Әхмәт ибн Исмәғил
| Әхмәт ибн Исмәғил | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 870-сы или 880-сы |
| Вафат булған көнө | 12 ғинуар 914 |
| Вафат булған урыны | Бохара, Үзбәкстан |
| Атаһы | Исмәғил Сәмәни |
| Балалары | Наср II ибн Ахмад Самани[d] |
| Нәҫеле | Сәмәниҙәр |
| Һөнәр төрө | хаким |
Әхмәт ибн Исмәғил (таж. Аҳмад ибни Исмоил, фарс. احمد بن اسماعیل) (914 йылдың 24 ғинуарында вафат булған) — 907 йылдан алып Сәмәниҙәр династияһы әмире. Исмәғил Сәмәни улы. Ул шулай уҡ «язаланған әмир» кеүек билдәле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт тәүге тапҡыр 900 йылдар башында, ул Горган губернаторы итеп тәғәйенләнгәндә телгә алына. Әммә тиҙҙән Әхмәт, Дайлам йустанидтары менән көрәшә алмау сәбәпле, вазифаһынан бушатыла.
Ул 907 йылдың аҙағында атаһы үлгәндән һуң әмир булып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, уға элек Сәффәриҙәр династияһына ҡараған Систанға хоҡуҡ бирелә.
Сәффәриҙәр дошманлығы был эште күпкә еңеләйтә. Әхмәт ғәскәре Фәрәхтан Бюстҡа тиклем бара, унда ҡаршылыҡҡа бик аҙ осрай. Шул арала Әхмәттең төрки генералы Симджур әд-Дәүәти әл-Муаддалдән Заранждың капитуляцияһын ала.
Сәффәриҙәрҙе яулап алыуҙы тамамлап (911) Әхмәт киләһе йылда Систандың губернаторы итеп үҙенең ике туғаны Әбү Сәлих Мансурҙы тәғәйенләй. Сәмәниҙәр шулай уҡ хәлифә баш күтәреүсе Себүк-Эриҙы әсирлеккә ала һәм Бағдадҡа оҙата.
Мансурҙың ҡаты һалым сәйәсәте уны тәғәйенләгәндән һуң бер йыл үткәс Систанда ихтилал тыуҙыра. Заранждағы гарнизон емерелә, ә Әбү Сәлих Мансур әсирлеккә эләгә. Сәффәри Әмр ибн Яҡуп, тәүҙә ихтилал етәксеһенең марионеткаһы итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан әмире итеп тәғәйенләнә. Әммә Хөсәйен ибн Әли Мәрүәррүдһа етәкселегендәге Сәмәниҙәр ғәскәре был төбәккә Сәмәниҙәр контролен яңынан тергеҙә. «Әмрҙе Сәмәрҡәндкә ебәрәләр, ҡалған баш күтәреүсе етәкселәре үлтерелә».
Шунан һуң Систан губернаторы итеп Симджур әд-Дәүәти тәғәйенләнә. Әммә тиҙҙән Табаристан һәм Гурган да Сәмәниҙәр власына ҡаршы баш күтәрә, Әхмәт улар менән эш итә алмаҫ борон үлтерелә[1]. Бохара янындағы тирмәһендә йоҡлағанда ҡайһы бер ҡолдары уның башын ҡырҡа (24 ғинуар 914). Үлгәндән һуң уны Бохараға алып килеп, Науҡандта ерләйҙәр.
Әмирҙе үлтергән ҡолдарының бер өлөшө тотола һәм үлтерелә, икенселәре Хөрәсәнгә ҡаса. Әхмәт «язаланған әмир» тип атала.
Подданныйҙары араһында Әхмәттең һпрай телен фарсы теленән ғәрәп теленә үҙгәртеү тураһындағы приказы популяр булмауы ихтимал; тиҙҙән уның бойороғо ғәмәлдән сығарыла. Уның урынына уның бәләкәй улы Нәср II килә.
Идара итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яулап алыуҙары
Хакимлыҡ итеү башында Әхмәт ибн Исмәғил ата-баба ерҙәрен һаҡларға һәм Сәмәниҙәр империяһын киңәйтергә тырыша. Уның тырышлығы менән Систан, Рей, Горган, Тәбәристан һәм башҡа райондар Сәмәниҙәр хөкүмәтенә ҡушыла.
Әхмәт ибн Исмәғил ваҡытында фән
Әхмәт ибн Исмәғил шул ваҡыттағы күп кенә билдәле ғалимдар һәм яҙыусылар, шул иҫәптән донъяға билдәле фарсы табибы һәм философы Зәкәриә әр-Рәзименән аралашҡан. Ҡайһы бер тарихсылар Әхмәттең ғәрәп теле менән ҡыҙыҡһыныуын дини фанатизм һәм дин белгестәренә ҡаршы тороу менән бәйләй.
Эске ығы-зығы
Әхмәт ибн Исмәғил атаһы идара иткән осорҙа юғары хөкүмәт вазифаларын башҡара. Уның ағаһы, Исхаҡ ибн Әхмәт, Сәмәрҡәнд хакимы, тәхетте баҫып алыу маҡсатында әмиргә ҡаршы баш күтәрә. Ихтилал баҫтырыла, Исхаҡ ҡулға алына. Әхмәттең икенсе маҡсаты 908 йылда Систанды баҫып алыу була, Сәмәниҙәр һарайы яны кешеләре һәм дәүләт эшмәкәрҙәре уға кәмһетеп ҡарай. Атап әйткәндә, Горган губернаторы Барс әл-Кәбир, Исмәғил ибн Әхмәттең үлеме тураһында белгәс, Бохараға һалым ебәреүҙе туҡтата, Сәмәниҙәр ғәскәренең хәрәкәттәрен белгәс, Бағдадҡа ҡаса һәм ҙур сумма аҡса түләп, хәлифәгә һыйына[2]. Үҙәк хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе Реә губернаторы була. Унда Исмәғил мөлкәтен ир туғаны Әбү Сәлих Мансур бин Исхаҡҡа ҡалдыра. Әхмәт был тәртипһеҙлектәрҙе ҙур ауырлыҡтар менән баҫтырырға өлгөрә[3].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрки ялланма ғәскәрҙәре Әхмәт ибн Исмәғилдең сәйәсәте менән риза булмай, шуға күрә ул ҡолдары тарафынан үлтерелә.
Ошо сәбәпле Әхмәт «язаланған әмир» тип атала башлай.
Уның урынына бәләкәй улы Нәср II килә.
| Сәмәниҙәр | ||
| Алдағыһы: Исмәғил Сәмәни . |
Әмир 907—907 (7 йыл хакимлыҡ итә) |
Вариҫы: Нәср I |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Дирхем». Ахмад ибн Исмаил (907-908 гг.). Саманидское государство. Дата обращения: 27 май 2026.
- ↑ Ҳотамов Н.Б., Довудӣ Д., Муллоҷонов С., Исоматов М. Таърихи халқи тоҷик (Китоби дарсӣ). — Душанбе, 2011, — С. 103-104.
- ↑ Аҳрор Мухторов. Амирон ва вазирони Сомонӣ. — Душанбе, 1997, — С. 7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гафуров Б. Г. Таджики. Древнейшая, древняя и средневековая история. — Душанбе: Ирфон, 1989, 371+379 с.