Әрме (йыр)
«Әрме» | |
Йыр А. А. Солтанов, С. Ә. Абдуллин, М. А. Ҡаҙаҡбаев | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле | |
Дауамлығы |
3,12 мин |
«Әрме» — башҡорт лирик халыҡ йыры (оҙон көй).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе әрме
Башҡорт ырыуҙары үҙ ихтыярҙары менән Рус дәүләтенә ҡушылып бөткәс, Мәскәү батшаһы уларҙы «сиреү» хеҙмәтенә йәлеп итә. Сик һаҡларға барыу хеҙмәтенә алынған ир-егет егерме биш йыл дауамында өҙлөкһөҙ үҙ бурысын үтәргә мәжбүр ителә. Шуға күрә әрме хеҙмәтенә оҙайлы ваҡытҡа китеү үлемгә китеү менән тиң һанала. Был хеҙмәткә һәр бишенсе йорттан бер кеше алыныр була. Байҙар, был ауыр бурыстан үҙ балаларын ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн, төрлө юлдарға барған. Мөмкинлек булғанда, үҙҙәренең улдары урынына ярлылыҡтан башы сыҡмаған йәш-елкенсәкте яллаған. Йә булмаһа, йәйләүгә күсеп ултырғанда, хәйләгә барып, бишенсегә ярлылар тирмәһен ҡорҙоралар. Тирмә урынын һайлау байҙар, аҡһаҡалдар, тархандар ихтыярында булғас, был алымды ҡулланыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмаған. Иңдәренә сик һаҡлау бурысы төшкән егет хеҙмәткә үҙ кейеме, үҙ аты менән тәьмин ителергә тейеш була. Ошо сәбәпле, уның ата-әсәһен, ғаиләһен лә, йышыраҡ осраҡта, бөлгөнлөккә төшөү, ҡарауһыҙ ҡалыу кеүек ауыр һынауҙар көтә. Сиреү хеҙмәтенән баш тартыу осрағында туҡмау-язалау алымдары ла ҡулланыла. Егеттең ат-туны булмаһа, уны таш ҡаҙыу, урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштәргә ҡыуалар, шунда тамаҡ хаҡына көн күрергә мәжбүр итәләр. Был түҙеп торғоһоҙ ауыр хеҙмәткә сыҙамай, ҡасып ҡайтыусылар ҙа булған, улар урманда ҡасҡы булып йәшәгәндәр, ти. Хеҙмәтен тултырып, иленә ҡайтырға насип булғанын йыш ҡына ҡаршылаусы яҡындары ла булмаған. Ата-әсәһе ҡартайып, был донъянан китеп барған. Олоғайып, һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡан ирҙең ғаилә ҡороп йәшәр хәле лә ҡалмай, яңғыҙлыҡҡа дусар булған… Ошондай тормошҡа ҡарата тыуған зарҙарын йырға һалған сиреү хеҙмәтенә алынғандар:
Әрмеләргә барып сәс еткереп,
Сәскенәйем етте үрмәгә.
Хоҙай ғына ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ, тип әйҙүк.
Тыуған илкәйҙәрҙе күрмәгә.
Ҡояш ҡына сыға әйләнеп тә,
Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.
Хаҡ Тәғәлә ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ, тип әйҙүк,
Тыуған илкәйҙәргә әйләнеп.
Билгенәйем минең шул талдыра,
Ҡайыш, баулы ҡылыс бәйләһәм;
Аҡтан ғына ҡорбан салыр инем, тип әйҙүк,
Илкәйемә ҡайтып әйләнһәм.
Ырымбур ҙа юлы таҡырҙыр,
Күк күгәрсендәре лә йүгерә.
Таҡыр ғына түгел, баҡырҙыр, тип әйҙүк,
Шуны һаҡлау беҙҙе бөлдөрә.
Күк күгәрсенкәйҙәрҙең, ай күркенә,
Ҡарап тоҙом йәшел бүркенә.
Ир бала ла меҫкен ни хәл итһен, ай, һәйлүк,
Батша ҡуймай уның иркенә.
Өй башында ҡушлап ҡунып
Геүелдәй ҙә ике күгәрсен.
Беҙ йырлайбыҙ хәлдәр ауыр булғас, ай, һәйлүк,
Ғүмеребеҙ зая бит, күрәһең.
Төн йоҡламайынса йөрөгәнемдә
Буҙ турғайҙарҙы ла алдым юлдашҡа,
Уңлап та ғына һуллап ҡашым тарта, ай, һәйлүк,
Ни булыр ҙа икән был башҡа.
