ туйы". 1930

Аш-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Долма — көнсығышта киң таралған милли аш.  Ярпаг долмас (н.) — йөҙөм япраҡтарына төрөлгән һарыҡ ите турамаһы
Пахлава —  ҡатлаулы ҡамырҙан бешерелгән сәтләүекле шәрбәт 

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 Наурыз байрамында милли кейемдәге һыбайлылар . Баҡы

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века
  2. Рамиз Мехтиев. Азербайджанская идея в XXI веке в контексте нации креативных людей
  3. Л. С. Бретаницкий, Б. В. Веймарн. Очерки истории и теории изобразительных искусств. Искусство Азербайджана. 1976
  4. К. В. Тревер. Очерки по истории и культуре Кавказской Албании (IV в. до н. э. — VII в. н. э.), М. — Л., 1959. С. 318.
  5. Philip L. Kohl, Mara Kozelsky, Nachman Ben-Yehuda. Selective Remembrances: Archaeology in the Construction, Commemoration, and Consecration of National Pasts. University of Chicago Press, 2007. ISBN 0-226-45058-9, 9780226450582
  6. «Популярная художественная энциклопедия.» Под ред. Полевого В. М.; М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1986.
  7. Плиний Старший (I в. н. э.), автор труда «Естественная история», пишет: «Теперь будут перечислены жители пограничных с территорией Армении областей: всю равнину, начиная от реки Кура, заселяют племена албанов (Planitiem omnem a Cyro usque Albanorum gens tenet), а затем иберов … » (VI, 28-29). Подтверждая это, Плиний повторяет: «племя албанцев, расселившееся по кавказским горам, доходит, как сказано, до реки Кира» (VI, 39). Страбон локализует албанов на той же территории: «Албанцы больше привержены к скотоводству и стоят ближе к кочевникам; однако они не дики и поэтому не очень воинственны. Они живут между иберийцами и Каспийским морем … ». (География, XI. 4.1.). Об этом же пишет Дион Кассий: «Оройс, царь албанцев, живших выше (ύ π έ ρ) Кирна». (XXXVI, 54,1) Плутарх сообщает: «Самые многочисленные из них — албаны и иберы; последние живут на западном склоне к Мосхийским горам и Понту, а албанцы — на восточном склоне к Каспийскому морю» (Помпей, 34.) Ср.: «Римская История». XXXVI, 54,1; XXXVI, 54,4,5; кн. XXXVII, 2, 3, 4; XXXVI, 53,5; 54,1; Аппиан, «Римская История», Митридатовы войны, 103
  8. Страбон. География 11, 4, 6)
  9. В. Ф. Минорский. История Ширвана и Дербенда X-XI веков — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — Б. 35-36.
  10. Encyclopædia Britannica. Azerbaijan. Cultural life
  11. C.E. Bosworth, "Ildenizids or Eldiguzids", Encyclopaedia of Islam, Edited by P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs et al., Encyclopædia of Islam, 2nd Edition., 12 vols. with indexes and etc., Leiden: E. J. Brill, 1960–2005. Vol 3. pp 1110-111. Excerpt 2
  12. Encyclopædia Britannica. Azerbaijan. Cultural life
  13. Азербайджанская Советская Социалистическая Республика в БСЭ
  14. Джабарлы Джафар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  15. Валентин Крапива. Парни из Баку. В игре и вне игры — Б. 16. — 110 б.
  16. А. В. Саламзаде. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Архитектура / Под редакцией Б.А.Гарданова, А.Н.Гулиева, С.Т.Еремяна, Л.И.Лаврова, Г.А.Нерсесова, Г.С.Читая. — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 175.
  17. Шамиль Фатуллаев. Градостроительство Баку XIX—начала XX веков / Под ред. проф. В. И. Пилявского — Ленинград: Стройиздат, 1978. — 215 б.
  18. Заур Ализаде. Первый азербайджанский профессиональный скульптор - Зейнал Абдин Алиев // газета. — «Зеркало», 04.07.2009.
  19. З. А. Кильчевская, А. Ю. Казиев, Н. А. Верещагин. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Азербайджанцы. Ремёсла и промыслы. Ковроделие / Под редакцией Б.А.Гарданова, А.Н.Гулиева, С.Т.Еремяна, Л.И.Лаврова, Г.А.Нерсесова, Г.С.Читая. — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 92-95.
  20. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Шахдагские народы төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  21. Сегодня - День азербайджанского алфавита и языка, Информационное Агентство "The First News" (01 августа 2009).
  22. Михаил Алексеев, К.И. Казенин, Мамед Сулейманов Дагестанские народы Азербайджана: политика, история, культур — М.: Европа, 2006. — 113 б. — ISBN 5-9739-0070-3.
  23. Михаил Алексеев, К.И. Казенин, Мамед Сулейманов Дагестанские народы Азербайджана: политика, история, культур — М.: Европа, 2006. — 75 б. — ISBN 5-9739-0070-3.
  24. Михаил Алексеев, К.И. Казенин, Мамед Сулейманов Дагестанские народы Азербайджана: политика, история, культур — М.: Европа, 2006. — 83 б. — ISBN 5-9739-0070-3.
  25. «Азербайджанские сказки, мифы, легенды». Библиотека азербайджанской литературы в 20-ти томах. Азербайджанское Государственное Издательство. Баку, 1988 год.
  26. Samir Kazymoghlu. Türk toplulukları edebiyatı — Ecdâd Yayım Pazarlama, 1994. — Т. 1. — Б. 62. (төр.)(тур.)
  27. Haluk İpekten. Fuzulî — Sevinc̣ Matbaasi, 1973. — Б. 9. — 163 б. (төр.)(тур.)
  28. Baldick, Julian (2000). Mystical Islam: An Introduction to Sufism. I. B. Tauris. pp. 103
  29. Burrill, Kathleen R.F. (1972). The Quatrains of Nesimi Fourteenth-Century Turkic Hurufi. Walter de Gruyter GmbH & Co. KG.
  30. Lambton, Ann K. S.; Holt, Peter Malcolm; Lewis, Bernard (1970). The Cambridge History of Islam. Cambridge University Press. pp. 689.
  31. Azeri Literature in Iran, Encyclopædia Iranica.
  32. Azeri Literature in Iran, Encyclopædia Iranica.
  33. Х. Араслы. Кишери // Краткая литературная энциклопедия. — Советская энциклопедия, 1962. — Т. 3. — С. 522.
  34. Хабиби // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  35. Peter Rollberg. The modern encyclopedia of Russian and Soviet literature (including Non-Russian and Emigre literatures) / Edited by Harry B. Weber — Academic International Press, 1987. — Т. 8. — Б. 76.
  36. Л. И. Климович. Литература народов СССР: хрестоматия для высших учебных заведений — 3. — Просвещение, 1971. — Т. 1. — Б. 89.
  37. АЗЕРБАЙДЖАНСКАЯ ЛИТЕРАТУРА, ФЭБ "Русская литература и фольклор".
  38. АЗЕРБАЙДЖАНСКАЯ ЛИТЕРАТУРА, ФЭБ "Русская литература и фольклор".
  39. Видади Молла Вели // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  40. Г. Ахмедов. Ахундов // Российская педагогическая энциклопедия / Под ред. В. Г. Панова. — М.: Большая Российская Энциклопедия, 1993. — Т. I. — С. 67. — ISBN 5852701408.
  41. М. Ф. Ахудов. Избранные произведенияю — Б.: Азернешр, 1987. — Б. 14.
  42. Азербайджанская литература, ФЭБ "Русская литература и фольклор".

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]