Әхтәмйәнов Ихсан Нәсибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхтәмйәнов Ихсан Нәсибулла улы
Тыуған көнө 1932
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Әхтәмйәнов Ихсан Нәсибулла улы — 1932 йылдың 11 ғинуарында БАССР-ҙың Иглин районы Сабит ауылында тыуа — 2000 йылда вафат була. Публицист, прозаик-документалист, шағир.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған яҙыусы Ихсан Нәсибулла улы Әхтәмйәнов 1932 йылдың 11 ғинуарында Иглин районы Сабит ауылында тыуа. Сабит ауылы бөтөү сәбәпле, ул әсәһен Иҫке Ҡобау ауылына күсереп алып килә.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, байтаҡ йылдар республикабыҙҙың матбуғат өлкәһендә эшләй.

Шиғри әҫәрҙәре 60-сы йылдарҙа баҫтырыла башлай. «Замандаштың ҡыҫам ҡулдарын» (1988) китабындағы әҫәрҙәр шиғриәттә яңы уйланыуҙар, hүрәтләү саралары күп булыуы менән айырыла. «Төйәгемә — өйгә ашҡынамын…» шиғырында лирик герой, һағыныуын шиғыр юлдарына һалып, тыуған төйәгенә, өйөнә ашҡына. Бала саҡты, үҫмер йылдарҙы иҫкә алып, Тыуған иленә, тыуған яҡтарына булған сикһеҙ мөхәббәтен асып бирә. Ниндәй бәхет өйгә урап ҡайтыу, Ҡурайҡайың алыу ҡулыңа; Күршеләрең менән күрешеүҙәр,- Шул шатлыҡтар күсә йырыма. Тыуған яҡты күреү — был ниндәй бәхет икәнен аңлайһың. Шиғырҙағыса туған-тумасаң менән гөрләшеп самауырҙан сәй эсеү, күршеләрең менән күрешеү шундай танһыҡ. Атай йорто изге, ул йөрәк түрендә генә йөрөтөрлөк бала саҡ хәтирәһе. Ватандың кескәй сатҡыһы. «Яҙғы йыр» шиғыры Тыуған илгә, тыуған ергә ихлас һөйөү тойғолары менән һуғарылған. Яҙҙың матурлығы, йәшеллегенә һоҡланып, күңелдең яҙғы ҡояшҡа иреүен тойоп, тыуған төйәгеңә ҡайтҡанда шул тиклем рәхәт. Уның һәр бер ағасын, үләнен, күлен күреү йөрәктәге һағышты баҫа, күңелде иркәләй, ҡеүәт өҫтәй, илһам уята. Яҙ хаҡында байтаҡ яҙғанмындыр, Ләкин ҡайтһам тыуған яғыма, Илһамдарым таша даръя булып, Һәм йәнә яҙ йыры яҙыла. Тәрәндән, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡҡан шишмәләй, Ихсан Әхтәмйәновтың йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙары.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Край родной — Иглинский: Очерки и материалы. Уфа: Гилем, Информреклама, 2002, стр.142
  • Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө: Китап, 1997 йыл
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әхмәтйәнов Ихсан. Замандаштың ҡыҫам ҡулдарын. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988.
  • Әхтәмйәнов Ихсан Нәсибулла улы. Саҡматояҡ аттарҙа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • []
  • []

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]