Ҡарлуғасҡайҙарҙың ҡойроҡтары
Ҡайсы ғына төҫлө айыры;
Батшаларҙың яуыз хеҙмәттәре, ай, һәйлүк,
Тыуған илдән беҙҙе айырҙы.
Иртә генә тороп тышҡа сыҡһам,
Күгәреп тә тора Ирәндек үңере.
Егерме биш йыл хеҙмәт аҙ тимәгеҙ, ай, һәйлүк,
Егерме биш йыл — ирҙәр ғүмере.
Йырҙың юлдарынан күренеүенсә, был йырҙы Ырымбур сик буйҙарын һаҡлау хеҙмәтендә тороусолар йырлаған. Бынан тыш, башҡорттар Пермь губернаһынан Иркутск ҡалаһына тиклем арауыҡта Себер юлынан һөргәнгә ебәрелеүселәрҙе оҙатыу хеҙмәтенә ылыҡтырыла. Рәсәй батшалары башҡорт яугирҙарын Урта Азия халыҡтарын буйһондороп алыу сәйәсәтендә лә ҡуллана. Ырымбур губернаторы генерал В. А. Перовский атылып ағып ятҡан Һырдаръя аша сығып, Аҡмәсет ҡалаһын алырға күп тапҡыр уҡталған. Уңышһыҙлыҡтарға осрау уны туҡтатмай. Маҡсатына өлгәшеү өсөн, тау-таш яуып торһа ла, алға барыуға ҡыҫтай. Аҙыҡ запастары бөтөү сәбәпле, яугирҙар ҙа хәлһеҙләнә, аттары ла быуынһыҙға әйләнә. Һырдаръяны сыға алмай, бик күбеһе аты-туны менән һыуға батып һәләк була. Киләһе йырҙың йөкмәткеһе шул ваҡиғаға бәйле:
Өсөнсө әрме йәки Һыр
Мендем генә тауҙың, ай, башына
Ҡолан менән болан ауларға.
Ата-әсәйем миңә теләй микән,
Төшмәһен, тип ҡаты яуҙарға.
Ҡамыштарҙан күпер һалыр инек
Сырдаръяны аша уҙырға.
Хәлдәребеҙ етмәй, аслыҡ киҫкән,
Тура килә ултырып иларға.
Сырдаръяҡай буйы, ай, ҡомлоҡтор,
Аттарыбыҙ ерһенеп, түҙә алмай.
Перовский майор фарман бирә
Һаман алға тиеп, туҡталмай.
Ҡошҡайҙар ҙа осоп көҙөн килә
Уралдарҙа осҡан күс белә.
Интектерә беҙҙе Пеорвский
Аҡмәсеткә тотҡан үс белә.
Аршын-аршын ғына, ай, аҡ уҡа,
Перовский еңе остары.
Бары беҙҙең генә башҡорттар шул
Күҙ терәгән әрме көстәре.
Сырдаръялар аша сығыр инек,
Аҡмәсеткәй тигән ҡалаға.
Башҡайыбыҙ аҙҙы биүк йыраҡ -
Азиатский тигән далаға.
Иртәнсәккәй торһам, бер ҡарайым
Һыҙылып та ятҡан ҡош юлын.
Атҡайҙары арыҡ, кейемем юҡ,
Нисек уҙғарырмын ҡыш көнөн.
Оҙайлы барған һуғыштарҙан һуң, Аҡмәсет яулап алына. Уның урамынан үткәндә йырланған ошо йыр «Әрме», «Һыр», «Аҡмәсет» исемдәре менән йөрөтөлә. Аҡмәсет бөтөнләй баш һалғас, Перовский башҡорт ғәскәрҙәре менән уның урамдары буйлап ҡаланы ҡарап йөрөгәндә, ҡурайсылар дәртле көй уйнайҙар. Яугирҙарҙың аттары ла, ошо көйгә тап килтереп, баҫҡан. Генералды данлап, махсус уйналған көй, ошо көнгәсә «Перовский» тип йөрөтөлә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
- Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897;
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962;
- Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.
- Галин С. А. Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
- Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.¬- Өфө: 2011. — 400 бит.
- Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
- Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
- Буранғолов М. Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
- История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века — Уфа: Китап, 1996. — 520 с.:ил.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. М. Кубагушев. Песня Арме. 2016 йыл 6 апрель архивланған. Башкирская энциклопедия.
- Башкирская народная песня Арме
- Башкирские народные песни об Отечественной войне 1812 года
- Башкирская народная песня. Сайт по истории и культуре Башкортостана.