Әхмәтов Хәмит Борхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтов Хәмит Борхан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 9 сентябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Сибай
Һөнәр төрө Ҡурай

Әхмәтов Хәмит Борхан улы - ( 1 ғинуар 1904 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Күсей ауылы (Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) – 9 сентябрь 1966 йыл, Сибай ҡалаһы) ҡурайсы.

Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмит Әхмәтов 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан көтөү көткән, ҡырҙа йөрөгәндә лә ҡурайынан айырылмаған. Ҡаяға баҫып уйнап ебәрһә, Ирәндек бу­йындағы барлыҡ йәйләүҙәргҙә уның ҡурай тауышын ишетер булғандар. Бирғәле исемле оҫта ҡурайсынан башҡарыу серҙәренә өйрәнеүенән тыш байтаҡ йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.

1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асылған. Төрлө милләт вәкилдәре башҡалаға килеп, үҙҙәренең көнкүрешен, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була. Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бире­лә, һәм делегация составына йәш ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты ла индерәләр [1]

1924 йылдан алып Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

1935—64 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театр сәхнәһендә уйнай ( Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ошо театрҙан башлана) эшләй.

Әхмәтов Хәмит Борхан улы үҙенсәлекле башҡарыу стиленә эйә булған,ҡырыҫ тотанаҡлыҡ, эпик манера, моңло уйнауы менән айыры­лып торған. Репертуарында классик оҙон көйҙәрҙең инструменталь башҡарылыш өсөн варианттары, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм йыр‑бейеү көйҙәре булған, “Айүкә”, “Баяс”, “Ҡарасәс”, “Сыңрау торна”, “Һыр” көйҙәренең уникаль варианттарын башҡарған.

Ул спектаклдәрҙә ҡатнашҡан: Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу”, “Башҡорт туйы”, С.М.Мифтахов­тың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” әҫәрҙәрендә сәхнәгә сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ирәндектең моңло балаһы [1].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әхмәтов Хәмит Борхан улы [2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мусикия [[3]]