Әхмәт Шамлу
| Әхмәт Шамлу | |
| фарс. احمد شاملو | |
| Зат | ир-ат[1][2] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Псевдоним | Aléf-Bâmdâd һәм الف. بامداد |
| Тыуған көнө | 12 декабрь 1925[3][2] |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран[3] |
| Вафат булған көнө | 24 июль 2000[3][2] (74 йәш) или 23 июль 2000[4] (74 йәш) |
| Вафат булған урыны | Кередж[d], Тегеран[d], Иран |
| Ерләнгән урыны | Imamzadeh Taher Cemetery[d] |
| Хәләл ефете | Aida Sarkisian[d] һәм Tusi Hayeri Mazandarani[d][5] |
| Туған тел | фарсы теле |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | фарсы теле |
| Һөнәр төрө | лингвист, шағир, журналист, яҙыусы, тәржемәсе, режиссёр дубляжа, әҙәби тәнҡитсе, лексикограф, актёр дубляжа |
| Эшмәкәрлек төрө | имлә, тәржемә һәм дублирование[d] |
| Сәнғәт йүнәлеше | верлибр[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Рәсми сайт | shamlou.org |
Әхмәт Шамлу (фарс. احمد شاملو — 12 декабрь 1925 йыл, Тәһран — 24 июль 2000 йыл, Ҡарадж) — фарсы шағиры, яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсеһе һәм тәржемәсеһе.
Шамлу — күренекле Иран шағиры, Нобель премияһына дәғүә итеүсе. Ул классик һәм хәҙерге шиғриәт йыйынтыҡтары авторы. Уның стиле — аҡ шиғыр (рифмаһыҙ шиғриәт). Тыуған төйәгендә ул хәҙерге әҙәбиәт шедеврҙарының күбеһен фарсы теленә тәржемә итеүсе булараҡ билдәле.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт Шамлу — хәҙерге фарсы әҙәбиәтенең иң күренекле шағирҙарының береһе. Ул ике псевдоним ҡабул иткән: А.Собх һәм А.Бамдад. «Онотолған моңдар» тигән тәүге йыйынтығын 22 йәшендә баҫтырып сығара; ул тәү сиратта хәҙерге иран шиғриәтенә нигеҙ һалыусы Нима Юшидж стилендәге шиғырҙарҙан һәм аҡ шиғырҙан айырмалы рәүештә үлсәме булмаған ирекле шиғыр тип аталған шиғырҙарҙан тора[6]. Был йыйынтыҡта бик традицион өлгөләрҙән алып «Нима шиғырҙары» тип аталғандарына тиклем төрлө шиғырҙар тупланған, ә ҡайһы бер шиғырҙарҙың моңо ла, ритмы ла юҡ. Шиғырҙарҙың тап һуңғы төрө һуңынан «аҡ шиғыр» булараҡ билдәле була. Был йыйынтыҡ шағир өсөн айырыуса әһәмиәтле булмай, шуға күрә ошондай исем һайлаған да инде. Әммә әҙәбиәт тарихы өсөн уның «аҡ шиғырҙар» өлгөләрендә әһәмиәте ҙур. Ун йылдан һуң, 1957 йылда, Әхмәт Шәмлуға киң дан килтергән «Саф һауа» йыйынтығы донъя күрә. Тап ошо китап Иран уҡыусыларын тәүге тапҡыр аҡ шиғыр менән таныштыра[6].
Шамлуның ижади шәхесенә хәҙерге көнбайыш һәм совет поэзияһы ҙур йоғонто яһай. Уның яратҡан шағирҙары булып испан шағиры Федерико Гарсиа Лорка һәм үҙенең идеялары менән илһамландырған рус шағиры Владимир Маяковский тора. Шамлу классиканы бик яҡшы белгән, шул уҡ ваҡытта Ним Юшидждың новаторлыҡ эҙләнеүҙәре менән мауыҡҡан һәм үҙенең шиғри индивидуаллеген сағылдырыу өсөн яңы юлдар табырға тырышҡан.
