Эстәлеккә күсергә

Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 август 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Атаһы Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, механик
Эшмәкәрлек төрө многофазное течение[d], дисперсная система[d], пултрузия[d] һәм Ультразвуковой термояд[d]
Эш урыны Сколково фән һәм технологиялар институты[d]
Башҡорт дәүләт университеты
Институт механики РАН, Уфимский научный центр РАН[d]
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1991)

Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы (18 август 1956 йыл) — Рәсәй ғалимы, физик-механик. 1982—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире, 2011 йылдан БДУ-ның Дисперслы системаларҙың микро һәм наномасштабтағы динамикаһы үҙәге етәксеһе; 2014 йылдан Сколково фән һәм технологиялар институтын Проектлау, производство технологиялары һәм материалдары үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002). Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Искәндәр Шәүкәт улы Әхәтов[1] 1956 йылдың 18 авгусында Өфөлә СССР-ҙың почётлы нефтсеһе Әхәтов Шәүкәт Нурлығаян улы[2] һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы Рауза (Роза) Абдулла ҡыҙы Сәйҙәшеваның ғаиләһендә тыуа.

1979 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын, 1983 йылда механика-математика факультетының аспирантураһын тамамлай.

Башҡорт дәүләт университетында ассистент (1983—1985), доцент (1985—1990), профессор һәм кафедра мөдире (1991—2001); Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Механика институтында лаборатория мөдире (1994—2000) һәм директор (2000—2003); бер үк ваҡытта 1993—2000 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге рәйесе урынбаҫары була. Геттинген университетында (Германия, 1993—2000), Бостон университетында (АҠШ, 1999), Ренсселер университетында (АҠШ, 2001—2002), Прованс университетында (Франция, 2008) саҡырылған профессор булып эшләй. Төньяҡ Дакота штаты университеты профессоры (АҠШ, 2003—2014). 2014 йылдан — Сколково фән һәм технологиялар институтының Проектлау, етештереү технологиялары һәм материалдары үҙәге профессоры һәм директоры.

Күп фазалы системалар һәм Ньютонса булмаған шыйыҡлыҡтар гидродинамикаһы, һыҙыҡһыҙ динамика һәм акустика, уларҙың производство технологиялары һәм энергетика мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡушымталары буйынса белгес. Онтаҡ рәүешендәге яғыулыҡтарҙың конвектив яныу һәм детонациялау; ҡатмарлы шыйыҡлыҡтар гидродинамикаһы дифференциаль тигеҙләмәләренең локаль булмаған симметриялары; акустик яландарҙа кавитацион ҡыуыҡсаларҙың үҙойошоуы һәм сонолюминесценцияһы; ҡыуыҡлы системаларҙа акустик тулҡындарҙың һыҙыҡһыҙ тәьҫир итешеүе; газ ҡыуыҡсаларының һәм ҡыуыҡса кластерҙарының үтә юғары ҡыҫылыуы; микрокапиллярҙарҙа аэрозоль шәлкемдәренең фокуслашыуы һәм уларҙы микроэлектроникала ҡулланыу мәсьәләләрен хәл итеүгә өлөш индерә.

Шулай уҡ ҡыуыҡлы термоядро синтезы[3] менән шөғөлләнә; әлеге ваҡытта был тема буйынса тикшеренеүҙәр бөтә донъяла ялған фәнгә ҡарай тип һанала, әммә ҡайһы бер Рәсәй тикшеренеүселәре, шул иҫәптән И. Ш. Әхәтов та, бындай процестың булыу ихтималлығына ышана[4].

150 ғилми публикация авторы (Web of Science буйынса, 2017 йылдың 29 мартына 98 публикация, цитаталаныуы 1035, Хирш индексы 17). Уҡыусылары араһында 14 фән кандидаты бар, улар Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә эшләй. Америка акустика йәмғиәте, Америка физика йәмғиәте, Америка механик инженерҙар йәмғиәте ағзаһы. ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетының Фән, техника һәм етештереү өлкәһендәге премияһы лауреаты (1985); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001); Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең гранттарын (мегагранттарын) алыуға халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе (2010—2014), уның сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында дисперслы системаларҙың микро- һәм наномасштаблы динамикаһы буйынса фәнни үҙәк ойошторола.

Ҡатыны Әхәтова (Йәнбәкова) Гүзәл Рамазан ҡыҙы, специальносы — биолог. Ҡыҙы Әхәтова Әҙилә Искәндәр ҡыҙы Корнелл университетын (АҠШ) тамамлаған, АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. Улы Әхәтов Рауль Искәндәр улы, 2005 йылғы.

Искәндәр Әхәтов шулай уҡ үҙешмәкәр йырсы, музыкант һәм композитор булараҡ та танылыу алған[5][6].


  1. Академия Наук Республики Башкортостан - Ахатов Искандер Шаукатович. Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.
  2. http://enc.ural.ru/index.php/Ахатов_Шаукат_Нурлигаянович(недоступная ссылка) Ахатов Шаукат Нурлигаянович в энциклопедии Инженеры Урала
  3. Холодный термояд, Bubble fusion | Общество научных работников (ОНР). onr-russia.ru. Дата обращения: 4 апрель 2017.
  4. Нефть России : ликбез : Слишком локальный синтез. www.oilru.com. Дата обращения: 4 апрель 2017.
  5. Видные ученые Башкортостана: Искандер Ахатов (К 60-летию инженера-механика). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 18 август 2016 йыл (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2018)
  6. База данных «Авторская песня». Ахатов Искандер Шаукатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2018)
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995