Әртуғрул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әртуғрул l
أرطغرل
Әртуғрул l
Алдан килеүсе: Сөләймән шаһ
Дауамсы: Ғосман I
 
Дине: Ислам
Тыуған: 1198({{padleft:1198|4|0}})
Ахлат[d]
Үлгән: 1281({{padleft:1281|4|0}})
Сёгют[d], Биледжик[d], Төркиә
Ерләнгән: гробница Эртогрула[d]
Атаһы: Гүндүз Алп
Әсәһе: Һаймә хатун
Ҡатыны: Хәлимә хатун
Балалары: улдары: Савжы бей, Ғосман I, Гүндүз бей

Әртуғрул (أرطغرل, төр. ErtuğrulErtuğrul; 1198(1198)1281) — төрки (уғыҙҙарҙың ҡайы ҡәбиләһе вәкиле) хакимы, Ғосман династияһын башлап ебәргән Ғосман I-нең атаһы. 1227 йылдан алып Ғосман бейлеге хакимы була. Сөгүт ҡалаһы бейлектең баш ҡалаһы була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөк тарихы буйынса, ҡайы ҡәбиләһенең бер өлөшө Урта Азиянан Анатолияға күскән. Урта Азияла саҡта ҡайы юлбашсылары бер ни тиклем ваҡыт Хәрәзем хакимына хеҙмәт итә. Ҡайыларҙың Әртуғрул етәкселегендәге ҙур булмаған бер өлөшө (400—500 тирмә), монгол баҫҡынсыларынан ҡасып, сәлжүк солтаны Алаэддин Кей-Ҡубат биләмәһенә килә һәм унан һыйыныс һорай. Солтан Әртуғрулға солтанаттың сиге буйынан өлөш бирә. Эскешәһәрҙән алыҫ булмаған ерҙә ятҡан был биләмәлә Әртуғрул Сөгүт ҡалаһына нигеҙ һала. Был ерҙәрҙә һуңынан Ғосман йәки Ғосмануғылдары тип аталып киткән бейлек нигеҙләнә[1].

Шундай риүәйәт тә бар: Кесе Азияға килеп еткәс, Әртуғрул яугирҙәре менән алыш яланына тап була. Кем менән кем һуғышҡанын да белмәгән Әртуғрул, үҙ кешеләре менән кәңәшләшеп алғас, еңелеп барған яҡҡа ярҙамға килә һәм уларҙың еңеүен тәьмин итә. Был ғәскәр төрки монголдары менән бәрелешкән солтан Алаэддин Кей-Ҡубаттыҡы булып сыға. Шуның өсөн Алаэддин Әртуғрулға ер бүләк итә. Шуның менән бергә Әртуғрул элек был ергә хужа булған һәм уны кире ҡайтарыу ниәтенән һөжүмдәр ойоштороп торған Византияға ҡаршы торорға йөкләмә ала[1][2].

Әртуғрул хакимлығы осоронда ҡайылар көсәйә. Әртуғрул Византияның сик буйы өлкәләрен баҫып алып, үҙенең ужын (өлкәһен) киңәйтеүгә өлгәшә.

Әртуғрул мәрхүм булғас, власть уның улы Ғосман I-гә күсә, ул Ғосман династияһының тәүатаһы һәм Ғосман дәүләтенең беренсе монархы булып тарихҡа ингән [1][3].

Әртуғрулдың атаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гүндүз Алптың Әртуғрулдың атаһы булғанлығы иҫбат ителгән тиергә мөмкин. Ғосман б. Әртуғрул б. Гүндүз Алп[4][5][3] тигән яҙыулы тәңкә табылған.

Ғосман тарихы буйынса тикшеренеүҙәр барышында тәүҙән үк Әртуғрулдың атаһы тураһында берҙәм фекер булмай. Әртуғрулдың атаһы Сөләмйән шаһ тиеүселәр була, ләкин рәсми шәжәрә быны раҫламай. Сөләймән шаһтың тормош юлы 1460 йылдарҙа Шөкрулла[6] "Тарих"ында, 1467 йылдарҙа Оруч хеҙмәттәрендә, 1480 йылдан һуң Ашыҡ Паша уғлы[7] һәм әл-Бәйәтли[8]яҙмаларында тасуирлана. Был хикәйәттәр бер-береһенән әҙ-мәҙ генә айырыла, әммә бөтәһендә лә Сөләймән шаһтың үҙ кешеләрен Анатолияға Көнсығыштан алып килеүе, Төркөстанға ҡайтырға йыйынғас, Евфратты кискәндә батып үлеүе, шунан улы Әртуғрулдың Анатолияға боролоп ҡайтыуы тураһында һөйләнелә.

Тағы ла бер шәжәрә Ғосман Беренсенең олатаһы тип Сөләймән шаһты түгел, ә Гүндүз Алпты атай. Гүндүз Алп менән Гөк Алп ун бишенсе быуаттың беренсе сирегендәге Әхмәди (1334—1413) һәм Языджизадә Али[9] хеҙмәттәрендә Ғосмандың атаһы Әртуғрулдың компаньоны сифатында телгә алына. Ошо уҡ фигуралар Әнүәри (16 быуатта вафат була) шиғриәтенә лә инеп ҡала, әммә унда улар Әртуғрулдың компаньондары ғына түгел: Гүндүз Алп менән Гөк Алп — бер туғандар, ә Гүндүз Алп Әртуғрулдың атаһы булып сыға. Мәхмәт II-нең канцлеры Ҡараманлы Мәхмәт паша 1480 йылда яҙып бөтөргән "Ғосман империяһы тарихы"нда[8] Гөк Алп — Гүндүз Алптың атаһы, Әртуғрул Гүндүз Алптың улы тип әйтелә.

Нешри[en][10] (1450—1520) үҙе яҙған «Тарих»ҡа ике версияны ла индерә, әммә Сөләймән шаһтың Әртуғрулдың атаһы һәм Ғосмандың олатаһы булғанлығы «киң билдәле» тип өҫтәй. Шулай итеп, Сөләймән шаһ рәсми нигеҙҙә Ғосмандың олатаһы тип иҫәпләнә [4][5][3].


Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әртуғрул «Әртуғрул: Яңырыу» тигән төрөк сериалының төп геройы булып тора; уның ролен Энгин Алтан Дүзәтан башҡара.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһы флотының фрегатына Әртуғрул исеме бирелә, Ашхабадтағы мәсет тә уның исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рыжов К. Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.