Әхмәт Санжар
| Әхмәт Санжар | |
| фарс. احمد سنجر | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Титул | Солтан |
| Тыуған көнө | 1084 или 6 ноябрь 1086 |
| Тыуған урыны | Синджар[d], Найнава[d][1] |
| Вафат булған көнө | 8 май 1157 |
| Вафат булған урыны | Мерв |
| Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
| Үлем сәбәбе | Дизентерия |
| Ерләнгән урыны | Мавзолей Санджара[d] |
| Атаһы | Мәлик шаһ I |
| Әсәһе | Taj Safariyya Khatun[d] |
| Бер туғандары | Махмуд ибн Малик-шах[d], Барҡыяруҡ, Мөхәммәт I (Сәлжүк солтаны), Исма Хатун[d] һәм Gawhar Khatun[d] |
| Хәләл ефете | Турна Хатун[d], Русудан (дочь Деметрия I)[d] һәм Туркан-Хатун[d] |
| Балалары | Khatun (daughter of Ahmad Sanjar)[d] |
| Нәҫеле | Сәлжүкиҙәр |
| Һөнәр төрө | сәйәсмән, Солтан |
| Биләгән вазифаһы | Sultan of the Seljuq Empire[d] |
Мөиззи үд-Дин Әбүл-Харис Әхмәт Санжар ибн Мәлик шаһ I (төр. Muizzeddin Ahmed Sencer; от тюрк. «үтә тишеүсе», «һөжүм итеүсе»; 1084/1086 — 8 май 1157); — 1118—1153 йылдарҙа Сәлжүктәр империяһының һуңғы солтаны. Сәлжүкиҙәр династияһынан, ул Ҡыныҡ уғыҙҙар ҡәбиләһенән сыҡҡан. Тәүҙә ул Хөрәсән солтанлығы солтаны була, һуңынан, ағаһы солтан Мөхәммәт I вафат булғандан һуң, Сәлжүкиҙәр империяһы биләмәләрен мираҫҡа ала.
Санжар иң күренекле сәлжүк солтандарының береһе һәм монголдар баҫып инеүенә тиклем иң оҙаҡ хакимлыҡ иткән мосолман хакимы тип иҫәпләнә. Төрки сығышлы булыуына ҡарамаҫтан, Санжар ныҡ иранлаштырыла һәм, үҙенең батырлыҡтары арҡаһында, хатта «Шаһнамә» ләге ҡайһы бер мифологик шәхестәр кеүек легендар шәхескә әйләнә. Ысынлап та, урта быуат сығанаҡтары Санжарҙы "Хәсрәү бөйөклөгөнә һәм ҡаянидтар даны"на эйә тип һүрәтләй. Санжар тарихҡа күренекле дәүләт эшмәкәре һәм хәрби начальник ҡына түгел, мәҙәниәт яҡлаусыһы булараҡ та ингән. Ул үҙенең һарайына ғалимдарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен саҡыра, бөйөк ислам ғалимы Имам Газали менән яҙыша һәм хатта уның менән осраша. Күренекле шағирҙар араһында Әүхәд ад-Дин Әнүәриҙе (1126—1191), һарай шиғриәтенең иң ҙур вәкиле Әмир Мөиззиҙе (1072—1127), Ғүмәр Хәйәмде (1048—1131), күренекле суфый шағиры Санаиҙы (1081—1141) атарға мөмкин. Шулай уҡ солтан суфый остазы Әхмәд Намуки Йәми (1049—1142) менән мөнәсәбәттәрен өҙмәгән, ул Хөрәсәндә изге кеше булараҡ хөрмәт ителгән. Санжарҙы ҡурсалаған ғалимдар араһында күренекле Урта Азия механигы, физика, астроном, математика, философ һәм алхимик Абд-Рахман әл-Хәзини (1077—1155), дини тәғлимәтсе Ғүмәр ибн Сахлан ас-Сәүи (1145-се уҡыусы), дин белгесе, хоҡуҡ белгесе һәм тарихсы Әбүл-Фәтихәстан-1153) һәм башҡалар бар. Ул хәҙистәрҙе һәйбәт белгән, шуға ла хәҙис белгестәте араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Шулай уҡ солтан фарсы телендә шиғырҙар яҙған[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк сәлжүкиҙәр нәҫеленең һуңғы вәкиле Санжар — Мәлик шаһ I-нең ҡол ҡатынынан тыуған кесе улдарының береһе. Мәлик шаһтың иртә вафат булыуы үҙ-ара ыҙғыштарҙың оҙайлы теҙмәһенә килтерә. Санжар мираҫлыҡ өсөнө өс ағаһы һәм үгәй туғаны — Мәхмүт I, Барҡыяруҡ, Мөхәммәт I һәм Мәлик шаһ II менән бер-бер артлы һуғыштар алып бара.
