Әли Реза Пәһләүи
| Әли Реза Пәһләүи | |
| фарс. علیرضا پهلوی әзерб. Əli Rza Pəhləvi, علیرضا پهلوی | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Титул | принц |
| Тыуған көнө | 28 апрель 1966[2] |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Вафат булған көнө | 4 ғинуар 2011[3] (44 йәш) |
| Вафат булған урыны | Бостон, Америка Ҡушма Штаттары[4][5] |
| Үлем төрө | үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
| Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
| Атаһы | Мөхәммәт Риза Пәхләүи[1] |
| Әсәһе | Фарах Пехлеви[d][1] |
| Бер туғандары | Шаһназ Пәһләүи, Реза Пәһләүи (шаһзада), Фарахназ Пехлеви[d] һәм Ләйлә Пәһләүи |
| Нәҫеле | Пехлеви[d] |
| Һөнәр төрө | сәйәсмән, светская персона |
| Уҡыу йорто |
Гарвард университеты Принстонский университет[d] Колумбийский университет[d] Saint David's School[d] Razi High School[d] |
| Сәләмәтлек торошо | депрессия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Принц Әли Реза Пәһләүи (28 апрель 1966 йыл, Тәһран — 4 ғинуар 2011 йыл, Бостон, АҠШ) — Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең һәм уның өсөнсө ҡатыны шаһбаныу Фәрәхтең кесе улы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әли Реза Пәһләүи 1966 йылдың 28 апрелендә Тәһранда тыуған[6]. Ирандағы Ниаваран һарайы башланғыс мәктәбендә уҡый[7], әммә һуңынан Иран революцияһына тиклем күп тә үтмәй ғаиләһе менән Ирандан китә. Пәһләүи АҠШ-ҡа күсә, унда Нью-Йорктағы Сент-Дэвид мәктәбендә һәм Массачусетс штатының Уильямстаун ҡалаһында Маунт-Грейлок төбәк урта мәктәбендә уҡый[8]. Ул Принстон университетында бакалавр дәрәжәһен, Колумбия университетында магистр дәрәжәһен ала һәм үлеренән алда Гарвард университетында боронғо Иран тикшеренеүҙәре һәм филологияһы буйынса аспирант сифатында уҡый[6][9].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылда ул Сара Тәбәтәбәй менән йәрәшә, әммә хәбәр ителеүенсә, бер ни тиклем ваҡыттан һуң уларҙың мөнәсәбәттәре өҙөлә[10] . 2008—2010 йылдарҙа Шерен Мелания менән мөнәсәбәттә була. Бер ваҡыт ул «донъялағы иң лайыҡлы принцтарҙың береһе» исеменә лайыҡ була[11].
2011 йылдың 26 июлендә уның партнеры Рахи Дидеварҙан ҡыҙы Ирьяна Ләйлә тыуа[12].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙайлы депрессиянан һуң Пәһләүи 2011 йылдың 4 ғинуарында башына атып, үҙ-үҙенә ҡул һала,[13]
Элекке Иран министры Мәхнәз Әфхәмиҙең Би-би-си хеҙмәтенә һөйләүенсә, 1979 йылда Пәһләүи һәм уның ғаиләһе һөргөнгә мәжбүр ителә. Был ваҡиға уны тәрән йәрәхәтләй[14]. 2001 йылдың июнендә Әли Резаның һеңлеһе Ләйлә Пәһләүи лә үҙ-үҙенә ҡул һала. Ғаиләнең яҡын дуҫтары әйткәнсә, Әли Реза үҙенә бик яҡын булған апаһы вафат булғандан һуң тәрән төшөнкөлөккә бирелә[15] . Әсәһе Фәрәх Пәһләүи, өлкән ағаһы Реза, һеңлеһе Фәрәхнәз, бер туған һеңлеһе Шаһназ[16] һәм ул үлгәндән һуң тыуған ҡыҙы Ирьяна Ләйлә Пәһләүи ҡала[12].
Уның ағаһы Реза Пәһләүи әйтеүенсә, Әли Реза үҙен яндырыуҙарын, ә көлөн Каспий диңгеҙенә таратыуҙарын теләгән[17].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Lundy D. R. Prince Alireza Pahlavi // The Peerage (ингл.)
- ↑ https://www.farahpahlavi.org/about/royal-family/alireza — 1964.
- ↑ The Independent (билдәһеҙ) — Britain: 1986. — ISSN 1741-9743
- ↑ http://www.huffingtonpost.com/shiva-rose/iran-as-we-knew-it_b_808296.html
- ↑ http://www.wsj.com/articles/SB10001424052748703808704576062120600128198
- 1 2 Scott, Marcia. AFP: Son of Iran shah commits suicide in US: family. Google.com (4 января 2011). Дата обращения: 8 февраля 2011. Архивировано 7 января 2011 года.
- ↑ Ali Reza Pahlavi. farahpahlavi.org. Дата обращения: 25 августа 2011. Архивировано из оригинала 26 июля 2011 года.
- ↑ Ali Reza Pahlavi. Farah Pahlavi. Дата обращения: 9 января 2011. Архивировано из оригинала 7 февраля 2011 года.
- ↑ News / International: Son of former Iranian shah found dead in Boston, The Hindu (5 ғинуар 2011). 8 февраль 2011 тикшерелгән.
- ↑ «Ein Herz und keine Krone» 2008 йыл 9 октябрь архивланған.. Die Welt. 16 November 2001.
- ↑ Steven Hoffer. Prince Ali Reza Pahlavi Commits Suicide: 5 Facts About the Shah of Iran’s Son. Aolnews.com (4 января 2011). Дата обращения: 8 февраля 2011. Архивировано из оригинала 8 февраля 2011 года.
- 1 2 Announcement of Birth. Reza Pahlavi website. Дата обращения: 16 апреля 2017. Архивировано 17 апреля 2017 года.
- ↑ Alireza Pahlavi Suicide: Iran Shah's Son Killed Himself In Boston, Says Brother, HuffPost (4 ғинуар 2011). 4 сентябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Shah of Iran's younger son kills himself in US, BBC News (5 ғинуар 2011). 5 ғинуар 2011 тикшерелгән.
- ↑ Former shah of Iran's youngest son dead in apparent suicide, The Washington Post (7 ғинуар 2011). 7 ғинуар 2011 тикшерелгән.
- ↑ Son of former shah of Iran commits suicide, CNN (5 ғинуар 2011). 4 сентябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Dead son of Iran’s last Shah to be cremated. Euronews (4 января 2011). Дата обращения: 8 февраля 2011. Архивировано 12 марта 2011 года
| Элек эшләүсе: Реза Кир Пәһләүи |
Иран принцы 27 июль 1981 — 4 ғинуар 2011 |
Алмашҡа килеүсе: Патрик Әли Пәһләүи |