Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы
Абдулла Шәңгәрәй улы Әхмәтов | |||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||
Вафат урыны | |||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||
Ғәскәр төрө |
элемтә ғәскәрҙәре | ||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||
Хәрби звание | Өлкән лейтенант | ||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы (2 май 1918 йыл — 25 ноябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Айырым элемтә ротаһының телефонсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант (1944). Хәрби элемтә училищеһын тамалағандан һуң - өлкән лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулла Шәңгәрәй улы Әхмәтов 1918 йылдың 2 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) Йомағужа ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Мәктәптең 7 синыфын, уҡытыусылар әҙерләү курстарын тамамлай. «Урал» колхозында эшләй, артабан Айтуған башланғыс мәктәбендә уҡыта.
1938 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армияла. 1941 йылдың июненән Эске эштәр халыҡ комиссариатының 142-се полкында элемтә отделеениеһы командиры була. 1942 йылдың ғинуарынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хеҙмәт итә.
1943 йылдың 26 сентябрендә 3-сө Украина фронты 46-сы армия 31-се уҡсылар дивизияһы 1449-сы айырым элемтә ротаһының телефон бүлеге командиры өлкән сержант Абдулла Әхмәтов ике яугир менән бергә Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровск районы Сошиновка ауылы тирәһендә тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға һәм бер үк ваҡытта 1,5 км оҙонлоғондағы (шул иҫәптән 600 метры һыу буйлап) парлы кабель һуҙа. 248-се уҡсылар полкы дивизия командирының күҙәтеү пунктына элемтә биреп, алыш менән идара итеүгә мөмкинлек бирә. Алыш барышында Әхмәтов, контузия алыуына ҡарамаҫтан, кабелдәрҙең 40-ҡа яҡын өҙөлөүен ялғай. Күрһәткән батырлығы өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралдәге Указына ярашлы, «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2][3].
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1945 йылда Киев элемтә хәрби училищеһын тамамлай. 1945 йылдың сентябренән — запаста.
Өфө юғары партия мәктәбен тамамлай, Башҡорт АССР-ының Социаль тәьминәт министрлығында инспектор булып эшләй.
Стәрлебаш район Советы рәйесе урынбаҫары, СССР Әҙерләүҙәр министрлығы уполномоченныйы, элеватор директоры, социаль тәьминәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.
1995 йылдың 25 ноябрендә Стәрлебаш ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944).
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944)[4]
- Ленин ордены (22.02.1944)
- I дәрәжә Ватан Һуғышы ордены (06.04.1985)[5]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.10.1943)[6]
- миҙалдар, шул иҫәптән:
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлебаш ауылының Геройҙар аллеяһында Абдулла Әхмәтовҡа һәйкәл ҡуйылған.
- Стәрлебаш һәм Йомағужа ауылдарының урамдары Абдулла Әхмәтовтың исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 3, л. 367, 368)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 20, л. 1)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы . «Герои страны» сайты.
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2019)
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 8 май 2016.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Стәрлебаш районында тыуғандар
- 2 майҙа тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 25 ноябрҙә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Стәрлебашта вафат булғандар
- СССР офицерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары:Стәрлебаш районы
- КПСС ағзалары