Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы
Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 24 июль 1916 |
Тыуған урыны | Дүшәмбикә, Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 2 август 1996 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Дүшәмбикә, Ҡыйғы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы (24 июль 1916 йыл Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылы — 2 август 1996 йыл, шунда уҡ) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Почет билдәһе» ордены кавалеры[1][2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы 1916 йылдың 24 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауыл Советы Дүшәмбикә ауылында тыуған[2]. 1936 йылдан Ҡыйғы районының «Ҡыҙыл Урал» колхозында тракторист, ә 1938 йылдан Ҡыйғы МТС-ы трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй[2].
Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 2 ғинуарында Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7‑се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында, 1942 йылдың июненән — айырым гвардия элемтә дивизионында, 1943 йылдан — 7‑се айырым гвардия элемтә дивизионында Көньяҡ‑Көнбайыш, Дала, Белоруссия, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында һуғыша[2].
Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Почёт Билдәһе» ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Ҡыйғы районында 1946 йылдан һәм 1953 йылдан Ҡыйғы МТС-ы бригадиры, 1949 йылдан рәйесе, 1951—52 йылдарҙа рәйес урынбаҫары, 1959 йылдан Тимирязев исемендәге колхозда механик, 1963 йылдан район «Сельхозтехника» берекмәһендә контролёр, 1974—1977 йылдарҙа 8-се ПМК механигы булып эшләй[2]. Был йылдарҙа I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946), «Берлинады алған өсөн» (1946), «Варшаваны азат иткән өсөн» (1946), «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергшән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1946)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1946)
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Ахметьянов Галимьян Гарифьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Ахметьянов 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Шаймуратовцы. АХМЕТЬЯНОВ Галимьян Гарифьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- 24 июлдә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 2 августа вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Ҡыйғы районында вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары