Әмир әл-мөьминин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әмир әл-мөьминин
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Һөнәр төрө хаким
Исем أمير المؤمنين
Нигеҙләүсе Ғүмәр ибн Хәттаб
Дәүләт Flag of the Third Saudi State-01.svg Сәғүд Ғәрәбстаны
Ил Flag of the Third Saudi State-01.svg Сәғүд Ғәрәбстаны
Әмир әл-мөьминин:

Әмир әл-мөьминин - (рус. Ами́р аль-мумини́н', ғәр. أمير المؤمنين‎ — мөьминдәр әмире) — хәлифәләр һәм башҡа мосолман юлбашсылары титулы (дәрәжәһе). Хаким Әмир әл-мөьминин дәрәжәһенә эйә булһа, сәйәси генә түгел, дини йәһәттән дә юлбашсы булып тороуы күрһәткесе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сөнниҙәр фекеренсә, әмир әл-мөьминин дәрәжәһенә беренсе булып Ғүмәр ибн әл-Хәттаб р.ғ. эйә булған [2]. Шиғыйҙар иһә Али ибн Әбү Талип р.ғ. был исемгә Мөхәммәт Пәйғәмбәр с.ғ.с. тере сағында уҡ эйә булған һәм бары тик ул лайыҡ тип һанай [3].

Әмир әл-мөьминин дәрәжәһе Өмәүиҙәр һәм Ғаббасиҙар затынан хәлифәләргә лә бирелгән, ҡайһы бер мосолман монархтары әле лә был дәрәжәне ҡуллана. Марокко конституцияһына ярашлы, Марокко короле әмир әл-мөьминин тип һанала.

1996 йылда талибандарҙың муллаһы Мөхәммәт Ғүмәр әмир әл-мөьминин тип иғлан ителә һәм үҙ ҡулына тулыһынса сәйәси, хәрби һәм дини власты ала[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Грюнебаум Г. Э. фон. Классический ислам. Очерк истории (600—1258).
  2. «Со смертью Умара (да будет доволен им Аллах) Ислам заплачет» islamdag.ru 3 Декабрь 2011
  3. Али-заде, А. А. Али ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  4. «Аль-Каиде» нашли нового вождя svpressa.ru 18 мая 2011 года