Эстәлеккә күсергә

Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Арыҫлан-Әмәкәс
Көйөргәҙе районы
Вафат булған көнө 7 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улы (рус. Алеев Аллаяр Салахутдинович; 1909-7.07.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 394-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1].

Аллаяр Сәләхетдин улы Әлиев 1909 йылда (башҡа мәғлүмәт буйынса, 1902 йыл) БАССР-ҙың Күмертау районы Кинйәабыҙ[2] (башҡа мәғлүмәт буйынса — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Арыҫлан-Әмәкәс)[3] ауылында тыуған.

1941 йылдың 14 декабрендә Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

1942 йылдың 7 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Икенсе Тербуны ауылы районында хәбәрһеҙ юғала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Көйөргәҙе районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында яугир Әлиев Аллаяр хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә ҡыҙылармеец Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1192  көн күрһәтелмәгән].