Әстерхандың тарихи мәсеттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ мәсет
Ҡара мәсет
Ҡыҙыл мәсет

Әстерхандың тарихи мәсеттәре рус. Исторические мечети Астрахани — Әстерхан ҡалаһында 1917 йылға тиклем төҙөлгән мәсеттәр.

Аҡ мәсет (11-се һанлы) — һуңғы классицизм стилендә 1810 йылда беренсе гильдиялы татар сауҙагәре Давид Измайлов аҡсаһына элекке ағас мәсет урынында таштан төҙөлгән. Беренсе яҙма телгә алыу 1777 йылға ҡарай. 1930—1992 йылдарҙа бина балалар баҡсаһы, тегеү цехы, икмәкхана, фанера фабрикаһы сифатында ҡулланыла. Был осорҙа бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә. 1992 йылда бина диндарҙарға кире ҡайтарыла. 1997 йылда мәсет эргәһендә "Хажи-Тархан " мәҙрәсәһе асыла. 2000 йылда мәсетте реставрациялау башлана. Эштәрҙең әүҙем фазаһы 2006—2008 йылдарға тура килә. Зоя Космодемьянская урамы, 41/15 адресы буйынса урынлашҡан.

Ҡара мәсет (№ 10) — 1816 йылда сауҙагәр Яҡупов аҡсаһына элекке ағас мәсет урынында төҙөлгән. 1930 йылда Округ башҡарма Комитеты президиумының 25 ғинуарҙағы ҡарары буйынса мәсет ябыла, ә уның бинаһы мәктәпкә бирелә. Артабан мәсет бинаһы емерек хәлгә килә, ә 2005 йылда уны тергеҙеү башлана.[1] Зоя Космодемьянская урамы, 48 адресы буйынса урынлашҡан.

Нуғай мәсете (12-се һанлы) — ағас мәсет, 1830 йылда төҙөлгән. Йәшел төҫкә буялған. Совет осоронда эшләүен дауам иткән. Ҡазан урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан.

Йәшел мәсет (№ 8, Йорт мәсете) — ағас мәсет, элекке Батша слободаһы биләмәһендә урынлашҡан. Ул 1831 йылда ниндәйҙер Нураши Ниязов тигән кеше тарафынан төҙөлгән. Был мәсеттең мәхәлләһенә тирәләй йәшәгән йорт татарҙары һәм нуғайҙар-ҡарағаштар ингән. 1938 йылда мәсет Сталинград өлкә башҡарма Комитеты ҡарары буйынса ябыла һәм ятаҡ, поликлиника сифатында ҡулланыла. Әлеге ваҡытта мәсет бинаһы ташландыҡ һәм эшләмәй. Менжинский урамы, 90 адресы буйынса урынлашҡан.

Фарсы мәсете — шиғыйҙар мәсете, 1860 йылда фарсы йәмғиәте аҡсаһына төҙөлгән. Ул куб формаһындағы ярымсферик көмбәҙле һәм мөйөштәрендә дүрт манаралы бинанан ғибәрәт. Башта мәсеттең ағас ҡоймаһы һәм арка рәүешендәге ағас ҡапҡаһы була. Һуңғараҡ таш ҡойма төҙөлә. 1939 йылдан бина тегеү фабрикаһы цехы сифатында ҡулланыла. Элекке мәсеттең төп күләме хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған, әммә бина үҙгәртеп ҡороуҙар менән ныҡ зыян күргән. Уны бөтәүле итеп торған һигеҙ ҡырлы ҡоролма менән мөйөштәрендәге манаралар юҡҡа сыҡҡан. Хәҙерге ваҡытта диндарҙарға ҡайтарылмаған берҙән-бер тарихи мәсет. Киров урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан.

Үҙәк мәсет (№ 9, Ҡазан мәсете) — 1898 йылда мулла Абдул-Ваһап Алиев һәм ҡазан сауҙагәре Мөхәммәт-Шакир Казаков аҡсаһына төҙөлгән. 1941—1950 йылдарҙа ябылған. Хәҙер шулай уҡ Ҡыҙыл мәсет исеме менән дә билдәле, уны Оло Исадтағы мәсет менән бутарға ярамай. Ҡазан урамы, 62 адресы буйынса урынлашҡан.

Оло Исадтағы мәсет (№ 13, Ҡыҙыл мәсет) 1900 йылда төҙөлгән. 1935—1990 йылдарҙа тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай. Хәҙер шулай уҡ Кавказ мәсете тип билдәле, сөнки мәхәллә кешеләренең күпселеген кавказдан сыҡҡан кешеләр — шәфиғи мәҙһәбе яҡлылар тәшкил итә. Красная Набережная урамы, 112 адресы буйынса урынлашҡан.

Криушино мәсете — 1909 йылда 1897 йылдан эшләп килгән ғибәҙәт йорто урынында төҙөлгән. Үҙ исемен Криуши районы исеменән алған.1932-1997 йылдарҙа бакалея тауарҙары келәте, һуңыраҡ мәҙәниәт йорто сифатында ҡулланыла. 1940 йылда манараһы һүтелә. Артабан интерьерҙары юғала. 2004—2008 йылдарҙа ярым емерек хәлдән тергеҙелә. Әлеге ваҡытта әзербайжан общинаһына тапшырылған һәм «Баҡы» шиғый мәсете булараҡ эшләй (Баҡы). Баҡы урамы, 141 адресы буйынса урынлашҡан.

Мәсет № 30 — Әстерхан ҡалаһы Трусов районы Красноармейский ҡасабаһында урынлашҡан (Саян урамы, 6-сы йорт). Мәсет 1926 йылда төҙөлгән, совет осоронда эшләгән һәм Әстерхан өлкәһе Волга буйы районының Татар Абелёвкаһы (Татар-Абеловка) ҡасабаһына (хәҙер — ҡала эсендә) ҡараған. 1995 йылда, Яҡындағы Иҫке Кучергановка ауылында яңы мәсет асылыу менән бәйле, Саян урамындағы мәсетте училище-мәктәп булараҡ файҙалана башлайҙар, әммә 2000 йылда уға мәсет статусы кире ҡайтарыла.

Ҡамышлы Мәсете — Әстерханда Батша слободаһының «Ҡазан эсе» кварталы территорияһында урынлашҡан мәсет. XIX быуат уртаһында төҙөлә. 1920-се йылдарҙа ябыла һәм муниципалитетҡа тапшырыла. Һуңғараҡ шәхси биләмәгә тапшырыла. Мәсет эргәһендә шулай уҡ мәҙрәсә булған. Шулай уҡ шәхси биләмәгә тапшырыла. 2010 йылда элекке мәҙрәсә бинаһында янғын сыға.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сызранов А. В.. Государственная политика России по возвращению мечетей мусульманам Поволжья в 1990-х гг. (русский) = Государственная политика России по возвращению мечетей мусульманам Поволжья в 1990-х гг. // ИСЛАМОВЕДЕНИЕ : статья. — 2013. — № 3. — С. 62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]