Әлибай Мырҙағолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлибай Мырҙағолов
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Ҡырҡөйлө-Мең улусы, Суҡраҡлы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы)

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хәрби алыш/һуғыш

Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы

Әлибай Мырҙағолов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлибай Мырҙағолов сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Ҡырҡөйлө-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Әлбәй ауылы) Суҡраҡлы ауылы башҡорттарынан[1][2].

Уның шәжәрәһе артабанғыса булған: Көтәпәй (Түтәй) — Абҙай — Мырҙағол — Әлибай. Мең улусы башҡорто тархан Абҙай Көтәпәев 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Атаһы Мырҙағол Абҙаев 1735—1737 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡан. Әлибай Мырҙағоловтың өс улы булған: Килдеғол (1750—?), Хәмит (1759—1812) һәм Хурамша (1760—1812)[3].

Ҡырҡөйлө-Мең улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының төп старшинаһы вазифаларын башҡара.

Рәсәй империяһы закондар кодексын — Уложениеһын төҙөү өсөн башҡорттар һәм тархандар исеменән Екатерина II комиссияһына (1767—1774) наказдар төҙөүҙә ҡатнаша[3][2].

1767 йылдың 22 мартында Әлибай Мырҙағолов Өфө провинцияһы башҡорттарынан һәм тархандарынан поверенный итеп һайлана, аҙаҡ был сифатта XVIII быуаттың 70-се — 80-се йылдар башы документарҙа телгә алына[4]. Әлибай Мырҙағолов тарафынан 23 мартта тапшырылған наказдарҙың төп өлөшө Уложенный комиссия депуттары Туҡтамыш Ишбулатов һәм Баҙарғол Юнаев представлениеларына инә[5].

1759 йылда Әлибай Мырҙағолов башлығында Нуғай даруғаһы кешеләре уларҙың ерҙәрендә мишәрҙәр һәм татарҙарҙың үҙ-аллы килеп урынлашыуына протест белдереп Өфө провинциаль канцелярияһына мөрәжәғәт итә[6].

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас, 1773 йылдың октябрендә Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристане эргәһендә башҡорт-мишәр хөкүмәт командаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Е. И. Пугачёвтан указ ала. 1773 йылдың ноябрь башында Салауат Юлаев менән бергә командаларҙың бер өлөшөн (1200 кешене) баш күтәреүселәргә килтерә[2].

1774 йылдың мартына ҡәҙәр Берда ихтилалсылар үҙәгендә Кинйә Арыҫлановтың ставкаһында хеҙмәт итә. Ырымбурҙы ҡамауға алғанда, Кинйә Арыҫланов менән бергә башҡорт атлылары менән етәкселек итә[2].

1774 йылдың апрель башында Е. И. Пугачёв тарафынан Өфөгә һөжүм итергә ебәрелә. Батша хөкүмәтенә көрәштең перпективаһы булмауын аңлап, 7 апрелдә Нуғай даруғаһы старшиналары төркөмө рәтендә Өфө провинциаль канцелярияһына «ғәйептәрен танырға» килә. Ҡасҡын Һамаровтың, Ҡаранай Моратовтың хәрәкәтен нейтралләштерергә тырыша[2].

1774 йылдың йәйендә ихтилал яңы көс менән тоҡанғас, йәнә баш күтәреүселәр яғына күсә, 5 июлдәге Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы кенәз П. М. Голицын етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштың етәкселәренең береһе була[1].

1774 йылдың июль уртаһында батша хөкүмәте яғына сыға. Баш күтәреүселәр хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың сентябрендә генерал П. С. Потемкин бойороғо буйынса Нуғай даруғаһы буйлап йөрөп баш күтәреүселәрҙең лидерҙарын ҡорал һалырға өгөтләй[2]. 1774 йылдың көҙөндә ихтилалсы башҡорт старшиналарын Ҡазан йәшерен комиссияһына ебәреүҙе ойоштора[1].

1770-се йылдар аҙағы — 1790-сы йылдар башында Ҫыбы-Мең, Сарт, Ҡырҡөйлө-Мең улустарының старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1793 йылдан һуң яҙышы билдәһеҙ[3].

Уның исеме менән Ҡырҡөйлө-Мең улусындағы Әлибай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Әлбәй ауылы) аталған[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кулбахтин Н. М. Алибай Мурзагулов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — С. 203-204. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Тархан Алибай — общественный деятель // Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — С. 65-67. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.
  4. История башкирского народа, 2011, с. 295
  5. История башкирского народа, 2011, с. 272
  6. История башкирского народа, 2011, с. 280

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]