Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Ҡырмыҫҡалы районы
Олокүл, Ҡырмыҫҡалы районы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы (1905-?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында тыуған[3]. Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[1][2][3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-сө пулемёт эскадронында ат тотоусы (артиллерияла пушка арбаһының күсере) булып хеҙмәт итә[3]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 10 июнендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (подразделениеның 1944 йылдың 10 июнендәге 25/н номерлы приказы)[1][3], «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[2] менән бүләкләнә. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына Наградлау ҡағыҙында Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улының ҡаһарманлығы тураһында ошолай яҙыла: «3-сө эскадрондың ат тотоусыһы Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улын теләһә ниндәй юлһыҙ ауыр шарттарҙа һуғыш припастарын алғы һыҙыҡҡа ваҡытында алып килгәне һәм шуның менән һөжүм итеү һуғыштарының уңышлы булыуын тәьмин иткәне өсөн „Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалы менән бүләкләргә» тип яҙылған[1]. 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]