Әли Лариджани
Әли (Ғәли) Әрдәшир Амоли Лариджани ((фарс. علی اردشیر لاریجانی; 3 июнь 1958 йыл, Ән-Нәжәф— 17 март 2026 йыл)[7]) — Иран сәйәси эшмәкәре, Иран Юғары милли именлек советы секретары (2005 йылдың 15 авгусынан 2007 йылдың 20 октябренә тиклем һәм 2025 йылдың 5 авгусынан[8] 2026 йылдың 17 мартына ҡәҙәр)[9]. Элегерәк, 2008—2020 йылдарҙа, Ислам консультатив советы спикеры вазифаһын биләй. Ирандың Юғары етәксеһе, аятулла Әли Хәмәнәи вәкиле була, Советта эшләй[8]. Милли хәүефһеҙлектең төп мәсьәләләре, шул иҫәптән ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәр өсөн яуаплы була. 2026 йылдың 17 мартында Израиль һауа һөжүмендә һәләк була[10]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лариджани 1958 йылдың 3 июнендә Нәжәфтә, ул саҡтағы Ираҡ короллегендәге ҡалала тыуған. Унда атаһы аятулла Хәшеми Мирза Амоли, Иран шаһы Реза Пәхләүи тарафынан һөргөнгә ебәрелгәндән һуң йәшәгән[11]. 1960 йылдарҙа Лариджани ғаиләһе менән Иранға күсеп килә[12]. Лариджаниның күп кенә туғандары күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр, хәҙерге Иранда уның ғаиләһе сәйәсәткә ҙур йоғонто яһай[13][14].
1979 йылда «Шәриф» исемендәге технология университетында математика һәм информатика буйынса бакалавр дәрәжәһен ала. Һуңыраҡ Тәһран университетында көнбайыш философияһы буйынса магистр һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, Иммануил Кант тураһында диссертация яҙа[11].
Сәйәси карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980-се йылдарҙа Лариджани Ислам революцияһың һаҡсылар корпусы (ИРҺК) ағзаһы була. Хәшеми Рафсанджани президент булған осорҙа, 1992 йылдан 1994 йылға тиклем Мәҙәниәт һәм исламлаштырыу министры вазифаһын биләй[11][12]. 1994 йылдан 2004 йылға тиклем Иран Ислам Республикаһының милли телерадиотапшырыуҙар компанияһы булған «Иран Ислам Республикаһы тауышы» н етәкләй. 2005 йылда Лариджани Иран президенты вазифаһына кандидат була, ләкин икенсе турға сыға алмай.
2005—2007 йылдарҙа Ирандың Юғары милли именлек советы (SNSC) секретары булып эшләй. Үҙенең вазифаһында ул Ирандың ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә төп ҡатнашыусы була. Ирандың ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡанда Лариджани режим исеменән ядро программаһы буйынса ташламалар яһауҙан баш тарта һәм үҙенә тиклемге Хәсән Рухани тарафынан ебәрелгән артыҡ йомшартыуҙарҙы тәнҡитләй. Әммә Иран президенты Әхмәдинежад артабан Лариджаниҙы артыҡ прагматик тип һанай, шунан һуң уны Сәйет Джәлили алмаштыра, ул ҡатыраҡ позиция тота[12].
2008 һәм 2012 йылдарҙа Ҡом ҡалаһынан Ислам консультатив советына парламент ағзаһы итеп һайлана.
2008—2020 йылдарҙа Ислам консультатив советы (Иран парламенты) спикеры була[12].

2021 йылдың майында Лариджани 2021 йылғы президент һайлауҙарында Иран президенты вазифаһына дәғүә итергә ниәтләүе тураһында иғлан итә. Әммә Конституцияның һаҡсы советы уны һайлауҙа ҡатнашыуҙан сәбәп күрһәтмәйенсә дисквалификациялай. 2024 йылда ул яңынан һайлауҙарға ҡатнашырға тырыша, ләкин ситләтелә[12]. Күп аналитиктар фаразлауынса, ике осраҡта ла уны Али Хәменеи ҡатыраҡ ҡарашлы Ибраһим Рәисиҙе президент итеп күрергә теләүе арҡаһында уны һайлауға тиклем үткәрмәйҙәр. Ләкин Рәиси 2025 йылғы президент һайлауҙарын күрергә насип булмай, 2024 йылдың майында самолёт аварияһында һәләк була[15].
2025 йылдың 5 авгусында, Израиль менән ун ике көнлөк һуғыштан һуң, Әли Лариджани Ирандың Юғары Милли Именлек Советы (SNSC) секретары итеп тәғәйенләнә][8].
2026 йылғы ҡаршылыҡ акцияларын баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]The New York Times гәзите хәбәр итеүенсә, 2026 йылдың ғинуарында Ирандағы күмәк протесттар ваҡытында илдең юғары лидеры Хәмәнәи Лариджаниға Иран менән идара итеү һәм протесттарҙы баҫтырыу бурысын де-факто йөкмәтә[10][12].Х
Ирандың де-факто лидеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2026 йылдың ғинуарында «The Jerusalem Post» гәзите хәбәр итеүенсә, Хәмәнәи үҙен АҠШ йәки Израиль үлтергән осраҡта Лариджаниҙы де-факто вариҫы итеп тәғәйенләй[16].
