Әзербайжан ҡурсаулыҡтары исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан ҡурсаулыҡтары исемлеге
Исемлеккә ҡараған категория Категория:Әзербайжан ҡурсаулыҡтары
 Әзербайжан ҡурсаулыҡтары исемлеге Викимилектә

Әзербайжан мәҙәниәт һәм туризм министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Әзербайжанда 13 тәбиғәт ҡурсаулығы иҫәпләнә[1]. Дәүләт ҡурсаулыҡтары һәм башҡа һаҡланған тәбиғәт ерҙәре Әзербайжан территорияһының 2,5%-ын биләй. Илдә флораны һәм фаунаны һаҡлау һәм ҡурсаулыҡтар буйынса эшмәкәрлек менән Әзербайжандың тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы шөғөлләнә.

Ҡурсаулыҡтар үҙенсәлекле һәм һирәк тәбиғи комплекстарҙы саф, ҡул теймәгән көйө һаҡлау, һәм шулай уҡ тәбиғи процесстарҙы һәм ваҡиғаларҙы өйрәнеү маҡсаты менән булдырыла. Ҡурсаулыҡ территорияһында ерҙәрҙе, шулай уҡ уларҙың эсендә урынлашҡан һыу, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын хужалыҡ маҡсатында ҡулланыу тыйыла.

Ҡурсаулыҡтар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фото Исеме Провинция Майҙаны, га Нигеҙләнеү датаһы
Гёйгёль күле Гөйгөл ҡурсаулығы Гөйгөл районы 6739 1925
Ҡыҙыл-Ағас ҡурсаулығы Ленкорань районы 88 400 1929
Закаталы ҡурсаулығы Закаталы районы 23 800 1929
Турианчай ҡурсаулығы Шеки районы 22 500 1958
«Пиргулу» ҡурсаулығы Шемахы районы 4274 1968
Ширван ҡурсаулығы Ширван 6232 1969
Гараяз ҡурсаулығы Агстафа районы 9568 1978
Басутчай ҡурсаулығы Зангелан районы 107 1974
Исмаиллы ҡурсаулығы Исмаиллы районы 5778 1981
Гарагель ҡурсаулығы Лачин районы 240 1987
Илисуин ҡурсаулығы Кахи районы 17 381 1987
Шахбуз ҡурсаулығы Шахбуз районы 3139 2003
Ҡурсаулыҡ «Эльдар ҡарағайы» Самух районы 392 2004
Шуша дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы Шуша районы 290 1977

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Государственные заповедники. Министерство культуры и туризма Азербайджана. Архивировано 5 апрель 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]