Әхмәтзәки Вәлиди музейы
Әхмәтзәки Вәлиди музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 2 ноябрь 1992 |
Директор | Кәрим Фатҡулла улы Шәйәхмәтов |
Сайт | museum.ru/M2285 |
Әхмәтзәки Вәлиди музейы Викимилектә |
Әхмәтзәки Вәлиди музейы[1] — Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы, Әхмәтзәки Вәлиди тыуған Ишембай районының Көҙән ауылында булдырылған. Музей ауылдың үҙәк өлөшөндә — Зәки Вәлиди исемендәге майҙанда — урынлашҡан.
Музейҙың булдырылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейға нигеҙ һалыу көнө тип 1992 йылдың 2 ноябрь көнө һанала. Музей йорто Вәлидовтарҙың өйөнөң урынында төҙөлгән. Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса подрядсы ойошмаларының комплекслы планына ярашлы эштәр Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте һәм Ишембай район администрацияһы контроле аҫтында булды. Проектҡа Милли музей етәкселеге кураторлыҡ итте, башлыса күп көс философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаев һалды.
Музейға нигеҙ һалыусы Кәрим Фәтҡулла улы Шәйәхмәтов (1934 йылда тыуған) хәҙерге көндә музей директоры.
Артабанғы йылдарҙа төп йорттоң һәм ишек алдындағы биналарҙың, ҡоҙоҡтоң, ҡоймаларҙың, тротуарҙарҙың косметик ремонты ойошторолдо. Иҫтәлекле стела янында сквер булдырылды.
Музей экспонаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙа 1600-ҙән артыҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең, тормошон һәм эшмәкәрлеген, уның ғаиләһен сағылдырыусы экспонат тупланған. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған музейҙы беренсе тарихи документтар һәм фотографиялар менән тәьмин итте. 2002 йылда Кәрим Шәйәхмәтов Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары — Иҫәнбикә һәм Субәҙәй, уның арҡаҙашының улы Йәшәр менән осрашты. Был сәфәрҙән һуң музей ҡиммәтле экспонаттар, шул иҫәптән автономиялы Башҡортостан республикаһының картаһы менән тулыланды. Был картала бөтә яҙыуҙар ҙа Әхмәтзәки Вәлиди ҡулы менән башҡорт телендә ғәрәп шрифтында яҙылған. Шулай уҡ ошо сәфәрҙән Әхмәтзәки Вәлидиҙең телмәре һәм уның башҡарыуында йырҙар яҙылған аудиокассета алып ҡайттылар[2].
Экспонаттар араһында:
- Ә. З. Вәлидиҙең мантияһы
- Ә. З. Вәлидиҙең ата-әсәһе йорто йыһаздары
Музей эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда музей администрацияһы саҡырыуы буйынса Төркиәнән атаһының тыуған яҡтарына Иҫәнбикә Тоған үҙенең ҡыҙы Сара менән килеп китте.
Район бюджеты иҫәбенә Төркиәгә ике экспедиция ойошторолдо.
2011 йылдың 14 февралендә музейҙа Халыҡ-ара ТЮРКСОЙ ойошмаһы генераль секретары Дюсен Касеинов етәкселегендәге рәсми делегацияһы булып китте[3][4].
Урындағы иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиди ҡойоһо,
- Ә. З. Вәлидигә стела
- Юрматы ырыуы ерҙәре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Музей Ахметзаки Валиди
- ↑ Музей Ахмета ЗакиВалиди — Мои статьи — Каталог статей — КУЗЯН Ишимбайский р-н РБ
- ↑ Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан — Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республ …(недоступная ссылка)
- ↑ Информационно-публицистический еженедельник «Истоки»: Мост дружбы 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Музеи России» сайтында музейҙың рәсми бите
- Чишкова Л. А. Вәлиди Ә.-З. музей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.