28 февралдә АҠШ һәм Израиль Иранға ҡаршы берлектәге хәрби операция башлай[17]. Иранға ҡаршы һөжүмдәрҙең тәүге көнөндә Әли Хәмәнәи үлтерелә, шунан һуң, Ваҡытлыса идара итеү советында рәсми рәүештә власты тотоуына ҡарамаҫтан, ул Иран сәйәсәтендә иң йоғонтоло шәхестәрҙең береһенә һәм уның де-факто етәксеһенә әйләнә[18]. 2 мартта ул Ирандың АҠШ менән һөйләшеүҙәр алып бармауын белдерә һәм Израиль менән АҠШ-ҡа «улар быға тиклем осрашмаған көс» менән янай.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2026 йылдың 16 мартынан 17 мартына ҡарай төндә Лариджани Израиль һауа һөжүмендә һәләк була[19][20][21]. Иран подтвердил гибель Лариджани[22]. Һауа һөжүмендә шулай уҡ уның улы Мортеза һәм уның офис етәксеһе Алиреза Баят һәләк була[23] «Фарс» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Лариджани Тегерандың көнсығыш ситендә ҡыҙына барғанда үлтерелә[24].
Сәйәси ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аналитиктар уны прагматик, шул уҡ ваҡытта консерватив сәйәсмән тип атай. Күп кенә Иран сәйәсмәндәренән айырмалы рәүештә, ул ИРһК һәм юғары дәрәжәле дин әһелдәре менән дә тығыҙ бәйләнештә була[11].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әли Лариджани, Фәриҙә Мотахариға өйләнгән, Ирандағы Ислам революцияһының күренекле шәхесе мәрхүм аятулла Мортаза Мотахари (1919—1979) кейәүе була[25]} [26] Никахтан уларҙың ике улдары Мортеза һәм Мөхәммәт Реза, ике ҡыҙҙары Фатима һәм Сара тыуа[27].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1193090598 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ WorldCat Entities (ингл.) — OCLC, Inc., 2022.
- ↑ https://g1.globo.com/mundo/noticia/2026/03/17/regime-do-ira-confirma-morte-de-ali-larijani-em-ataque-de-israel.ghtml
- ↑ Israel's defense minister says Iran’s Larijani was killed — 2026.
- ↑ Irã confirma morte de Ali Larijani, líder efetivo do regime desde o início da guerra, em ataque de Israel — G1.
- ↑ https://www.middleeasteye.net/news/coronavirus-iran-parliament-speaker-ali-larijani-test-positive
- ↑ Staff, Al Jazeera Israel says it’s killed Iran’s security chief Larijani and Basij commander (ингл.). Al Jazeera. Дата обращения: 17 март 2026.
- 1 2 3 Ali Larijani reappointed secretary of Iran’s top security body, reuters.com (5 август 2025).
- ↑ Israel says it killed Ali Larijani, Iran’s top security official, in strike (en-US) (17 март 2026).
- 1 2 Fasihi, Farnaz. Inside Iran’s Preparations for War and Plans for Survival (en-US), The New York Times, NYTimes.com (22 февраль 2026). 3 март 2026 тикшерелгән.
- 1 2 3 4 Nepotism & the Larijani Dynasty (ингл.). PBS. Дата обращения: 3 март 2026.
- 1 2 3 4 5 6 Adam Zeidan Ali Larijani (инг.) // Britannica.
- ↑ Mahmud, Syed Salauddin Ali Larijani: The Man Khomeini Had Entrusted (билдәһеҙ). Modern Diplomacy. ModernDiplomacy.eu (3 март 2026). Дата обращения: 3 март 2026.
- ↑ Samaha, Nour The Brothers Larijani: A sphere of power (ингл.). Al Jazeera. AlJazeera.com. Дата обращения: 3 март 2026.
- ↑ What we know so far about the helicopter crash that killed Iran’s president and others (ингл.). AP News. APNews.com (19 май 2024). Дата обращения: 4 март 2026.
- ↑ Ali Khamenei appoints succesor in event of US assassination (ингл.). The Jerusalem Post. JPost.com (22 февраль 2026). Дата обращения: 4 март 2026.
- ↑ Cooper, Helene. Initial Focus of U.S. Strikes in Iran Is Military Targets (en-US), NYTimes.com (28 февраль 2026).
- ↑ Ali Larijani is an increasingly plausible heir in Iran (инг.) // The Economist. — ISSN 0013-0613.
- ↑ Wintour, Patrick. Iran’s security chief, Ali Larijani, killed in airstrike, Israel says (en-GB) (17 март 2026).
- ↑ Israeli media say military targeted top security chief Larijani (ингл.). Iran International (17 март 2026). Дата обращения: 17 март 2026. Архивировано 17 март 2026 года.
- ↑ Iran’s top security chief Larijani is dead, Israeli defence minister Katz says (ингл.). Iran International (17 март 2026). Дата обращения: 17 март 2026.
- ↑ Iran confirms security chief Larijani, Basij commander Soleimani killed (17 март 2026).
- ↑ Reals. Iran's top security official, Ali Larijani, was killed in an airstrike. Here's why his death is so significant., CBS News (17 март 2026). 17 март 2026 тикшерелгән.
- ↑ Ali Larijani, Iran's ultimate backroom powerbroker, killed in Israeli airstrike (17 март 2026).
- ↑ {{cite news|last=Sahimi|first=Mohammad|title=Nepotism & the Larijani Dynasty|url=http://www.pbs.org/wgbh/pages/frontline/tehranbureau/2009/08/nepotism-the-larijani-dynasty.html|access-date=2026-05-12l}
- ↑ Sohrabi, Naghmeh The Power Struggle in Iran: A Centrist Comeback? // Middle East Brief. — 2011. — № 53.
- ↑ Emory University sacks daughter of Iran’s top security official Larijani (ингл.). www.iranintl.com (24 ғинуар 2026). Дата обращения: 4 март 2026.