Әз-Зәйтүнә мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Әз-Зәйтүнә мәсете
ғәр. جامع الزيتونة
MinaretMosqueeZitounaTunis.JPG
Ил Тунис Тунис
Ҡала Тунис (ҡала)
йүнәлеш, мәктәп сөнниҙәр, мәликиҙәр
Дөйөм майҙаны 5000 м²
Торошо ғәмәлдәге

Әз-Зәйтүнә мәсете (ғәр. جامع الزيتونة‎ — зәйтүн мәсете) — Тунистың баш ҡалаһында урынлашҡан иң боронғо һәм төп мәсеттәрҙең береһе. 5000 м² майҙанды биләй һәм унда туғыҙ инеү урыны бар[1]. Зәйтүн мәсетендә Карфагендың харабаһынан төҙөлгән 160 бағана бар[2]. Мәсет шулай уҡ тәүге һәм иң ҙур ислам университеты булып танылыу алған[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әл-Кайруан бер нисә быуат буйына Тунис һәм Африканың белем биреү һәм ғилем үҙәге була. XIII быуатта Тунис Әлмөһәүиҙәр һәм Хафсиҙар дәүләттәренең баш ҡалаһына әүерелә[4]. Шуға Әз-Зәйтүн университеты төп ислам белем биреү үҙәктәренең береһе була. Донъяла билдәле социаль тарихсы Ибн Халдун университетты беренсе булып тамамлай[5]. Университетта ислам донъяһының бөтә мөйөштәренән йыйылған студенттар белем ала. Дини фәндәр менән бер рәттән бында юриспруденция, тарих, грамматика һәм медицина буйынса дәрестәр уҡытыла[4]. Төньяҡ Африкала әз-Зәйтүн китапханаһы иң ҙуры була һәм бында унар меңләгән ҡулъяҙма һаҡлана[6]. Һирәк осраған ҡулъяҙмалар бөтә ғилми дисциплиналар буйынса белемдәрҙе һаҡлай, шул рәттән грамматика, логика, этикет, космологии, арифметика, геометрия, минералогия[7][8].

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсеттең архитектураһы элекке мәсеттәрҙең архитектур традицияларын дауам итә (Ғүҡбә мәсете) һәм артабан төҙөләсәктәре (шул иҫәптән Кордова Ҙур мәсете)өсөн илһам сығанағы була. Мәсеттең эске яғы мәрмәрҙән, граниттан һәм порфирҙан яһалған колонналарға терәләгән галерея менән уратып алынған. Төҙөлөш материалы булып Карфагендың емереклектәре хеҙмәт итә[2]. Мәсет һарайының төньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә квадрат манара тора. 1894 йылда 43 метрлыҡ манара төҙөлә.[9]. 19601990 йылдарҙа, президенттар Хәбиб Бургиба һәм Зин әл-Әбидин Бен Алиҙың идара итеү ваҡытында, мәсеттәр капиталь төҙөкләндерелә[10].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хафсиды [1]
  • Альмохады [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Achour, M.A. (1991). «Djami al Zaytuna, al-ma lamu wa fidjaluhu (The Zaytuna Mosque, the monument and the men)».
  2. 2,0 2,1 Great Mosque of Zaytuna. Museum With No Frontiers. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  3. About Zaytuna Institute (недоступная ссылка). Zaytuna Institute of California. Архивировано 23 август 2004 года. 2009 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
  4. 4,0 4,1 Deeb, Mary J.. «Al-Zaytuna; op cit;»: 374.
  5. Charnay, Jean-Paul (January/February 1979). «Economy and Religion in the Works of Ibn Khaldun». the Maghreb Review 4 #1: 1–25.
  6. Ҡалып:Cite encyclopaedia
  7. Abd al-Hafiz Mansour. Fihris Makhtutat al-Maktaba al- Ahmadiya bi Tunis. — Beirut: Dar al-Fat'h, 1969. — P. 8–9.
  8. Sibai M. Mosque Libraries : An Historical Study. — London and New York: Mansell Publishing Limited, 1987. — P. 98.
  9. Jemaâ Ezzitouna  (фр.) (недоступная ссылка — история ). Municipality of Tunis. 2009 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
  10. Lieux de culte Municipalité de Tunis (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). Government of Tunis. Дата обращения: 23 июль 2010. Архивировано 19 ғинуар 2005 года. 2009 йылдың 11 август көнөндә архивланған.