Әнисә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнисә

Әнисә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнисә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе иң яҡын күргән, йән дуҫ тигәнде аңлата. Шулай уҡ үлән атамаһынан (Әнис-Әнисә) килеп сыҡҡан[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11 май 1952 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27 ноябрь 1933 йыл — 12 август 2015 йыл) — театр актёры һәм драматург. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1941 йыл) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).

Хәмәтдинова Әнисә Әхтәм ҡыҙы (13 март 1928 йыл — 25 октябрь 1989 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (5 март 1963 йыл) — ғалим—әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (22 май 1932 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).

Каверина-Ғәлиева Әнисә Заһретдин ҡыҙы — Европа реестры психолог-психотерапевы, Рәсәй Федерацияһы Профессиональ Психотерапевтик Лигаһының Тула бүлексәһе етәксеһе, Лиганың Халыҡ-ара класлы рәсми уҡытыусыһы һәм практика супервизоры, ЯСЙ «Фармбытхим» һәм «Пульсар» уҡыу үҙәгенең директоры һәм нигеҙ һалыусыһы, шәхси психология мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә лекциялар уҡыусы, 2004 йылдан склероз менән ауырыусылар йәмәғәт ойошмаһының йәмәғәт эксперты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әнисә» мәсете — Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы мәсет.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