Абушахманов Әхтәм Әхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхтәм Абушахманов битенән йүнәлтелде)
Абушахманов Әхтәм Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (76 йәш)
Тыуған урыны Буранғол, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Балалары Q20598642?
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абушахманов Әхтәм Әхәт улы (10 март 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм БАССР-ҙың халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған.

Талантлы үҙешмәкәр артист булараҡ, 1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә 2-се курсҡа уҡырға саҡырыла. 1970 йылда уны тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.

1989 йылдан алып Әхтәм Абушахманов республиканың Йәш тамашасылар театрында эшләй. Ошо уҡ театрҙа Ә. Дилмөхәмәтованың «Розамы мин әллә?» (1990), Наил Ғәйетбаевтың «Ҡурай моңо» (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Булат Рафиҡовтың «Париж башҡорто» (1994) спектаклдәрен ҡуя. Ә. Абушахманов — башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса бер нисә радиоспектакль режиссеры.

Кинофильмдарҙа Ҡайсар («Көмөш мөгөҙ Алатау» — «Серебряный рог Алатау», Ҡаҙаҡфильм, 1978), Һатлыҡ («Кинйә», Баштелефильм, 1988), Һиммәт («Һарығолаҡ», Баштелефильм, 1990) ролдәрен башҡара.

Башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Парис (У. Шекспир «Ромео и Джульетта»)
  • Саҙрый (А. Абдуллин «Онотма мине, ҡояш!»)
  • Салауат, Көс, Аҡъегет (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төш», «Ташлама утты, Прометей!», «Ай тотолған төндә»)
  • Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»)
  • Ҡарағол (Д. Юлтый «Ҡарағол»)
  • Краснов (А. Н. Островский «Бәлә ағас башынан йөрөмәй» — «Грех да беда на кого не живет»)
  • Һөйәр (Г. Запольская «Улар дүртәү» — «Их четверо»)
  • Кәрим Хәкимов (Н. Асанбаев «Ҡыҙыл паша»)
  • Туҡтамыш хан (М. Буранғолов «Иҙеүкәй менән Мораҙым»)
  • Юсов (А. Н. Островский «Төшөмлө урын» — «Доходное место»)
  • Отелло (У. Шекспир «Отелло»)
  • Ҡодар (Ғ. Мусрепов «Мөхәббәт тураһында легенда»).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1984)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Ағиҙел"дә Абушахман лаҡаптары