Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 23 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Яманһары
Вафат булыу көнө 2 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (23 ноябрь 1903 йыл — 2 ғинуар 1975 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғит[1](ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Сәғид[2]) Рәхмәт улы Әлибаев 1903 йылдың 23 ноябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Яманһары ауылында тыуа (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы).

1926 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.

19261928 йылдарҙа БАССР-ҙың Йылайыр кантонында Баймаҡ һәм Мөхәмәтйәр мәктәптәре директоры була.

19291932 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1932 йылда Н. К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә академияһын тамамлай.

19321936 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры була. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә — уҡытыусы.

19361937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы мәктәптәр бүлеге инструкторы.

19371938 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары.

19411945 йылдарҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, полк командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары.

19461954 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәғариф министры.

19541959 йылдар — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты директоры.

1959—1966 йылдарҙа — РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы директоры.

СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында Сәғит Әлибаев урамы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960);
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (икеһе лә 1943);
  • 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) һәм башҡалар.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Школы Башкирской АССР (Прошлое, настоящее и пути дальнейшего развития). Уфа, 1966.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]