Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров
Asfandiyarov.jpg
Тыуған көнө:

15 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы

Вафат булыу көнө:

4 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

тарих

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

тарих фәндәре кандидаты

Уҡыу йорто:

Мәскәү дәүләт университеты (1958)

Награда һәм премиялары


Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) Салауат Юлаев ордены

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 19344 февраль 2014) — тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2009) ордендары кавалеры, В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) һәм Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) премиялар лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров 1934 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 3 йәшлек сағында әсәһе вафат була. Бөйөк Ватан һуғышы башланып атаһы фронтҡа алынғас, бер аҙ ваҡыт Әнүәрҙе өләсәһе тәрбиәләй. Өләсәһе мәрхүм булғас, Баймаҡ балалар йортона эләгә. 1950 йылда Иркутск өлкәһенә фабрика-завод мәктәбенә уҡырға ебәрелеү маҡсатында, ул башҡа балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән бергә Өфөгә юллана. Әммә Әнүәр Себергә бармай һәм Өфөнөң 9-сы башҡорт мәктәбендә белем ала[1]. Был мәктәпте 1953 йылда тамамлай[2].

1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Университеты бөткәс, 1958—1965 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат мәктәбендә уҡыта.

1968—1974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1974 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында тарих факультетында уҡыта.

Ғалим 2014 йылдың 4 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. К. Хәбибуллин

XVII, XVIII һәм XIX быуаттарҙағы башҡорт ғаиләhе тураhында яҙған китабы «Башҡорт халҡының ғаиләhе» тип атала.

Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа авторҙар коллективы менән берлектә «Өфө тарихы» китабын яҙалар. Ул 1976 йылда донъя күрә. «Өфөгә нигеҙ hалыу», «XIX быуаттың беренсе яртыhында Өфө» тигән бүлектәрҙе яҙғанда халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән эшләй.

1990 йылдан 2002 йылға тиклем 10 китабы донъя күрә. Башҡортостандың 54 районының 41-нең ауылдар тарихы яҙылды. Ошо китап йоғонтоhонда ауылдар тарихына бағышланған 15-ләп китап донъя күрҙе.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу алдынан профессор Әсфәндиәров тарафынан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн этнография һәм тарих йәһәтенән тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһе булараҡ «Западные башкиры. По переписям 1795—1917 гг.» китабы донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа ғалим бик әүҙем эшләй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы уңайынан уның «Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.)», «Кантонное управление в Башкортостане», «Башкирские тарханы» китаптары баҫылып сыға һәм башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә ҙур лайыҡлы урын алып тора.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 1: Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы. Кн. 1. — Уфа: Китап, 1997. — 222 с. ил. — ISBN 5-295-02027-4.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Баймакский, Белорецкий, Архангельский, Ишимбайский, Стерлибишевский, Федоровский, Кугарчинский, Гафурийский, Кармаскалинский, Уфимский, Белтачевский, Краснокамский, Ермекеевский районы. Кн. 2. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991. — 191 с. ил.. — (История сёл и деревень Башкирской ССР Справочник). — ISBN 5-295-00573-9.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Кн. 3. — Уфа: Китап, 1993—208 с.ил. — На пер. авт. не указан. — ISBN 5-295-01143-7
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 4: Шаранский, Туймазинский, Илишевский, Аскинский районы. Кн. 4. — Уфа: Китап, 1993. — 205,[2] с.ил.. — ISBN 5-295-01345-6.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 5: Татышлинский, Янсульский, Бураевский районы. Кн. 5. — Уфа: «Китап», 1994. — 173 с. — ISBN 5-295-01457-6.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 6: Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы. Кн. 6. — Уфа: «Китап», 1995. — 147,[2] с.карта. — ISBN 5-295-01673-0.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 7: Альшеевский, Миякинский, Нуримановский, Иглинский, Бижбулякский, Давлекановский районы. Кн. 7 — Уфа: «Китап», 1997. — 189,[2] с. — ISBN 5-295-01916-0.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Книга 8: Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей. Кн. 8. — Уфа: Китап, 1999.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Книга 9: Караидельский, Дуванский, Салаватский, Кигинский, Мечетлинский, Белокатайский районы. Кн. 9 — Уфа: Китап, 2001.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Книга 10: История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей. Кн. 10 — Уфа: Китап, 2002.
  • Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  • История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с.
  • Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — Б. 179—192. — 224 б. — ISBN 5-295-01672-2.
  • Башкирская семья в прошлом (XVIII — первая половина XIX в.) — Уфа: Китап, 1997. — 104 с. — ISBN 5-295-01979-9.
  • Западные башкиры. По переписям 1795—1917 гг. — Уфа: Китап, 2001. (авторҙаш)
  • Кантонное управление в Башкирии (1798—1865) — Уфа: Китап, 2005. — 256 б. — ISBN 5-295-03586-7.
  • Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006.
  • Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI – первая половина XIX в.) — Уфа: Китап, 2006.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Илтенбаев А. Ф. Гимназия-интернат № 1 // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Асфандияров Анвар Закирович. Башкирский государственный университет, исторический факультет. 27 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  3. Сабирова Э. Скончался известный историк, профессор БашГУ Анвар Асфандияров. «Башинформ» (2014-02-04). 27 ноябрь 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]