Әл-Ихлас сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Ихлас сүрәһе
سورة الإخلاص

Әл-Ихлас сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Ихласлыҡ

Башҡа исеме

(Әл-Тәүхид сүрәһе) سورة التوحيد

Статистика
Сүрә номеры

112

Аяттар һаны

4

Жуз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Мәсәд сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Фәләҡ сүрәһе

QuranAcademy.org
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әл-Ихлас сүрәһе (ғәр. سورة الإخلاص‎, Ихласлыҡ), шулай уҡ Сүрә Әл-тәүхид (ғәр. سورة التوحيد‎, Monotheism), — Ҡөрьәндең 112-се сүрәһе. Ислам ғалимдары әйтеүенсә, әл-Ихлас сүрәһе Мәккәлә иңгән. Сүрә 4 аяттан тора.

Риүәйәте: Бер көндө ҡөрәйеш мөшриктәре Мөхәммәт ғ.с. янына килеп: «Беҙгә үҙеңдең Аллаһыңды тасуирла», — тигәндәр. Аллаһы тәғәләнән ошо аяттар килгән.

Сүрә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был бүлектә сүрәнең ғәрәп телендә яҙылышы, кирил һәм латин хәрефтәрендә башҡорт теленә транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире бирелә.

* بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم
* Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
* Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

1:1 قُلۡ هُوَ اللّٰہُ اَحَدٌ

* Ҡул һуу Аллаһу әхәд
* Әйт: «Ул — берәү,

1:2 اَللّٰہُ الصَّمَدُ

* Аллаһу ссамәд
* Аллаһ мәңгелек,

1:3 لَمۡ یَلِدۡۙ وَ لَمۡ یُوۡلَدۡ

* Ләм йәлид үә ләм йүүләд
* Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да,

1:4 وَ لَمۡ یَکُنۡ لَّہٗ کُفُوًا اَحَدٌ

*Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд [1]
* бер кем дә Уға тиң булмаған!» — тиең.

Әл-Ихлас сүрәһе тураһында риүәйәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер саҡ Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһәне үҙ янына саҡырып алған да:

— И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: 1 — Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; 2 — минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; 3 — иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; 4 — хаж ҡылмай тороп.

— Атам-әсәм менән ант итәм, шул ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын, — тип аптырай ҡатын.

— Шунан да еңеле юҡ, — тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. — Өс тапҡыр «Әл-Ихлас» һәм бер тапҡыр «Фәтиха» сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Алланан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. «Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир» кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.

Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [Ҡөрьән Кәрим. Мөхәррире ф.ф.к Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов. - Стәрлетамаҡ, ГУП "Стерлитамакская типография", 2007. - ISSN 5=295=01335=9]