Әсәй-Ватан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әсәй-Ватан
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Commons-logo.svg Әсәй-Ватан Викимилектә

Әсәй-Ватан[К 1] — Санкт-Петербургта Пискарев мемориаль ҡәберлегендә урынлаштырылған монумент.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таш постаментҡа ҡуйылған алты метрлыҡ бронза скульптура ҡулына имән япрағынан гирлянда — мәңгелек символы тотҡан ҡатынды һүрәтләй. Скульптура артындағы таш диуарҙа Ольга Берггольцтың шиғыр юлдары уйып яҙылған:

« Здесь лежат ленинградцы.

Здесь горожане — мужчины, женщины, дети.
Рядом с ними солдаты-красноармейцы.
Всею жизнью своею
Они защищали тебя, Ленинград,
Колыбель революции.
Их имён благородных мы здесь перечислить не сможем,
Так их много под вечной охраной гранита.
Но знай, внимающий этим камням:
Никто не забыт и ничто не забыто.

»

Шиғри юлдарҙан тыш, стенала бер-береһенең ҡаршыһына барған кешеләр силуэттарын күрергә мөмкин.

Скульптура ҡайғырыусы ҡатын-ҡыҙҙы, әсәне, ҡатынды кәүҙәләндерә. Скульптура йөҙө менән туғандар ҡәберенә төбәлгән. Скульптура артында (зыярат территорияһынан ситтә) торлаҡ йорттар булмаған, 2-3 квартал оҙонлоғонда коридор ҡалдырылған.

Файл:Голова Матери-Родины.jpg
Ҡайғырыусы ҡатын-ҡыҙ, әсә, ҡатын…

Скульптура булдырыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылдың февралендә блокада ваҡытында һәләк булған ленинградлыларға мемориал проектына конкурс үткәрелә. 1956 йылда 26 гектарҙан ашыу майҙанда архитекторҙар А. В. Васильев һәм Е. А. Левинсон проекты буйынса мемориаль комплекс төҙөү башлана. 1960 йылдың 9 майында, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең ун биш йыллығына мемориал асыла. Мәңгелек ут Марс яланындағы уттан тоҡандырыла.

Ансамбль авторҙары — архитекторҙар А. В. Васильев, Е. А. Левинсон, скульпторҙар В. В. Исаева һәм Р. К. Таурит («Тыуған ил-әсә» һәм ҡабырға стеналарҙағы рельефтар), М. А. Вайнман, Б. Е. Каплянский, А. Л. Малахин, М. М. Харламова (үҙәк стелалағы горельефтар).

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В других источниках «Родина-мать»[1][2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡалып:Книга:Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград
  • Пискарёвское мемориальное кладбище, памятник. Санкт-Петербург. Энциклопедия. Комитет по культуре Санкт-Петербурга. Институт Петра Великого. 31 ғинуар 2018 тикшерелгән.