Әмиров Марс Ғизетдин улы
Әмиров Марс Ғизетдин улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 август 1930 |
Тыуған урыны | Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 сентябрь 1992 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Бәләбәй, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы |
Уҡыу йорто | Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әмиров Марс Ғизетдин улы (1 август 1930 йыл — 12 сентябрь 1992 йыл) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим.
1967—1992 йылдарҙа — Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983), БАССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы һәм унынсы — ун беренсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ контроле комитетына инә (1985)[1].
12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар. 40-тан ашыу ғилми баҫма хеҙмәт авторы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Марс Ғизитдин улы Әмиров 1930 йылдың 1 авгусында Бәләбәй ҡалаһында республика кимәлендәге партия-хужалыҡ хеҙмәткәре Ғизитдин Шәрәфетдин улы һәм уҡытыусы Мөшәрәфә Гәрәй ҡыҙы ғаиләһендә тыуа[2].
Өфө авиация институтын (1956) инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай. 1983 йылда аспирантура тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген М. Әмиров бик иртә башалй: юғары синыфтарҙа уҡығанда өлкән пионервожатый булып эшләй, һәр йәй пионер лагерында тәрбиәсе була. 20 йәшендә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе инә, унда ҡоролмалар механигы, инженер, әйҙәүсе конструктор, цех начальнигы, берекмәнең партия комитеты секретары урынбаҫары булып эшләй. Йәғни производствоның бик күп баҫҡыстарын үтеп, партия эшендә бик юғары бейеклеккә күтәрелә[3].
1956—1967 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү заводында инженер, цех начальнигы, партком секретары урынбаҫары; 1967—1992 йылдарҙа Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы директоры була.
Металдарҙы һалҡын килеш эшкәртеү буйынса технологияны эшләү һәм ҡулланылышҡа индереүҙә ҡатнаша. Уның инициативаһы буйынса завод ҡарамағында Өфө авиация институтының Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһының филиалы, Бәләбәй машиналар эшләү техникумы, Машина эшләүселәп ПТУ-һы асыла.
Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ковка и штамповка», «Основы технологии автоматизированного холодновысадочного производства», «Исходные материалы для объемной холодной штамповки и методы их подготовки под штамповку» уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр авторы һәм авторҙашы[4][5].
Техник фәндәр кандидаты М. Ғ. Әмировтың 64 хеҙмәте «Автомобильная промышленность», «Кузнечно-штамповочное производство», «Сталь», «Авиационная промышленность», «Черная металлургия», «Инженерно-технический журнал» журналдарында, «Известия вузов», «Труды УАИ» һәм башҡа баҫмаларҙа баҫыла[2].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәләбәйҙә бер урам Әмиров исемен йөрөтә.
- Бәләбәй ҡала мәҙәниәт һарайы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Бокс буйынса М. Ғ. Әмиров иҫтәлегенә «Б» класлы турнир ойошторола.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1981).
- Октябрь Революцияһы ордены (1973).
- «Почет билдәһе» ордены (1963).
- Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза (1975) һәм көмөш миҙалы (1980, 1984).
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы.
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1983).
- Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы (1996).
- 1988 йылдың 13 октябрендә М. Ғ. Әмиров Илдең директорҙар клубына ҡабул ителә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Книга о первом директоре, или Улица Амирова», документально-публицистическое повествование Д. Курганова и Л. Амировой (2000).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление ВС Башкирской АССР от 22.03.1985 «Об образовании Комитета народного контроля Башкирской АССР». 10 февраль 2013 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 М. Г. Амиров | Городской портал города Белебея и Белебеевского района. 10 февраль 2013 тикшерелгән.
- ↑ Земляки — Амиров Марс Гизитдинович. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 февраль 2013. 10 февраль 2013 тикшерелгән. 2013 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ WebIRBIS 64. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 февраль 2013. 10 февраль 2013 тикшерелгән. 2013 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ OZON.ru - Марс Гизитдинович Амиров. Краткая биография автора. Купить книги, фильмы, музыку Марс Гизитдинович Амиров. 10 февраль 2013 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 августа тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- Бәләбәйҙә тыуғандар
- 12 сентябрҙә вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Бәләбәйҙә вафат булғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- СССР-ҙың уйлап табыусылары
- Сәнәғәт предприятиелары директорҙары
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Техник фәндәр кандидаттары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүселәре