Эстәлеккә күсергә

Әл-Бәйһаҡи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Бәйһаҡи
ғәр. أبو بكر البيهقي
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 994[1][2][3][…] или 1 сентябрь 994
Тыуған урыны Хөрәсән[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Вафат булған көнө 1066[1][2][3][…] или 9 апрель 1066
Вафат булған урыны Нишапур, Иран[4]
Ерләнгән урыны Себзевар[d]
Балалары Abu Ali Bayhaqi[d]
Һөнәр төрө Мөхәддис, Фаҡиһ, Ғөләмә, эрудит, дин белгесе, хоҡуҡ белгесе, тарихсы
Кемдә уҡыған Ибн Тахир аль-Багдади[d], Абу-ль-Фаттах аль-Умари[d], Аль-Хаким ан-Найсабури[d], Ибн Фурак[d], Juwaynī, ʻAbd Allāh ibn Yūsuf[d], Абу Абдуррахман ас-Сулами[d][5] һәм Абу Сахль ас-Салюки[d]
Уҡыусылар Абдуллах аль-Ансари[d], Абу-ль-Маали аль-Джувайни[d][6] һәм Ibn Mandah Yaḥyá ibn ʻAbd al-Wahhāb[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Мәҙһәб Шәфиғи мәҙһәб
 Әл-Бәйһаҡи Викимилектә

Әбү Бәкер Әхмәт ибн әл-Хөсәйен әл-Бәйһаҡи (ғәр. أبو بكر أحمد بن الحسين البيهقي; 994, Себзевар — 1066, Нишапур) — ислам ғалимы, шәфиғи мәҙһәбе фаҡиһы һәм мөхәддис.

Уның тулы исеме: Әбү Бәкер Әхмәт ибн әл-Хөсәйен ибн Али ибн Муса әл-Хөсрәүжирди әл-Хөрәсәни. Иранда Нишапур ҡалаһынан 12 километр алыҫлыҡтағы әл-Бәйһаҡ районы Хөсрәүжирди ауылында тыуған. Ул 74 йәшендә Нишапурҙа вафат булған, кәүҙәһен Бәйһаҡҡа ҡайтарып ерләгәндәр.

Әл-Бәйһаҡи Хөрәсән, Бағдад, Әл-Күфә һәм Мәккәлә йөҙҙән ашыу уҡытыусынан белем ала. 15 йәшендә Нишапурҙа иң ҙур ғалим, ул саҡта уға һикһән йәш тирәһенә еткән әл-Хәким ән-Нишапуриҙа уҡый башлай Тик иң һәләтлеләр генә әл-Хәкимдең шәкерте була ала, һәм йәш Әл-Бәйһаҡи уның иң яҡшы шәкерттәренең береһе була. Артабан Әл-Бәйһаҡи үҙенең китаптарында әл-Хәкимдән бик күп хәҙистәр килтерә.[7].

Утыҙ йыл самаһы сәйәхәт иткәндән һуң, әл-Бәйһаҡи Бәйһаҡҡа ҡайтып, уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Ул фиҡһ,кәләм һәм хәҙистәр буйынса бик күп китаптар яҙа[8].

Ҡайһы Бер мәғлүмәттәр Буйынса Әхмәт Әл-Байхаки үҙ ғүмерендә 1000-гә яҡын хеҙмәт яҙған[9].

  1. 1 2 3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 1 2 Al-Bayhaqi // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 1 2 Aḥmad ibn al-Ḥusayn Bayhaqī // Faceted Application of Subject Terminology
  4. Bibliothèque nationale de France Record #12539447v // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  5. https://www.arrabita.ma/blog/الإمــام-البيـهــقي/
  6. https://www.degruyter.com/document/doi/10.1515/9783112401613-005/pdf — Б. 12.
  7. Абубакр Дациев Имам аль-Байхаки — великий мухаддис и ученик суфиев 2013 йыл 15 март архивланған. islam.ru 20 февраля 2012 года
  8. Али-заде, 2007
  9. J. Robson Al-Bayhaqi, Abu Bakr Ahmad Encyclopaedia of Islam New edition


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.