Әли Әҙил шаһ
| Әли Әҙил шаһ | |
| фарс. عادل شاه افشار | |
| Герб | |
![]() | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 1719 |
| Тыуған урыны | Хөрәсән, Иран |
| Вафат булған көнө | 20 май 1749 |
| Вафат булған урыны | Мәшһәд, Хөрәсән, Иран |
| Ерләнгән урыны | Мәшһәд |
| Атаһы | Ибрахим-хан[d] |
| Хәләл ефете | Кетеван Кахетинская[d] |
| Нәҫеле | Афшариды[d] |
| Һөнәр төрө | хаким, монарх |
| Биләгән вазифаһы | Шаһ |
Әҙил шаһ, Әли Ҡули хан Әфшәр (әзерб. Adil şah (1719 — 1749) — Мәшһәд наместнигы (1737 — 1747), Әфшәриҙәр династияһынан Ирандың икенсе шаһы (1747 — 1748), Әзербайжандың бәктәр бәге, Нәдир шаһтың өлкән ағаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙил шаһ 1719 йылда Хөрәсән провинцияһында тыуған, Әзербайжан наместнигы һәм Фарсы шаһы Нәдир шаһтың ағаһы Ибраһим хандың (яҡынса 1671—1738) оло улы. Әсәһе Ибраһим хандың тәүге ҡатыны, Тәүхид хан Солтан Әфшәрҙең ҡыҙы була.
1737 йылда Нәдир шаһ үҙенең туғаны Әли Мирзаны (Әли-Ҡули хан) Мәшһәд наместнигы итеп тәғәйенләй. 1743—1747 йылдарҙа Әли-Ҡули хан Курдистанда зидтар, Хорезмда һәм Систанда үзбәктәр һәм ҡарағалпаҡтар ихтилалдарын баҫтырыуҙа ғәскәрҙәр менән етәкселек итә. 1747 йылдың апрелендә Нәдир шаһ бер туғанының улы Әли-Ҡули ханды Систан наместнигы итеп тәғәйенләй һәм уны шул провинциялағы ихтилалды баҫтырырға ебәрә. Әммә тиҙҙән Әли-Ҡули хан баш күтәреүселәр яғына сыға. 1747 йылдың июнендә Нәдир шаһ үҙе Систандағы ихтилалды баҫтырыу өсөн ғәскәр етәкләй. Әммә 1747 йылдың 20 июнендә Хәбушанда (Хөрәсән) Нәдир шаһты заговорсы командирҙары үлтерә.
Нәдир шаһ үлгәндән һуң эре фарсы хәрби етәкселәре һәм вельможалары яңы шаһ һайлау өсөн йыйыла. Улар Нәдир шаһтың ир туғаны Систан наместнигы Әли Ҡули ханды һайлай. Яңы һайланған шаһ үҙ манифесында Нәдир шаһтың үҙенең бойороғо буйынса үлтерелеүе хаҡында иғлан итә. 1747 йылдың июлендә Әли Ҡули хан Исфаһанға килә, унда Әҙил шаһ исеме менән тәхеткә ултыра[2]. Әҙил шаһ Нәдир шаһ һалған бөтә һалымдарҙы бөтөрә һәм ағаһы тартып алған мөлкәтте кире ҡайтарырға ҡуша.
Тәхеткә дәғүә итеүселәрҙе бөтөрөү маҡсатында Әҙил шаһ Нәдир шаһтың улдарын һәм ейәндәрен үлтерергә ҡарар итә. Келатта Нәдир шаһтың оло улы һуҡыр Реза Ҡули мирза үҙенең 13 улы менән бергә үлтерелә. Мәшһәдты Әҙил шаһ Нәдир шаһтың икенсе улы Насрулла мирзаны улдары менән бергә үлтерергә бойора. Реза Ҡули мирзаның улы 14 йәшлек Шәһрух ҡына иҫән ҡала. Нәдир шаһтың иң яҡын көрәштәштәренең күбеһе үлтерелә һәм төрмәгә ултыртыла.
1747 йылда Нәдир шаһ вафат булғандан һуң Мазандарандағыҡаджарҙарҙың төрки ырыуы баш күтәрә. 1715—1758 йылдарҙа баш күтәреүселәргә Әстрабад, Горган, Мазандаран һәм Гилан бәктәр бәге Мөхәммәт Хәсән хан етәкселек итә. Яңы фарсы шаһы Әҙил шаһ (1747—1748) 1758 йыл ғәскәр менән Мазандаранға юллана һәм ҡаджарҙар ихтилалын баҫтыра. Аға Мөхәммәт шаһ Ҡаджар, Мөхәммәт Хәсән хандың оло улы, Әҙил шаһ тарафынан әсирлеккә эләгә һәм уның бойороғо буйынса бестерелә.
Киләһе 1748 йылда Әҙил шаһтың өлкән ағаһы, Исфаһан наместнигы Ибраһим хан уға ҡаршы баш күтәрә. Әмир Аслан хан, Әзербайжан сардары, һәм Әҙил шаһтың хакимлығынан ҡәнәғәт булмаған башҡа күп фарсы сановниктары уның яғына күсә.
1748 йылдың июнендә Иран Әзербайжанында Саман-архы ерендә ағалы-ҡустылылар араһында хәл иткес алыш була. Яу ваҡытында Әҙил шаһтың күп һалдаттары ағаһы Ибраһим яғына сыға, ул еңеп яулай. Әҙил шаһ еңелә һәм Тәһранға ҡаса. Ибраһим яҡлылар Әҙил шаһты әсирлеккә ала һәм һуҡыр итә. 1749 йылдың 20 майында Мәшһәдтә Әҙил шаһ үлтерелә.
Ғәиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙил шаһ дүрт тапҡыр өйләнә. 1736 йылда Мәшһәдтә (Хөрәсән) Ҡазвин губернаторы Мирза Сәйет Мөхәммәт Али әл-Хөсәйен әл-Мәрәшиҙең ҡыҙы Зәйнәб ун-нисса Бәғүмгә өйләнгән. Икенсе никахы, 1736 йылдың декабрендә/1737 йылдың ғинуарында, Картли һәм Кахети короле Теймураз II-нең ҡыҙы грузин принцессаһы Кетеван менән була. 1740 йылдың октябрендә Чарджуйҙа (Бохара) өсөнсө тапҡыр Бохара ханының ҡыҙы Әбүлфейз хандың ҡыҙына өйләнгән. 1749 йылға тиклем Әҙил шаһ дүртенсе тапҡыр, Кахети короле Давид II-нең ҡыҙына өйләнгән. Әҙил шаһтың ете балаһы була (уларҙан ике улы ағаһы Нәдир шаһтың бойороғо буйынса тереләй ерләнә, ә ҡалған өсәүһен Шахрох үлтерә[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ К. Рыжов. Все монархи мира. Мусульманский восток 15-20 вв. Дата обращения: 25 май 2026.
- ↑ Афшары. словари. Дата обращения: 27 май 2026.
- ↑ Али Адил-шах. Словари. Дата обращения: 26 май 2026.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]К. Рыжов. Все монархи мира. Мусульманский восток 15-20 вв. Афшары
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- The Afshar Dynasty 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
