Әхмәҙин Әфтәх

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Әхмәҙин Әфтәх (Әфтәхетдинов Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы; 31 октябрь 1947 йыл) — яҙыусы, шағир, публицист. РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдинов 1947 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы урман йығыусы-артелсы, уңған балта оҫтаһы Мөхәмәтдин Әфтәхетдинов ғаиләһендә тыуған. Татыу ғаиләлә алты бала тәрбиәләнгән.

Хәҙер рәссам Әхмәт Лотфуллин исемен йөрөткән Абҙаҡ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында тәүге ҡәләмен һынай Әхмәҙин. Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының китаптарын яратып уҡый, урындағы матбуғатта тәүге әҫәрҙәре донъя күрә.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Әхмәҙин Әфтәхетдинов башҡорт һәм рус телендә нәшер ителгән район гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша.

Ошо ярты йыл дауамындағы тәжрибәһе уның артабанғы яҙмышында боролошло әһәмиәткә эйә. Тап ошо район күләмендәге кескәй гәзиттә эшләгәндә, ул үҙенең төрлө ваҡ хәбәр яҙыу өсөн генә тәғәйенләнмәгәнлеген тоя. Өлкән журналистар башлап яҙыусы шағирға кәңәштәре менән ярҙам итә.

Артабан Әхмәҙин Әфтәхетдинов өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә була. Хеҙмәт иткә йылдпарында ла ул әҙәби өлкәлә эшкә әҙерләй, күренекле яҙыусылар менән хат алыша, башҡорт баҫмаларына яҙыла. Уның тәүге шиғырҙары республика гәзит-журналдары битендә күренә башлай.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Әхмәҙин Әфтәх «Таң» гәзитендә эшен дауам итә.

1969 йылда комсомол путёвкаһы менән Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһындағы «Магнезит» заводында эшләй, «Саткинский рабочий» ҡала гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.

1976 йылдан «Башҡортостан пионеры» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите һәм «Пионер» журналының әҙәби хеҙмәткәре. Артабан 1979 йылдан алып 2007 йылға саҡлы «Аманат» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, әҙәби бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип булып эшләй[2].

Әҙәбиәткә 60-сы йылдарҙа килә, шиғыр жанрында эшләй.

1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ошо йылдарҙа Әхмәҙин Әфтәх ныҡышмалы итеп шиғриәттә үҙ юлын эҙләй.

1993 йылда «Йәшлегем урамдары» исемле тәүге шиғри йыйынтығы «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыға. Артабан «Беҙҙең тауҙар күккә олғаша», «Асыулы болот» , «Тау башында монар» «Сикләнгән даирә» шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Һәм был әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенә үҙ тауышы менән, донъяны үҙенсә күрә белгән тағы ла бер ысын шағир килеүен күрһәтә. 2007 йылда Әхмәҙин Әфтәх уҡыусылар хөкөмөнә «Тамаша» «Ер тартыуы» тигән яңы китаптарын тәҡдим итә. Йыйынтыҡҡа көнүҙәк әхлаҡи-әҙәп мәсьәләләрен күтәреүсе шиғырҙар һәм поэмалар инә. Уларҙа шағир теүәл һәм тәрән фекерле хужожество алымдары һәм образдар ярҙамында замандаштың типик образын тыуҙыра, заман рухын, рухи яңырыу һәм әхлаҡи юғалтыуҙарын тапшыра. Юғары әхлаҡи принциптар пропагандалағаны өсөн шағир шул уҡ йылда «Матбуғаттың алтын фонды» айырым билдәһе менән бүләкләнә һәм исмле сертификат эйәһе була.

Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдинов - БР, РФ журналистар союзы ағзаһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шағир Әхмәҙин Әфтәх йыш ҡына халыҡ алдында сығыш яһай, мәктәп уҡыусылар, өлкән китап һөйөүселәр менән ихлас аралаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • «Матбуғаттың алтын фонды» айырым билдәһе

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • nasledie-sela.ru/places/BAK/1479/2659/ Абҙаҡ ауылының мәҙәни-тарихи мираҫы. Күбәләк-табын ырыуы.

Ижад емештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәшлегем урамдары: Шиғырҙар, Өфө: Китап, 1993.
  • Беҙҙең тауҙар күккә олғаша: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1993. - 40 б.
  • Асыулы болот: Шиғырҙар. Өфө, 1994. 62 б.
  • Афтах, Ахмадин. Марево над горами : Поэмы, стихи / Ахмадин Афтах. - Уфа : Башк. изд-во "Китап", 1997 -158 с. : портр. 17 см.; ISBN 5-295-02190-4 : Б. ц.
  • Әхмәҙин Әфтәх. Етенсе бейеклек. Өфө:Китап, 2019

Шағир халҡының рухи ынйыларына, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыуған тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарай һәм китап уҡыусыларҙы донъя серҙәрен аңларға һәм асырға саҡыра. Тыуған илен яратыу тойғоһо Әхмәҙин Әфтәх әҫәрҙәрендә авторҙың үҙ халҡы һәм туған теле яҙмышын даими хәстәрләү, тулҡынланыу, ҡайғырыу хис-тойғолары менән тығыҙ бәйләнгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • www.bashinform.ru/news/505287-akhmadin-aftakh-naedine-s-chitatelem-i-soboy-k-65-letiyu-poeta/ Әхмәҙин Әфтәх
  • libmap.bashnl.ru/node/150 Әхмәҙин Әфтәх
  • kuglib.ru/load/7/literaturnye_imena/akhmadin_aftakh/10-1-0-1023 Әхмәҙин Әфтәх тураһында
  • catalog.inforeg.ru/Inet/GetEzineByID/324237 Электрон китап

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской: Справочник / сост.: Р.Н.Баимов, Г.Н.Гареева, Р.Х.Тимергалина. – Уфа: Китап, 2006. -496с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/14757/ Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы порталы. Әхмәҙин Әфтәхҡә - 70 йәш
  2. bash-portal.ru/news/newsliteratura/2168-akhmadin-aftakh.-biografija.html Башҡорт порталы