Эстәлеккә күсергә

Әхмәтйәнов Ниғәмәт Әхмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Ниғәмәт Әхмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Белорет районы
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Әхмәтйәнов Ниғәмәт Әхмәтйән улы (1913 йыл- ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1].

Әхмәтйәнов Ниғәмәт Әхмәтйән улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 13 июлендә саҡырыла[2]. 8-се кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы миномет расчеты командиры булып хеҙмәт итә[2]. 1942 йылдың 9 июлендә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1][2] (1942 йылдың 31 июлендә подразделениеның 68/н номерлы приказы). Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.