Әхмәров Ҡасим Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәров Ҡасим Закир улы
Ахмеров Касим Закирович.jpg
Тыуған көнө

7 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылы

Вафат көнө

11 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

тел белеме

Альма-матер

Рәсүлиә мәҙрәсәһе

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Әхмәров Ҡасим Закир улы (7 ноябрь 1900 йыл11 февраль 1969 йыл) — башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасим Закир улы Әхмәров 1900 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылында тыуған.

1919 йылда «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.

1928 йылда Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләй башлай.

1938—1969 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасим Әхмәровтың башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлеге Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләгән сағында башлана. Уның ғилми хеҙмәттәре башҡорт яҙмаһын һәм орфографияһын, хәҙерге башҡорт теленең синтаксисын өйрәнеүгә арналған.

Ҡ. З. Әхмәров — русса-башҡортса (1948), башҡортса-русса (1958) һүҙлектәрҙе, башҡорт теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, уҡытыу-методика эштәре, шулай уҡ башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары өсөн дәреслектәр авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1957.
  • Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1960.
  • Башҡорт яҙыуы тарихынан: Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы тарихы. — Өфө, 1972.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • З. Г Ураксин. Касим Закирович Ахмеров. // Вопросы башкирского языкознания. — Уфа, 1973.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 34-35 с. ISBN 5-295-02294-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]