Шамлу поэтиканы тамырынан үҙгәртергә тырыша. Иранолог Кляшторина фекеренсә, «ул силлабик шиғырға мөрәжәғәт итә, ул, саджды — рифма рәүешендәге прозаны үҙ эсенә алған, үлсәмһеҙ шиғыр ҡуллана башлай; Ним Юшидждан шиғырҙың яңы яҙмаһын ала — шиғри юлдар буйынса түгел, ә фразаның интонацион яңғырашы, тауышы буйынса. Уның шиғыр динамикаһы тап баҫым көсө менән тәьмин ителгән. Әхмәт Шамлу шиғырға урам телен һәм ғәҙәти булмаған шиғри лексиканы индерә һәм уны юғары төшөнсәләр менән ҡаршы ҡуйып, көтөлмәгән контрастҡа өлгәшә. Уның шиғри телмәренең логикаһы, шиғырҙың яңғырашы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, үҙенсәлекле ине»[7].
Шамлуның «аҡ шиғыры» йәки «ирекле шиғыры» классик рифма һәм аруз метрҙарынан ситкә китә. Уның шиғырында шиғыр төҙөлөшөн һәм гармонияһын һаҡлау өсөн мөһим булған эске ҡанундар бар, улар ғына шиғырҙы шиғриәт яһай. Шамлу ҡануни ритмға һәм рифмаға алмаш эҙләй һәм уны музыкаллектә таба. Уның шиғриәтендә музыкаллек — шиғырҙың эске гармонияһын һаҡлауҙың төп элементы. Уның шиғриәтендә музыкаллек — шиғырҙың эске гармонияһын һаҡлауҙың төп элементы.
1950 йылдарҙа Шамлуның шиғри үҫеше башлана. Шул ваҡытта уның «23» һәм «Поэма-ода» (фарс. قطعه ی نامه), «Яңы һулыш» (фарс. هوای تازه) шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Түбәндәге йыйынтыҡтары: «Көҙгө баҡса» (фарс. باغ آیینه), «Көҙгөлә Аида» (фарс. آیدا در آیینه), «Мәлдәр һәм мәңгелек» (фарс. لحظه ها و همیشه), «Аида, ағас, кинжал һәм хәтер» (фарс. آیدا و درخت و حنجر و خاطره), «Һауанан һәм көҙгөләрҙән» (фарс. (از هوا و آیینه ها), «Ямғыр аҫтында Феникс» (фарс. ققنوس در باران), «Ер тураһында ҡайғырыу» (фарс. مرسیه ی خاک) 60-сы йылдарға ҡарай. 70-80-се йылдарҙа «Томанда сәскә атҡан» (фарс. شکفتن در مه), «Ибраһим ут өҫтөндә» (фарс. ابراهیم در آتش), «Хоршидзад — үлемде яулаусы» (фарс. ابراهیم در آتش) йыйынтыҡтары донъя күрә. Ижади ҡаҙаныштары өсөн Шамлу Иран әҙәби йәмәғәтселеге тарафынан 1972 йылда ойошторолған Форух Фәррохзад премияһына (Иран шағирәһе) тәҡдим ителә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сад зеркал
- Айда в зеркале
- Айда, деревья, воспоминания и кинжал
- Свежий воздух
- Плач Земли
- Книга просторечья (Kucheh)
Тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бехранги, Самад — Әхмәт Шамлуның шиғырҙарын әзербайжан теленә тәржемә итеүсе.
- Юлтан Садыҡова — Шамлуның шиғриәтен рус теленә тәржемә итеүсе.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәт Шамлу, Айда Саркисян, нәшриәт: Негах, Тегеран, 2002.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #2567622 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- 1 2 3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- 1 2 3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118867059 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ The New York Times (ингл.) / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1851. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ https://kayhanlife.com/authors/remembering-iranian-poet-forough-farrokhzad-on-anniversary-of-her-death/
- 1 2 https://sanaei.livejournal.com/229264.html
- ↑ Творчество Ахмада Шамлу. Дата обращения: 7 марта 2022. Архивировано 4 ноября 2018 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2005 2005 йыл 21 ғинуар архивланған.
- 2012 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
- Waybackда 2006 йыл 8 декабрь архивланған.
- 20061215065734.
- Әхмәт Шамлуның урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғриәте.аша 2017 йыл 6 август архивланған. .