Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Йомағужа, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 август 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (56 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә профессор[d] һәм социология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы (5 апрель 1950 йыл — 6 август 2006 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Социаль белем биреү академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (1997). Сәйәси фән академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (2000)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы 1950 йылдың 5 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуа. Әлим Әхмәҙиевтың ағаһы. 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай.
1972—1975 йылдарҙа — БДУ-ның ВЛКСМ комитеты секретары.
Артабан белем алыуын Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының философия кафедраһы аспирантураһында дауам итә һәм уны 1978 йылда тамамлай.
1978—1981 йылдарҙа — институттаың Философия кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы.
1981—1987 йылдарҙа — Мәскәү коммерция университетының Философия кафедраһы доценты.
1987—1991 йылдар — Башҡорт дәүләт аграр университетының Философия һәм социология кафедраһы мөдире.
1994—1996 йылдар — Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалы директоры.
1995 йылда социология фәндәре докторы дәрәжәһен ла. Шул уҡ йылдан — профессор.
1996—2002 йылдар — БДУ-ның Социаль эш кафедраһы мөдире.
2002—2006 йылдар — Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының Өфөләге филиалы профессоры[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1971)
РСФСР Минвузының Маҡтау ҡағыҙы (1971)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

200-ҙән самаһы фәнни хеҙмәт авторы. Уның ғилми тикшеренүҙәре өлкәһе булып төбәктең социологик проблемалары, уның техноструктураһы, социал демография һәм экология тора[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РФ юғары уҡыу йорттарының уҡытыу-методик берләшмәһе ағзаһы (1996—2002)
  • БДУ-ның докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡау буйынса махсуслашҡан советтары ағзаһы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Коллектив авторов. Социологи Башкортостана:Справочник:2-е изд. дополненное и переработанное / Бурханова Ф. Б.. — Уфа: Восточная печать, 2012. — С. 15. — 141 с. — ISBN 978-5-98755-121-2.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]