Эстәлеккә күсергә

Әхмәтйәнов Мәхмүт Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Мәхмүт Рәхим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]
Тыуған урыны Нәсибаш ауылы, Салауат районы[2]
Вафат булған көнө 4 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, журналист, яҙыусы
Эш урыны Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты[1]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d][1] (1973)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Әхмәтйәнов Мәхмүт Рәхим улы (14 февраль 1927 йыл4 апрель 2010 йыл) — ғалим-педагог, журналист һәм яҙыусы. 1959—1970 йылдарҙа Ҡазанда нәшер ителгән «Совет мәктәбе» журналы редакцияһының бүлек мөдире. 1973—1988 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы. Педагогия фәндәре кандидаты (1973). 1998 йылдан Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия һәм Татарстандың Хөсәйен Ямашев исемендәге премияһы лауреаты.

Мәхмүт Рәхим улы Әхмәтйәнов 1927 йылдың 14 февралендә Автономлы Башҡорт ССР-ының Мәсәғүт кантоны Нәсибаш улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Нәсибаш ауылында тыуған[3].

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1950 йылда Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлағандан һуң Татар АССР-ының Әгерже ҡала мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

1959 йылда уны Ҡазанда нәшер ителгән «Совет мәктәбе» журналы редакцияһына бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Был вазифала 1970 йылға тиклем хеҙмәт һала[4].

1970—1973 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Педагогия фәндәре академияһының аспирантураһында уҡый һәм уны «Педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлап тамамлай[4].

1973—1988 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институтының педагогика кафедраһы уҡытыусыһы була. Фәнни хеҙмәттәре йәштәргә әхлаҡи һәм ғаилә тәрбиәһе биреү мәсьәләренә арналған.

1998 йылдан ғалимға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы[3].

Хеҙмәт һәм юғары мәктәп ветераны 2010 йылдың 4 апрелендә Ҡазан ҡалаһында вафат була.

  • Иң кирәкле кеше: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1965. – 46 б. – 2500 д.  (тат.)
  • Чын укытучы: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1966. – 24 б. – 5000 д.  (тат.)
  • Җаваплылык хисе: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1967. – 36 б. – 3000 д.  (тат.)
  • Без яшәгән якларда: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1969. – 150 б. – 3000 д.  (тат.)
  • Без – яшь җәлилчеләр: мәкаләләр, очерклар, эсселар / соавт. С.Сүнчәлиева. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1971. – 56 б. – 2000 д.  (тат.)
  • Гаиләдә әхлак тәрбиясе: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1985. – 112 б. – 4000 д.  (тат.)
  • Килер бер көн...: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1998. – 256 б. – 3000 д.  (тат.)
  • Тормыш мизгелләре: мәкаләләр, очерклар, эсселар. – Казан: Хәтер, 2002. – 450 б. – 4000 д.  (тат.)
  • Яманны юлдаш итмә: мәкаләләр, очерклар, эсселар / кереш сүз авт. Ф.Баттал. – Казан: Татар. кит. нәшр., 2007. – 223 б. – 1000 д.  (тат.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
  • Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты
  • Татарстандың Хөсәйен Ямашев исемендәге премияһы лауреаты

Әҙип ижады хаҡында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Яруллин Ф. Халкыбызның асыл сыйфатларын җыйган // Шәһри Казан. – 1997. – 12 февр.  (тат.)
  • Әхмәдуллин Ш. Җитмештә дә егет ул // Мәдәни җомга. – 1997. – 14 февр.  (тат.)
  • Баттал Ф. Җаннар академигы // Юлдаш. – 2002. – № 41.  (тат.)
  • Садә Г. Киң колачлы гыйлем иясе // Мәгърифәт. – 2002. – 16 февр.  (тат.)
  • Исламов Ф. Беркем дә битараф калмас // Татар иле. – 2002. – № 51.  (тат.)
  • Халитов Р. Галим-язучының тормыш мизгелләре // Мәгариф. – 2003. – № 2 – 66 б.  (тат.)
  • Садә Г. Югарыда Урал таулары // Шәһри Казан. – 2007. – 9 февр.  (тат.)
  • Әмирханов М. Сөбханалла, күз тимәсен! // Мәдәни җомга. – 2007. – 9 февр.  (тат.)
  • Яруллин Ф. «Килер бер көн...» // Мирас. 1999. № 11.  (тат.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)
  • Әмирханов М. Сөбханалла, күз тимәсен!//Мәдәни җомга. 2007. 9 февраль.  (тат.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)