1097 йылдан Санжар Сәлжүк империяһының күпселек өлөшөндә хаким булып китә, уның баш ҡалаһы Нишапурҙа була. Бер нисә хаким уға ҡаршы баш күтәрә, был Бөйөк Сәлжүк империяһының тарҡалыуына килтерә. 1118 йылда, Санжарҙың ике туғандарының һуңғыһы вафат булғандан һуң, Сәлжүкиҙәрҙең биләмәләре рәсми рәүештә бүленә.
Энно Франциус әйткәнсә, Санжар Аламут ассасиндарын юҡ итеү кампанияһын үҙ өҫтөнә ала. Әммә үҙҙәренең нығытмаларына юлда, бер көн Санжар уянып китә һәм тыныслыҡ тәҡдиме менән хәнйәргә ҡыҫтырылған яҙма таба. Шаҡ ҡатып, Санжар Хәсән ибн Сәббәхҡә илселәр ебәрә, һәм улар бер-береһенең эшенә ҡыҫылмаҫҡа килешә.

1141 йылда Санжар ҡараҡытайҙарға ҡаршы походҡа сыға һәм Сәмәрҡәнд янында улар менән осраша. Ҡатван үҙәне янындағы алышта Елүй Даши етәкселегендәге ҡараҡытайҙар ҡулынан еңелә һәм ун биш кенә һыбайлыһы менән ҡаса[3].
Төркөстан уғыҙҙары Санжарҙы 1153 йылда баҫып ала һәм 1156 йылға тиклем әсирлектә тота, һуңынан ул ҡасып китә. Киләһе йылда Санжар дизентериянан вафат була[4] һәм Сәлжүкиҙәр дәүләтенең баш ҡалаһы Мерв ҡалаһындүҙе иҫән саҡта төҙөгән мавзолейҙа ерләнгән[5], ул Төркмәнстандың хәҙерге Байрамали ҡалаһы янында ҡала.
Ғәиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Санжарҙың Турна Хатун менән никахтан ҡыҙҙары тыуа:
- Мәх-Мөлөк хатун (1105—1122) 1119 йылда Санжар уны үҙенең ир туғаны Мәхмүт II- гә кейәүгә бирә.
- Әмир Ситти Хатун (1129 й. вафат) — Мәхмүт II-нең икенсе ҡатыны.
- Санжарҙың билдәһеҙ ҡыҙы 1124 йылда Ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Мөстәршиткә кейәүгә сыға.
- Гәүһәр хатун 1134 йылда үҙенең ир туғаны Ғият әд-Дин Мәсүдкә кейәүгә сыға.
Сәнғәттә образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мерв менән бәйле Ғәлишер Нәүаи Санжарҙы (Санжар) телгә ала.
- «Солтан Санжар һәм ҡарсыҡ тураһында» хикәйәһе Низами Гәнжәүиҙең биш китабына (хамса), «Серҙәр хазинаһы» китабына индерелгән. 2023 йыл 19 октябрь архивланған.
Кинотла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Пробуждение: Великие Сельджуки " (2020) — хәҙерге төрөк сериалында Әхмәт Санжар ролен төрөк актеры Экин Коч башҡара.
Нумизматикала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төркмәнстандың 5 манатлыҡ банкнотаһында Әхмәт Санжар һүрәте (2012)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Султан Санджар – последний Великий Сельджук. Исламосфера. Дата обращения: 30 май 2027.
- ↑ Ахмад Санджар (1084 г.—1157 г.). Лучшие всех времен. Дата обращения: 30 май 2026.
- ↑ Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского О. И. Смирновой, редакция проф. А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2. — С. 80.(недоступная ссылка) Проверено 1 май 2018.
- ↑ Последний из великих сельджуков – Султан Санджар. «islamdag.ru». Дата обращения: 30 май 2026.
