Әхмәҙиә мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәсет
Мечеть Ахмедийе
төр. Ahmediyye Camisi
270px
Ил Грузия Грузия
Город Ахалцихе
йүнәлеш, мәктәп суннитская
Архитектура стиле Османский
Проект авторы Хаджи Ахмед Паша
Торошо музей

Әхмәҙиә мәсете (груз. აჰმედიეს მეჩეთი, төр. Ahmediyye Camisi) — Ахалцих ҡәлғәһе биләмәһендә XVIII быуат урталары мәсете, Грузия.

Мәсеттең төп бинаһына терәлеп торған манара мәсеттең көмбәҙе менән бер үк бейеклеккә эйә (яҡынса 15 метр).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ғибәҙәт йортон уның нигеҙ һалыусыһы хөрмәтенә Джакели ырыуы вәкиле хажи Әхмәт-паша мәсете тип тә атайҙар, ул күп быуаттар дауамында Ғосман империяһының Месхетия һәм Ахалцих пашалығы менән идара иткән. Төбәкте ғосмандар яулап алғандан һуң, Джакели ырыуы кенәздәре ислам ҡабул итә[1].

Ахалцихта 1747 йылдан алып 1758 йылға тиклем идара итеүсе Әхмәт-паша мәсеттә үҙенә айырым ҡалҡыу урын төҙөргә бойороҡ бирә, был ислам ҡанундарына ҡаршы килә. Сөнки бындай хоҡуҡтарға тик солтандар ғына эйә була, константинополь диуаны был ғәмәлде солтандың юғары хоҡуҡтарын кәмһетеү тип һанай. Әхмәт-паша ғали йәнәптәрен мыҫҡыллауҙа ғәйепле тип табыла һәм быуып үлтереү юлы менән үлем язаһына хөкөм ителә. Вәзир был ҡарарҙы оло ихтирам менән ҡабул итә һәм ебәрелгән изге бау менән үҙен үҙе йәшәүҙән мәхрүм итә. Вәзирҙе ҙурлаған урындағы халыҡ уның кәүҙәһенә оло хөрмәт күрһәтә. Ҙур киң ихатала рәшәткә менән уратып алынған ике ябай һәйкәл тора. Бер һәйкәлгә яҙыу уйып яҙылған: «Бында 1173 һижрәт йылында вафат булған тәҡүә вәзир Әхмәт-пашаның кәүҙәһе ята», ә икенсе һәйкәл Әхмәт-пашаның ҡатыны Әйшә ханымдың ҡәберенә күрһәтә.

Рус хәрби тарихсыһы Василий Потто үҙенең 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышына арналған «Кавказ һуғышы» китабының IV томында мәсет Изге София соборы өлгөһөндә төҙөлгән тигән мәғлүмәттәр килтерә, һәм мәсет китапханаһын «мосолман Көнсығышында иң бай китапханаларҙың береһе» тип атай.

Хажи Әхмәт Паша мәсете һәм мәҙрәсә 2011—2012 йылдарҙа Ахалцих ҡәлғәһен киң масштаблы яңынан тергеҙеү барышында реставрациялана. Совет осоронда мәсеттең көмбәҙе ҡыҙылһыу төҫкә буяла һәм алыҫтан баҡыр төҫөндә күренә. Реставрация ваҡытында көмбәҙ алтын төҫөнә буяла, был архитектура буйынса төрөк тарихсыларының риҙаһыҙлығын тыуҙыра, улар мәсет һәр ваҡыт ҡурғаш табаҡ тимер менән ябылған тип билдәләй. Грузия президентының һәм Төркиәнең премьер-министрының 2013 йылдың башындағы һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә, һуңғыһы мәсет көмбәҙенең төҫө менән риза була. Шуның менән бергә реставрация эштәрен финанслаған Төркиә мәсеттән тәре һүрәттәре менән стелаларҙы алыу өсөн ныҡыша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]